Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәсетлелә үҙенсәлекле урындар бар
Башҡортостан — иҫ киткес күркәм тәбиғәтле, бай тарихлы төбәк. Ҡайһы районды ғына алма, мөғжизәгә тиңләрлек күренештәр бар. Ошоно иҫбатлап, конкурсҡа Мәсетле яҡтарының ҡайһы бер ҡыҙыҡлы урындары хаҡындағы яҙмамды тәҡдим итмәксемен.

Мунсик тауҙары

Дыуан районынан Мәсетле районына барған асфальт юлда Дыуан-Мәсетле менән Ләмәҙтамаҡ ауылы биләмәләрен уңдан ҡараһаң, офоҡта күк томан араһынан ҡалҡып сыҡҡан тауҙар теҙмәһен күрәһең. Көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа дуға һымаҡ һуҙылған тауҙар өсәү бында. Улар – Ҙур (диңгеҙ кимәленән 417,2 метр бейеклектә ята), Урта (374,6 метр) һәм Төньяҡ (354 метр) Мунсик тауҙары. Урындағы башҡорттар уларҙы “Мунсик”, йәғни “Муйынсаҡ” тип тә йөрөтә. Ысынлап та, иғтибар менән баҡһаң, улар Ер-әсә муйынындағы ғәйәт ҙур мәрйенде йәки муйынсаҡты, ә Әй йылғаһы ярҙарындағы йәшел таллыҡ уның күлдәк итәген хәтерләтә. Дөрөҫ, ҡайһы берәүҙәр уны Мүсектау (русса Мунчеги), Мөлсөктау, Мучектау тип тә атамаҡсы һәм фәнни йәһәттән нигеҙләмәксе. Райондың билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Марат Ғафаров, мәҫәлән, уны хатта “Мулсуҡ” тип тә алған. “Мул” һүҙе, ти ул, “бейек”, “ҡалҡыу”, ә “суҡ” “айырым”, “башҡа” мәғәнәһен бирә. “Тимәк, айырым ҡалҡыулыҡтарҙан торған тауҙарҙы борон заманда “Мулсуҡ” тип әйтеүҙең исеме есеменә тура килә түгелме?” (М. Гафаров. Край мой родимый Мечетлинский. — Уфа: Мир печати, 2010, с. 262). Түгел, тип әйтер инем мин, сөнки “Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә (Москва, “Русский язык”, 1993, с. 837) “мул” һүҙе, Марат Ғафаров иҫбатлауынса, “бейек”, “ҡалҡыу” түгел, ә “артығы менән”, “буйтым”, “күп”, “иркен”, “бай”, ә “суҡ” “биҙәүес”, “сулпы”, “ҡуйы ялбыр ботаҡ”, ауылдың билдәле бер тәңгәлендәге өлөшө мәғәнәләрен бирә һәм бында, минеңсә, “бейек”, “ҡалҡыу”, “айырым”, “башҡа” һүҙбәйләнештәренең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.
Дөрөҫө “мунсик”, йәғни “муйынсаҡ” ҡатын-ҡыҙҙар муйынына таға торған мәрйен, биҙәүес булырға тейеш.
Ярай, ул турала бәхәсте туҡтатайыҡ та тауҙың риүәйәтенә күсәйек.
“Борон замандарҙа Әй йылғаһы буйында алпамышалар йәшәгән, — тиелә яҡташ ғалимыбыҙ, башҡорттарҙан тәүге тел белгесе-диалектолог, лексикограф һәм лексиколог Таһир Ғәлләм улы Байышев тарафынан үткән быуаттың 20-се йылдарында беҙҙең районда яҙып алынған “Мунсиктау” тигән риүәйәттә. — Улар ҡуйы урмандарҙы үлән кеүек кенә тапап, ҙур-ҙур ағастарҙы тамыры менән йолҡоп алып, тирә-яҡҡа ырғытып йөрөгән.
Нисектер шулай бер ваҡыт уларҙың бәләкәй улы, өс ат менән баҫыуҙа ер һөрөп йөрөгән һабансыны күреп ҡалып, кеҫәһенә һалып өйгә алып ҡайта.
— Бына, атай, мин баҫыуҙа ҡуңғыҙ таптым, — тип маҡтанып уларҙы иҙәнгә төшөрә. — Улар һыҙатлап ер соҡой ине.
— Юҡ, улым, — тип ҡәтғи ҡаршы төшә атаһы, — улар ҙа һинең менән минең кеүек кешеләр. Һин уларҙы йәберләмә, ҡайҙан алғанһың, шунда алып барып ҡуй.
Шундай алпамышаларҙың береһе, беҙҙең яҡтарҙан үтеп барышлай туҡтап, итек табанына йәбешкән балсыҡты ҡырып төшөрә. Урындағы халыҡ тарафынан “Мунсиктау” тип йөрөтөлгән өс тау ана шулай барлыҡҡа килгән. Улар бик бейек, 70 – 100 саҡрымдан күренә һәм Әй йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Береһенең түбәһендә хатта бәләкәй генә күле лә бар”.
Бына шундай легенда йәшәй, һәм мин Мунсик тауҙарын районыбыҙҙың ете мөғжизәһенең тәүгеһе булырға тейеш тип иҫәпләйем. Уның башына стела ҡуйғанда, был тауҙарҙың абруйы, мәртәбәһе тағы ла артыр ине.

Алпамыша ҡәбере

Алпамышаларҙың үҙҙәре тураһында ла байтаҡ риүәйәт йәшәй. Улар “Алпамыша зыяраты”, “Алпамыша ҡәбере”, “Алпамыша ташы” һ.б. исемдәр менән Баймаҡ, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ҡариҙел райондарында таралған. Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Татарстанда, хатта Белоруссия менән Латвияла ла осрай.
“Алпамыша изге кеше, әүлиә булған, — тип әйтелә, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университеты студенты, хәҙер иһә филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновтың үткән быуаттың 60-сы йылдарында Архангел районының Ҡыҙылъяр ауылында яҙып алған “Алпамыша ҡәбере” риүәйәтендә. — Ул үлгәс, ерләү өсөн ерҙе икенсе яҡтан алып килгәндәр. Тауға оҡшаш был ҡалҡыулыҡ ана шулай барлыҡҡа килгән”.
Алпамыша ҡәберен изгеләштереү фекере ХХ быуат баштарында уҡ танылған ғалим-этнограф С.И. Руденко беҙҙең яҡтарҙа ялан экспедицияһында йөрөгән ваҡытта яҙып алынған башҡорт риүәйәттәрендә лә сағылыш тапҡан.
...Бер йыл шулай йәйен, Һөләймән ауылы урманында бәшмәк йыйып йөрөгәндә, беҙ Ҡыҙыл Яр тауына ҡаршы күл буйында оҙонлоғо 20 метрҙан ашыу, киңлеге 5 – 6 метр, бейеклеге 1 метр самаһы ҡалҡыулыҡҡа юлыҡтыҡ.
— Был нимә һуң? — тип юлдаштарыма ғәжәпләнеп ҡараным.
Ирле-ҡатынлы Флорида менән Нурғәли Мөхәмәтғәлиндәр көлөп ебәрҙе.
— Үҙең Һөләймәндеке, ә бының ни икәнлеген дә белмәйһең. Был бит Алпамыша ҡәбере, ә артабан, ана, Алмапыша баҫыуы һуҙыла.
— Алпамыша баҫыуын беләм-белеүен, ләкин уны Алпамышаның ҡәберенә бәйле булыуын һис тә ишеткәнем юҡсы. — Мин ҡалҡыулыҡҡа яҡыныраҡ килеп, бысағым менән уның кәҫ ҡатламын ҡаҙып ҡараным. Бәй, унда ҡара тупраҡ булып сыҡты, ә эргә-тирәһендә – һары тупраҡлы ҡырсынташ. Ни ғәләмәт? Тимәк, ҡара тупраҡты ҡайҙандыр ситтән килтергәндәр.
– Эйе, ситтән килтергәндәр, — тип шикләнеүҙәремде таратты Флорида. — Был турала элегерәк ауыл аҡһаҡалдары һөйләй торғайны. Мин мәктәптә уҡытҡан сағымда уҡыусыларымды ошонда алып килеп алпамыша кешеләре тураһында бәйән иткәнем булды. Ҡайһы бер аҡһаҡалдарҙы ла саҡырғыланым. Хәҙер ул ҡарттар юҡ инде, легенда ла онотолдо.
Флорида алдамаҫ, ул бит Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Кем белә, бәлки, алпамышаларҙың береһенең ҡәбере ошолор ҙа. Мөғжизә түгелме ни был?

Астаумы, Хөкөмтаумы?

