Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хосписмы, әллә паллиатив ярҙам бүлексәһеме?

Йән һәм тән тыныслығы бүләк иткән йортта кемдәр дауалана?

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, доцент Ишмырҙа Һиҙиәтов 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғы Әбйәлилгә ҡайта. Күп йылдар республика онкология диспансерында эшләп, яман шеш сирҙәрен дауалау буйынса ҙур тәжрибә туплаған, әллә күпме ауырыуҙың ғүмерен оҙайтыуға үҙ өлөшөн индергән юғары квалификациялы табип район дауаханаһында эшләгән сағында Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә беренселәрҙән булып ауыл ерендә хоспис төҙөргә ҡарар итә. Район үҙәгенән йыраҡ булмаған, тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан Салауат ауылында уның тырышлығы һәм башланғысы менән республикала ауыр хәлдәге сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән йән һәм тән тыныслығы биреүсе берҙән-бер йорт – хоспис асыла.

Һуңғы өмөт төйәге

Ҡасандыр сит илдәргә генә хас булған, хатта Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә генә барлыҡҡа килгән, тәү ҡарашҡа исеме бик яңғырауыҡлы тойолған хоспистың Әбйәлилдә асылыуы, уның эшләп китеүе баштараҡ Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тырышлығы менән атҡарылып килһә, аҙаҡ уны финанслауҙа, медицина препараттары менән тәьмин итеүҙә проблемалар тыуа. Шунлыҡтан 2000 йылда үҙ ишектәрен асҡан хоспис бөгөн Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлексәһе булараҡ эшләй. Яман шештән интегеүселәрҙе, ауыр хроник сирлеләрҙе, умыртҡа һөйәге зарарланып, хәрәкәтһеҙ ҡалыусыларҙы, инсульт кисергән ауырыуҙарҙы һәм башҡа ауыр сирлеләрҙе ҡабул иткән бүлектә барлығы 15 койка-урын бар. Улар араһында түшәктә ятыусылар ҙа юҡ түгел.

Коллективҡа оҙаҡ йылдар Ишмыр­ҙа Һиҙиәтовтың уҡыусыһы, уның юлын лайыҡлы дауам итеүсе, үҙ эшенең оҫтаһы Хәлиҙә Ғәйфуллина етәкселек итә. Бөгөн табип декрет ялында булыу сәбәпле, беҙгә уның менән яҡындан аралашырға форсат сыҡманы.

Һуңғы ваҡытта был медицина учреждениеһы хаҡында йыш ҡына төрлө хәбәрҙәр ишетелә: кемдер сирлеләрҙе ашатыу мәсьәләһе насар тиһә, икенселәр бинаға күптән ремонт яһалмауға, тейешле иғтибар булмауға зарлана. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тигән мәҡәлде күҙ уңында тотоп, беҙ ҙә Салауат ауылына юл алдыҡ. Хәйер, бында тәүге тапҡыр килеүем түгел. Беҙҙе Асҡар үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Рәфис Маннапов оҙатып йөрөнө.

Бүлектең өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лилиә Хамматова әйтеүенсә, әле бында 17 сирле дауалана. Уларҙың барыһы ла Әбйәлил районынан. Иң аяныслыһы: бар сирлеләргә лә яман шеш диагнозы ҡуйылған.

– Ауырыуҙар 21 көн дауаланыу курсы үтә, уларҙың күбеһе – беҙҙең даими пациенттар, сөнки сирле беҙҙә бер аҙ дауаланғандан һуң өйөнә оҙатыла. Өс айҙан һуң уның йәнә килеүе ихтимал. Химия терапияһы үткәндәр реабилитациялау курсын беҙҙә дауам итә. Ауыр хәлдәге сирлеләр үҙҙәрен яҡшы тойһон һәм ҡәнәғәт ҡалһын өсөн, уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша­быҙ. Үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, бында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә еңелдән түгел, шуға күрә беҙгә психолог та, табип та, һиҙгер күңелле сирлеләрҙең яҡын кешеһе булыу ҙа талап ителә. Уларға йәшәүгә өмөт биреп дәртләндереү – төп маҡсатыбыҙ.

Дарыуҙарға килгәндә, барыһы ла бар. Район дауаханаһы өҙөклөктәргә юл ҡуймай. Бүлмәләрҙә ике-өс кеше йәшәй, ауыр сирлеләрҙең балалары, туғандары йыш килә. Көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ҡаралған, бер кешегә көнөнә 100-әр һумдан тура килә, – ти Лилиә Вәлит ҡыҙы.

Рухи көс талап ителә

Ысынлап та, бында эшләүсе хеҙ­мәт­кәрҙәргә еңелдән түгел. Ауырыу­ҙарҙың күбеһен сабый урынына ҡарау талап ителә: бәләкәй бала кеүек ҡалаҡлап ашатыу, түшәктәрен алмаштырыу, йыуындырыу, керҙәрен йыуып үтекләү кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙең барыһы ла уларҙың нескә иңдәренә һалынған. Бында эшләүселәр түҙемле, сабыр ғына түгел, оло йөрәкле лә.

Ысынлап та, хосписта эшләү рухи көс талап итә. Ауыр хәлдә ҡалған сирлеләргә күңел йылыһын өләшкән, уларҙы йыуатып, йәшәүгә көс өҫтәп, һәр саҡ йылмайып йөрөгән хеҙмәт­кәрҙәргә ҡарап һоҡланып та ҡуйҙым. Тәүге көндәрҙән алып эшләгән шәфҡәт туташтары Фәйрүзә Мәсәлимова, Айгөл Сәйетғәлина, Эльвира Мәғәфү­рова, санитаркалар Гөлсинә Әминева, Вәсилә Мостаҡаеваларҙы барыһы ла хөрмәт итә.

Беҙ барғанда, мунса көнө булған­лыҡтан, үҙ аяғында йөрөй алыусылар, урамда урынлашҡан мунсанан биттәре алланып, йомшаҡ һәм шифалы мин­дектән йәшәүгә яңы көс һәм дәрт алып сыҡҡайны.

Ныҡ ауыр хәлдә ҡалыусыларға ауылдың муллаһы Рафиҡ Шәйәхмәтов килеп ясин уҡый. Дин әһеле сирле­ләрҙә йәшәүгә өмөт арттырыу өсөн төрлө сүрәләр уҡып, доғалар ҡылып, тормош мәғәнәһенең асылын төшөн­дөрөргә тырыша. Әйткәндәй, ауылдың иман йорто бинанан алыҫ урынлаш­маған, теләүселәр йома намаҙына йөрөй, мәсеткә бара. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр дини байрамдарҙа ғына түгел, үҙе теләгән мәлдә Ҡорбан салып, уның итен сирлеләргә ашатырға теләк белдерә, етәкселек быға ризалыҡ бирә.

Хосписҡа мәрхәмәтлелек һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүселәр ҙә бар. Асҡарҙың Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы шәфҡәтлелек акцияларын даими үткәрә, урындағы гәзит редак­цияһы журналистары ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Шулай уҡ быйылдан район депутаттары паллиатив ярҙам бүлексәһенең проблемаларын өйрәнеп, уларға бар яҡлап ярҙам итергә һүҙ биргән.

Проблемалар хәл ителер

Һәр изге башланғыс йыш ҡына төрлө ҡаршылыҡҡа дусар булыусан. Ваҡытында төрлө кәртәләр аша үтеп, ахыр сиктә үҙ ишеген асыуға өлгәшкән хоспистың бөгөнгө хәле яҡшынан түгел. Өс ҡатлы бинаның проекты ла дөрөҫ эшләнмәгән. Хәрәкәтһеҙ ятҡан сирлеләрҙе урамға сығарыу һәм индереү, коляскала хәрәкәт итеү мәсьәләләре алдан уйлап эшләнмә­гәнлектән, хәл итәһе мәсьәләләр осрай. Сирлеләр икенсе ҡатта ята, был да медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Бында эшләүселәрҙең барыһы ла ауыр сирлеләргә бар яҡлап ярҙам итергә ынтылып тора. Тик мөмкин­лектәрҙең сикләнгәнлеге генә теләк­тәрҙең тормошҡа ашыуына кәртә булып тора. Нисек кенә булмаһын, бында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән изгелек һәм шәфҡәтлелек нуры бөркөлә, уларҙың һәр ҡарашы, һүҙе, ҡылған ғәмәлдәре ауыр сирлеләрҙә өмөт уята. Иң мөһиме – кешене өмөт йәшәтеүен онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала фельдшерҙарға бер тапҡыр бирелә торған пособие биреү тәртибе үҙгәрҙе

Республикала фельдшерҙарға бер тапҡыр бирелә торған пособие биреү тәртибе үҙгәрҙе 25.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда республиканың фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә урынлашҡан фельдшерҙарға...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда Алхатовтарҙың ишле ғаиләһендә 13-сө бала тыуған

Башҡортостанда Алхатовтарҙың ишле ғаиләһендә 13-сө бала тыуған 25.08.2025 // Йәмғиәт

Сабый – ғаиләлә етенсе ҡыҙ, тип хәбәр итте Башҡортостандың юстиция комитеты рәйесе Владимир Спеле....

Тотош уҡырға 10

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 32

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 63

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 36

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 44

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 33

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 47

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 39