Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙәнбашта бар бер йәмле йорт...
Мәңге йәшел ҡарағайҙар ҡосағындағы Үҙәнбашҡа килеп ингәс, уның бигерәк хозур төбәктә урынлашыуына һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуған көндә тауҙар итәгендәге әкиәти бер төбәк кеүек күренде ул беҙгә. Ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәк әллә ҡайҙан балҡып, ауылды йәмләп ултыра. 108 урынға иҫәпләнгән мәктәп, 30 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктының бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашыуы ифрат уңайлы ауыл халҡына.

Мәктәпкә педагогия фәндәре кандидаты Нурия Шаһиморатова етәкселек итә. Бығаса Сермән балалар йортонда, Егәҙе мәктәбендә директор вазифаларын башҡарып, бай тәжрибә туплаған ханым ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллектив менән уртаҡ тел табып, уңышлы эшләй.

Иркен һәм матур итеп биҙәлгән, сағыу төҫтәргә буялған белем усағынан йылылыҡ бөркөлә. Илдең киләсәк быуыны тәрбиәләнгән усаҡ тап шулай булырға тейеш тә.

— Атай-әсәйҙәр менән бергә­ләшеп, бер-беребеҙҙе аңлап эшләй­беҙ, – тип һөйләй Нурия Мәүлийән ҡыҙы. – Берәй мәсьәләне хәл итергә кәрәк булһа, бергәләп тотонабыҙ. Былтыр күмәкләшеп ремонт эшләнек.

Егермеләгән милләт балаһы белем алған мәктәптең тарихы бай. 1946 йылда урман хужалығы эшселәренең балалары өсөн асылған ул. Ваҡыт үтеү менән ҡасаба үҫкәс, 1971 йылда ул урта белем усағына әүерелә. 2013 йылда өр-яңы бинала эш башлайҙар.

Бында 15 уҡытыусы балаларға белем серҙәрен аса. Уҡыусылар төрлө түңәрәктә ихлас шөғөлләнә. Берәүҙәр “Оҫта ҡулдар”ҙа ҡул эштәренә өйрәнә, икенселәр спорт секцияларында әүҙем шөғөлләнә. Турист слеттары, экология һуҡмаҡ­тары туған тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.

Мәктәп менән танышыуҙы дауам итеп, шау-гөр килеп торған спорт залына килеп индек. Физкультура дәресен Нәйлә Зарипова алып бара ине. Тәүҙә Стәрлетамаҡ техникумын, аҙаҡ институт тамамлаған ханым 42-се йыл балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй.

— Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, – тип уның хаҡта маҡтап һөйләй Нурия Мәүлийән ҡыҙы. – Ул алып барған “Ладья”, еңел атлетика, гимнастика секцияларына уҡыусы­лар теләп йөрөй, төрлө ярыштар­ҙан еңеп ҡайталар.

Бинаның икенсе яҡ мөйөшөндә балалар баҡсаһы урынлашҡан. Унда 30 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Шуныһы ҡыуаныслы: ауылда йәш ғаиләләр күп.
Нурия Мәүлийән ҡыҙы үҙе лә, ижади күңелле шәхес булараҡ, гәзит-журналдарға яҙылыуға етди иғтибар бирә. “Башҡортостан” гәзитен таратыуға ҙур көс һала. Коллективта ла баҫманы күпләп алдыралар.

– Гәзитте ихлас уҡыйым, – ти директор. – Ябай кешеләр, уларҙың хеҙ­мәте, тормошо хаҡында мәҡәлә­ләрҙе халыҡ айырыуса ярата. Хикәйәләр өсөн урынды йәллә­мәгеҙ. Бөтә кешенең дә Өфөгә йәки башҡа ҡалаларға барып, китап һатып алыр форсаты юҡ. Гел телевизор ҡарап ултырып та булмай. Буш ваҡыттарҙа ваҡытлы матбуғатты уҡып ял итәбеҙ.

Әйткәндәй, урындағы почта бүлексәһен дә үҙенә һыйындырған был күркәм бина. Элемтә бүлеге начальнигы Роза Зарипова ла ихлас кеше булып сыҡты.

— Хәҙер халыҡ дингә ҡайта, намаҙ уҡығандар һаны арта. Тап шуға ла уларға мин “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға кәңәш бирәм, сөнки баҫмала ислам дине хаҡында фәһемле яҙмалар, вәғәздәр йыш баҫыла, – тине ул.
Үҙәнбаштағы был йорт матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.


Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Белорет районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә