Аҙна ай тотолоуҙан башлана, тимәк, дүшәмбенән кесе йомағаса хәл-ваҡиғаларҙы үҙ яйына ҡуйыу фарыз: ни яҙһа, шул булыр. Ҡулығыҙға эш бармай икән, нимәнелер дөрөҫ эшләмәгәнде аңлата. Көсөгөҙ, ваҡытығыҙ йәл, әлбиттә, әммә бер ни ҡылыр әмәл юҡ – булыр-булмаҫтай һөҙөмтәләргә йәбешеп ятмағыҙ. Төрлө мәсьәләгә ҡарата күҙегеҙ асылыр: бик үк күңелленән булмаһа ла, барыбер дөрөҫлөктө белеү яҡшыраҡ.
Дүшәмбе – ҡатмарлы, көсөргәнешле көн. Ниндәйҙер билдә һәм хәлдәрҙе киләсәккә иҫкәртеү кеүек ҡабул итегеҙ. Шишәмбе әллә ни ҡыйрата алмаҫһығыҙ. Хәйер, кискә табан уңышлы ғәмәл атҡарыуығыҙ бар. Шаршамбы сәйер аңлашылмаусанлыҡтар, хатта низағтар килеп сығыуы ихтимал. Ғәйеп тояһығыҙ икән, ғәфү үтенергә онотмағыҙ. Кесе йома хәлегеҙҙән килерҙәй эштәргә генә тотоноғоҙ. Документтар менән булырға кәңәш ителмәй. Йома иһә, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, алға барырға тура киләсәк.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)Хәл ителмәгән мәсьәләләр борсой. Иң мөһиме – башҡаларҙың бәхәсенә ҡыҫылмағыҙ: ике яҡ та һеҙгә ҡаршы төшөүе ихтимал.
Буға (21.04 – 21.05)Мираҫ мәсьәләләре менән булышырға тура килер. Көтмәгәндә шундай бәхет эләкһә, ни эшләргә лә белмәй, аптырап ҡалыуығыҙ ихтимал.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Йән-тән һаулығын хәстәрләү, һөнәри оҫталыҡты арттырыу аҙнаһы. Бының өсөн теүәллек, аныҡлыҡ талап ителә.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Һығымта яһай торған мәл. Нимәлер килеп сыҡмаған икән, сәбәпте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Яңы пландарҙы тормошҡа ашырырырға һеҙ әлегә әҙер түгел.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)Үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура киләсәк. Мәҫәлән, яңы етәксе килгән икән, уға оҡшар өсөн эштәге тырышлыҡ ҡына етмәйәсәк.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Мәғариф, фән мәсьәләләрен хәл итә торған осор. Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер. Был, әлбиттә, тиҙ генә килеп сыҡмаҫ, шулай ҙа аҙна ваҡиғалары ғәҙәттәргә, инаныуҙарға башҡа юҫыҡтан бағырға ярҙам итер.
Саян (24.10 –22.11)Көсөргәнешле көндәр. Эшегеҙ күп, өйҙә лә һеҙҙән күпте өмөт итерҙәр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)Суд вәкилдәре йәки дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән аралашыуығыҙ ихтимал. Проблеманы тыныс юл менән хәл итерһегеҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)Тырыш, уңған икәнлегегеҙҙе күрһәтергә тура килер. Кисен ҡалып эшләргә тура килер. Етәксегә лә оҡшай, һеҙгә лә тыныс.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)Эшмәкәрлегегеҙҙең һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Мөһим бурыс башҡарырһығыҙ һәм быны мотлаҡ билдәләп үтерҙәр. Һөнәри абруйығыҙ күтәрелер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)Ниндәйҙер ваҡиға логик аҙағына яҡынлаша. Мәҫәлән, һөнәри йәһәттән өмөтлө, әммә ышанысһыҙ кеше менән артабан эшләүҙең мөмкин түгеллеген аңларһығыҙ.
Өмөтбикә.