Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 4 — 10 июнгә йондоҙнамә
Аҙна ай тотолоуҙан башлана, тимәк, дүшәмбенән кесе йомағаса хәл-ваҡиғаларҙы үҙ яйына ҡуйыу фарыз: ни яҙһа, шул булыр. Ҡулығыҙға эш бармай икән, нимәнелер дөрөҫ эшләмәгәнде аңлата. Көсөгөҙ, ваҡытығыҙ йәл, әлбиттә, әммә бер ни ҡылыр әмәл юҡ – булыр-булмаҫтай һөҙөмтәләргә йәбешеп ятмағыҙ. Төрлө мәсьәләгә ҡарата күҙегеҙ асылыр: бик үк күңелленән булмаһа ла, барыбер дөрөҫлөктө белеү яҡшыраҡ.
Дүшәмбе – ҡатмарлы, көсөргәнешле көн. Ниндәйҙер билдә һәм хәлдәрҙе киләсәккә иҫкәртеү кеүек ҡабул итегеҙ. Шишәмбе әллә ни ҡыйрата алмаҫһығыҙ. Хәйер, кискә табан уңышлы ғәмәл атҡарыуығыҙ бар. Шаршамбы сәйер аңлашылмаусанлыҡтар, хатта низағтар килеп сығыуы ихтимал. Ғәйеп тояһығыҙ икән, ғәфү үтенергә онотмағыҙ. Кесе йома хәлегеҙҙән килерҙәй эштәргә генә тотоноғоҙ. Документтар менән булырға кәңәш ителмәй. Йома иһә, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, алға барырға тура киләсәк.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Хәл ителмәгән мәсьәләләр борсой. Иң мөһиме – башҡаларҙың бәхәсенә ҡыҫылмағыҙ: ике яҡ та һеҙгә ҡаршы төшөүе ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)
Мираҫ мәсьәләләре менән булышырға тура килер. Көтмәгәндә шундай бәхет эләкһә, ни эшләргә лә белмәй, аптырап ҡалыуығыҙ ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Йән-тән һаулығын хәстәрләү, һөнәри оҫталыҡты арттырыу аҙнаһы. Бының өсөн теүәллек, аныҡлыҡ талап ителә.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һығымта яһай торған мәл. Нимәлер килеп сыҡмаған икән, сәбәпте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Яңы пландарҙы тормошҡа ашырырырға һеҙ әлегә әҙер түгел.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура киләсәк. Мәҫәлән, яңы етәксе килгән икән, уға оҡшар өсөн эштәге тырышлыҡ ҡына етмәйәсәк.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мәғариф, фән мәсьәләләрен хәл итә торған осор. Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер. Был, әлбиттә, тиҙ генә килеп сыҡмаҫ, шулай ҙа аҙна ваҡиғалары ғәҙәттәргә, инаныуҙарға башҡа юҫыҡтан бағырға ярҙам итер.

Саян (24.10 –22.11)
Көсөргәнешле көндәр. Эшегеҙ күп, өйҙә лә һеҙҙән күпте өмөт итерҙәр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Суд вәкилдәре йәки дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән аралашыуығыҙ ихтимал. Проблеманы тыныс юл менән хәл итерһегеҙ.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тырыш, уңған икәнлегегеҙҙе күрһәтергә тура килер. Кисен ҡалып эшләргә тура килер. Етәксегә лә оҡшай, һеҙгә лә тыныс.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эшмәкәрлегегеҙҙең һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Мөһим бурыс башҡарырһығыҙ һәм быны мотлаҡ билдәләп үтерҙәр. Һөнәри абруйығыҙ күтәрелер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ниндәйҙер ваҡиға логик аҙағына яҡынлаша. Мәҫәлән, һөнәри йәһәттән өмөтлө, әммә ышанысһыҙ кеше менән артабан эшләүҙең мөмкин түгеллеген аңларһығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә