Мәңге йәшел ҡарағайҙар ҡосағындағы Үҙәнбашҡа килеп ингәс, уның бигерәк хозур төбәктә урынлашыуына һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуған көндә тауҙар итәгендәге әкиәти бер төбәк кеүек күренде ул беҙгә. Ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәк әллә ҡайҙан балҡып, ауылды йәмләп ултыра. 108 урынға иҫәпләнгән мәктәп, 30 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктының бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашыуы ифрат уңайлы ауыл халҡына.
Мәктәпкә педагогия фәндәре кандидаты Нурия Шаһиморатова етәкселек итә. Бығаса Сермән балалар йортонда, Егәҙе мәктәбендә директор вазифаларын башҡарып, бай тәжрибә туплаған ханым ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллектив менән уртаҡ тел табып, уңышлы эшләй.
Иркен һәм матур итеп биҙәлгән, сағыу төҫтәргә буялған белем усағынан йылылыҡ бөркөлә. Илдең киләсәк быуыны тәрбиәләнгән усаҡ тап шулай булырға тейеш тә.
— Атай-әсәйҙәр менән бергәләшеп, бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ, – тип һөйләй Нурия Мәүлийән ҡыҙы. – Берәй мәсьәләне хәл итергә кәрәк булһа, бергәләп тотонабыҙ. Былтыр күмәкләшеп ремонт эшләнек.
Егермеләгән милләт балаһы белем алған мәктәптең тарихы бай. 1946 йылда урман хужалығы эшселәренең балалары өсөн асылған ул. Ваҡыт үтеү менән ҡасаба үҫкәс, 1971 йылда ул урта белем усағына әүерелә. 2013 йылда өр-яңы бинала эш башлайҙар.
Бында 15 уҡытыусы балаларға белем серҙәрен аса. Уҡыусылар төрлө түңәрәктә ихлас шөғөлләнә. Берәүҙәр “Оҫта ҡулдар”ҙа ҡул эштәренә өйрәнә, икенселәр спорт секцияларында әүҙем шөғөлләнә. Турист слеттары, экология һуҡмаҡтары туған тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Мәктәп менән танышыуҙы дауам итеп, шау-гөр килеп торған спорт залына килеп индек. Физкультура дәресен Нәйлә Зарипова алып бара ине. Тәүҙә Стәрлетамаҡ техникумын, аҙаҡ институт тамамлаған ханым 42-се йыл балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй.
— Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, – тип уның хаҡта маҡтап һөйләй Нурия Мәүлийән ҡыҙы. – Ул алып барған “Ладья”, еңел атлетика, гимнастика секцияларына уҡыусылар теләп йөрөй, төрлө ярыштарҙан еңеп ҡайталар.
Бинаның икенсе яҡ мөйөшөндә балалар баҡсаһы урынлашҡан. Унда 30 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Шуныһы ҡыуаныслы: ауылда йәш ғаиләләр күп.
Нурия Мәүлийән ҡыҙы үҙе лә, ижади күңелле шәхес булараҡ, гәзит-журналдарға яҙылыуға етди иғтибар бирә. “Башҡортостан” гәзитен таратыуға ҙур көс һала. Коллективта ла баҫманы күпләп алдыралар.
– Гәзитте ихлас уҡыйым, – ти директор. – Ябай кешеләр, уларҙың хеҙмәте, тормошо хаҡында мәҡәләләрҙе халыҡ айырыуса ярата. Хикәйәләр өсөн урынды йәлләмәгеҙ. Бөтә кешенең дә Өфөгә йәки башҡа ҡалаларға барып, китап һатып алыр форсаты юҡ. Гел телевизор ҡарап ултырып та булмай. Буш ваҡыттарҙа ваҡытлы матбуғатты уҡып ял итәбеҙ.
Әйткәндәй, урындағы почта бүлексәһен дә үҙенә һыйындырған был күркәм бина. Элемтә бүлеге начальнигы Роза Зарипова ла ихлас кеше булып сыҡты.
— Хәҙер халыҡ дингә ҡайта, намаҙ уҡығандар һаны арта. Тап шуға ла уларға мин “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға кәңәш бирәм, сөнки баҫмала ислам дине хаҡында фәһемле яҙмалар, вәғәздәр йыш баҫыла, – тине ул.
Үҙәнбаштағы был йорт матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.