Әй йылғаһы киң уйһыулыҡ буйлап тыныс ҡына ағып килә лә, һул ярҙағы бейек ҡаяға бәрелеп, ҡапыл уңға ҡайырыла һәм юлын артабан дауам итә. Ул бейеклекте беҙҙә “Ҡыҙыл Яр” тип атайҙар. Уның өҫтөнә менеп аҫҡа ҡараһаң, шаулап аҡҡан йылғаның аҡ тулҡындарын күреп, башың әйләнеп киткәндәй була. Артабан Ҡыҙыл Яр тау теҙмәһе көньяҡҡа һуҙыла, бейегәйгәндән-бейегәйә һәм, тәрән упҡынға терәлеп, ҡапыл туҡтап ҡала. Урындағы халыҡ телендә Астау йә Асытау тип тә нарыҡланған был тау Әй йылғаһы аръяғындағы Тайыш ауылы ҡаршыһында ята. Уның итәгендә үткән быуаттың 80-се йылдарына тиклем райондың иң боронғо Төрөпкилде тигән башҡорт ауылы урынлашҡайны. Хәҙер ул юҡ. Ҡасандыр ауыл булғанлығы тураһында кесерткән һәм ҡарағура ҡыуаҡлыҡтары баҫҡан иҫке зыярат ҡына һөйләй.
Әммә тауҙың өсөнсө атамаһы ла бар. Ул хаҡта күренекле этнолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Раил Ғүмәр улы Кузеев үҙенең “Башҡорттарҙың тарихи этнографияһы очерктары” китабында (Өфө, 1957) бына нимә тип яҙып ҡалдырған: “Мәсетле районының Төрөпкилде ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта Хөкөмтау (хөкөм итеү, ҡарар сығарыу, кәңәшләшеү, етәкселек итеү) тигән тау бар. Әйле башҡорттарынан яҙып алынған легенда буйынса, был тауҙа Дыуан, Һарт, Ҡошсо, Тырнаҡлы, Мырҙалар ырыуы бейҙәре ер бүлеү, ырыу биләмәләренең сиктәрен билдәләү, биләмәне дошмандарҙан һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйылыр булған. Риүәйәт буйынса, бейҙәрҙең ошондай кәңәшмәләренең береһендә Дыуан, Тырнаҡлы, Мырҙалар ырыуы биләмәләре киҫелешендә күсеп килгән һарттар өсөн урман һәм көтөүлек бүлергә ҡарар иткәндәр”.
— Мин дә ололарҙан был тауҙың тарихын ишеткәйнем, — тигәйне миңә бер саҡ Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе Ишмөхәмәт Ғилметдинов. — Улар, Хөкөмтау менән Астауҙы бер үк тау, ти торғайны. Уларҙың һөйләүенсә, был тауҙың башында Себер ханы Күсемдең ярандары (Әйле башҡорттары был ваҡытта уларҙың хакимлығы аҫтында була) Себергә үтеп ингән урыҫ ғәскәренә ҡаршы һуғышырға теләмәгән ҡырҡ ирҙең башын сабып өҙгән. Күрәһең, шуға ла төрөпкилделәрҙе “ҡырҡбаштар” тип атап йөрөтә торғайнылар.
Хәҙер Әйле башҡорттарының тарихына бер аҙ күҙ һалайыҡ. Башҡортостан 1556 – 1557 йылдарҙа Рус дәүләтенә ҡушылһа ла, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары, йәғни Әйле, Ҡатай, Ҡыуаҡан ҡәбиләләренә ҡараған ырыуҙар, һаман да Себер ханлығы аҫтында ыҙа сигә, һәм Күсем хан уларҙы урыҫтарға ҡаршы һуғышырға мәжбүр итә. Ҡаршылашҡандарҙы, Хөкөмтауҙағы һымаҡ, язалап үлтергән. Әммә ҡан ҡойғос алыштарҙа Күсем хандың элекке көс-ҡеүәте бөтә башлай. 1598 йылдың 20 авгусында урыҫ воеводаһы А. Воейков дружинаһы Обь йылғаһы ярында Күсем ханды тулыһынса ҡыйрата, һәм хан яҡындары менән Урта Азияға ҡаса. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ла Рус дәүләтенә ҡушыла.
Шуға күрә Хөкөмтау, йәғни, бөгөн аталыуынса, Астау, уның тирәһендә йәшәгәндәр өсөн генә түгел, бөтөн Әйле башҡорттары өсөн дә тарихи әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләйем. Был — бер. Икенсенән, ул Әйле ырыуҙарының географик урталығында тип әйтерлек ята.
Тәҡдимем шул: тарихсыларға ошо күҙаллауҙарҙы ентекләп тикшерергә һәм, минең фекерем раҫҡа сыҡһа, уны әйлеләрҙең изге тауы тип иғлан итергә, властарға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырыуҙы һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был яңылыҡ түгел, сөнки, ана, Юрматы ҡәбиләһе ырыуҙары Ишембай районындағы Торатау түбәһенә, ул тауҙы изгеләштереп, иҫтәлекле таҡтаташ мендереп ҡуйҙы. Ул ғына түгел, Ишембай менән Салауат ҡалалары араһындағы юл өҫтөнә юрматыларҙың ғәжәйеп ҡаласығын да төҙөнө. Әйлеләр уларҙан кәмме ни? Тик беҙгә әүҙемлек, тырышлыҡ, ватансылыҡ тойғоһо етмәй, күрәһең. Ялҡаулыҡ та көслө, тарихыбыҙға ла битарафбыҙ.
(Дауамы бар).
Ризван ХАЖИЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә