Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡанаттар осҡанда нығый

Ғәли Ишмырҙиндың ҡаһарманлығы яңы еңеүҙәргә дәртләндерә.

Һеҙ беренсе башҡорт осоусыһының кем икәнен беләһегеҙме? Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин – Өфө аэроклубының тәүге етәксеһе генә түгел, егерме дүрт Советтар Союзы геройын үҫтергән шәхес тә. Күптән түгел Ғәли Ишмырҙиндың кескәй Ватаны Ауырғазы районының Мораҙым ауылында уның иҫтәлегенә Республика көрәш турниры үтте.

Ғорурланырлыҡ урын бар

Башҡортостандың төрлө район-ҡала­ларынан йыйылған йәш спортсыларҙы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов сә­ләм­ләне һәм, Ғәли Ишмыр­ҙинды республикабыҙҙың милли батырына тиңләп, яҡташ­тары араһында уның әһә­миәтлеген билдәләне:
– Бөгөн кемдең хөрмәтенә, иҫтәлегенә көрәшкәнегеҙҙе онотмағыҙ. Был спорт төрөнә килгәндә, ғорур­ланырлыҡ урын бар: беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа егеттәребеҙ Рәсәй чемпиондары һәм призерзары булды. Рушан Ильясов, Рәмил Ғә­лимовты “тере легенда” тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Уларҙың еңеүендә остаздары Вәсил Искәндәр улы Ильясов­тың ты­рышлығы баһалап бөткөһөҙ, – тине ул.

– Көрәш турнирының Баш­ҡорт­остан Республикаһының 100 йыллығына арналыуы ла – тарихи мәл. Һеҙҙең арала буласаҡ чемпиондар баҫып тороуына шигем юҡ. Осоусылар ҙа тырыш, ныҡыш булған, улар­ҙан ҡалышмауығыҙҙы теләйем, – тине билдәле йәмәғәт эш­мәкәре, Мең ырыуы башҡорт­тары ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Әхнәф Тимербулатов һәм ярыш һуңында, төп урындарҙан тыш, көрәшселәргә “Мең ырыуының йәш батыры” исеме лә биреләсәге хаҡында хәбәр итте.

Иң шәп тренер – Мораҙымдан

Көрәш турнирын асыу танта­наһының тағы бер иҫтәлекле мәле Илдус Нәҙершинға “Баш­ҡортостандың иң яҡшы тренеры” таныҡлығын тапшырыу булды. Мәртәбәле исем алған тренер ихлас шатлығын йәшермәне.

– Был – берәү һуғыш яланында яугир була алмағандай, миңә балаларын ышанып тапшырған ата-әсәләрҙең, гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер уҡытыусыларҙың уртаҡ хеҙмәт емеше. Егеттәрҙең һәләтен үҫтерге, уларҙа спортҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү уятҡы килә. Был йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ, – тине ул.

Төп һүҙҙәр әйтелде, тәбрик­ләүҙәр еткерелде, Башҡортос­тан флагы күтәрелде, бәйгегә лә сират етте. Ҡарап тороуға кескәй, хатта сибек тойолған йәш спортсылар ихлас айҡаша майҙан уртаһында. Араларында ҡыҙҙарҙың бихисап икәнлеге һоҡландыра. Һәр береһе үтә етди. Был уларҙың үҙ шөғөл­дәренә күңел биреп, яуаплы ҡарауҙары хаҡында һөйләй. Шулар араһында иң-иңдәре кемдәр, былар хаҡында бәйге аҙағында билдәле булыр.
Ҡанаттар осҡанда нығый

Күккә ынтылған самолет

Көрәш турниры уҙған Мора­ҙым ауыл мәҙәниәт йорто тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм бай китапханаһы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Музейҙа һаҡланған үҙенсәлекле экспо­нат­тарҙың береһе – Хәләф Ризәповтың “Күккә ынтылған самолет” картинаһы. Унда Мо­ра­ҙым ауылы халҡының хәте­рендә мәңге уйылып ҡалған 2003 йылдағы һабантуй һүрәт­ләнгән. Ябай һабантуй булмай ул, сөнки тап ошо байрамда осоусы Ғәли Ишмырҙиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы самолет-һәйкәл ҡуйыла.

Илгә егерме дүрт Советтар Союзы геройын биргән Ғәли Ишмырҙин хаҡында айырым яҙып үтмәү мөмкин түгел. Ул 1903 йылдың 15 мартында Ауырғазы районының Мораҙым ауылында ярлы крәҫтиән ғаилә­һендә донъяға килә. Ун ете йәше тулыр-тулмаҫтан буласаҡ осоусы үҙ теләге менән Ҡыҙыл әрмегә алына, айырым Баш­ҡорт атыусылар бригадаһы­на яҙыла, бер нисә яу нөктәлә­рен­дә ҡатнаша. Тиҙҙән йәш һал­даттың тырышлыҡтары те­йе­шенсә баһалана, ул тәүҙә Ба­ҡы ҡалаһына, аҙаҡ Тифлис­ҡа командирҙар әҙерләү мәктә­бенә уҡырға ебәрелә. 1930 йылда Борисоглебск ҡалаһындағы осоусылар мәктәбен тамам­лағас, Ғәли Ишмырҙинды Ырым­бурҙағы осоусылар мәк­тәбенә йүнәлтәләр. Башҡорт осоусыһы шул замандағы иң һәйбәт белгестәрҙең береһе булараҡ таныла, әммә сәйәси золом уны урап үтмәй, Ишмырҙин 1937 йылда ҡулға алына. Сталин террорының ҡара ҡанаты уның ғаиләһе өҫтөндә лә елпенә: ҡатыны өс балаһы менән урамда тороп ҡалырға мәжбүр була. Бәхеткә, ярты йылдан Ғәли Ишмыр­ҙинды аҡлайҙар, 1940 йылға уны капитан, авиация етәксеһе итеп үрләтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башында башҡорт аэроклубтарынан йөҙләгән осоусы илде һаҡларға ебәрелә, шуларҙың егерме дүрте Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һуғыш йылдарында Ғәли Ишмырҙин фронт өсөн осоусы кадрҙар әҙерләү өҫтөн­дә ҙур эш башҡара, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1942 йылда самолеты 30 метр бейеклеккә күтәрелгән ерҙән ҡолап төшә. Ошолай өҙөлә легендар осоу­сының ғүмере, әммә һүнмәҫ даны ҡала. Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәй яҡташтарының беҙ һүҙ алып барған Республика көрәш турнирын ойоштороуы – быға асыҡ дәлил.

Кем еңеүсе?

Бәйге булғас, еңеүсеһе лә билдәләнә. Көрәш турнирының тулҡынландырғыс, еңеүселәрҙе иғлан итеү, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу мәле етте. Бына улар иң-иңдәр: үҙ ауыр­лыҡ категория­һында Ауырғазы районының Таштамаҡ ауылынан Юлианна Семенова, Мораҙым­дан Әлфинә Большакова, Айзилә Хә­бибуллина, Луиза һәм Нилә Нәҙер­шиналар; Өфөнән Дарья Ниғмәтуллина, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Камила Хафизова, Анжелика Иванова, Ауырғазынан Фирүзә Фәйзуллина, Олеся Семенова, Ангелина Арыҫланова, Стәрлетамаҡтан Алена Самардакова, Анна Панаева.

Егеттәр араһында ауырға­зылар Азамат Миңлеғолов, Кирилл Васильев, Байрас Назаров, Искәндәр Һатлыҡов, Семен Семенов, Алмаз Рәхмә­туллин, Булат Әбйәлилов, Илназ Шәмсетдинов, Никита Сидоров, Умар Самадов, Рәмил Байымов, Дәүләкәндән Данил Булатов, Данил Иҙрисов, Илназ Сафин, Кинйә Хәлиуллин, Алмаз Шәйғәрҙәнов, Өфөнән Виталий Евстигнеев, Марат Хафизов, Дмитрий Устеменко һәм башҡалар бил бирмәне.
“Мең ырыуының йәш батыры” исеменә Әлфинә Большакова, Егор Ошпидов, Дмитрий Устеменко, Кинйә Хәлиуллин, Юлианна Семенова һәм башҡалар лайыҡ тип табылды. Улар Мең ырыуы баш­ҡорттары ойош­маһынан Маҡ­тау ҡағыҙы һәм бүләктәр алды.

Беренсе башҡорт осоусыһы Ғәли Ишмырҙин иҫтәлегенә үткәрелгән Республика көрәш турниры ысын-ысынында рух һәм сәм байрамына әүерелде, ә шәхсән миндә “Батырҙар төйәге икән Ауырғазы” тигән фекер яралды. Быға тап ошо төбәктән Рәсәй чемпиондары, иң яҡшы тренерҙар сығыуы, ярышта еңеү яулаған уҡыусы­ларҙың күпселеге Ауыр­ғазы районы ауылдарынан булыуы һәм, әлбиттә, Ғәли Ишмыр­ҙиндың ҡаһарман­лығы сәбәпсе. Ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалғанда тау башындағы күккә ашҡынған самолет ҡанаттарын күңелле елпеп, һауа винтын зыйлатып оҙатып ҡалды, бындағы йәш батырҙарҙы ошо һәйкәл дә бейек осоштарға, яңы еңеүҙәргә елкендереүендә тамсы ла шигем юҡ.


Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА Район: Ауырғазы районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә