Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бына һиңә УФОЛОГИЯ!
“Ура, бәйләнеш бар! Уфология тарихында тәүге тапҡыр осоусы тәрилкә менән бәйләнешкә инеү осрағы, ниһайәт, ныҡлы иҫбатланды”, — кисәге стажер, ә бөгөн инде район бүлеге буйынса дежур ярҙамсыһы кесе полиция сержанты Д. Дөбәйҙуллин ошондай мөһим ваҡиғаға үҙенең дә ҡатнашлығын ниндәйҙер кинәнес менән билдәләп ҡуйҙы.

Бер нисә минут элек кенә ул, телефон аша ошо шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙе ҡабул итеп, инструкция ҡушҡанса, “Белдереүҙәрҙе һәм хәл-ваҡиғаларҙы иҫәпкә алыу кенәгәһе”нә теркәп ҡуйҙы. Телефондан ир тауышы “осоусы тәрилкә” һөжүм итеүе хаҡында тотлоға-тотлоға һөйләне. Әйткәндәй, уның иң мөһим һәм кәрәкле ағзаһына — башына зыян килгән.
Киске аштан һуң килгән етәксеһенә ошо хаҡта тулҡынланып хәбәр итте стажер.
— Тәк, ниндәй фекерҙәр булыр? — тине тегеһе.
— Минеңсә, кисекмәҫтән урынға барырға кәрәк! Бәлки, НЛО-ның эҙен дә теркәп булыр.
— Опертөркөм ҡайҙа?
— Ваҡиға булған ергә юлланды.
— Ниндәй фараздарың бар?
— Мөмкин булһа, үҙем генә барып киләйем.
Сал сәсле тәжрибәле майор ризалығын биреп баш ҡаҡты һәм бер аҙ мыҫҡыллы тауыш менән: “Әйҙә, ҡарап ҡайт, ниндәйерәк тәрилкә икән”, — тип ҡуйҙы.
Иҫке полиция машинаһы ҡараңғы, соҡор-саҡырлы урам буйлап оҙаҡ ҡына барҙы. Юлда кесе сержант сит планетанан килеүселәр менән бәйләнешкә инеү хаҡында ишеткән-белгәндәрен хәтеренә төшөрҙө. Алыҫ цивилизация вәкилдәренең кеше урлауына ышанмай ине, әлбиттә. Йәнәһе, улар беҙҙекеләрҙе бөтөн яҡлап — төҙөлөшөн, физиологияһын, психик үҙенсәлектәрен өйрәнә. Хатта ошондай заттарҙан бала табыусы ҡатындар ҙа бар, ти. Быныһы инде бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Өҫтәүенә, “һары” матбуғатта түгел, ә абруйлы үҙәк баҫмаларҙа ошо турала йыш яҙалар бит. Шулай ҙа алыҫ галактика вәкилдәренең ерҙәге ҡайһы бер кешеләр менән фекерләү аша аралашыуы мөмкиндер, моғайын.
Икһеҙ-сикһеҙ уфология өлкәһендә ҙур ҡаршылыҡ күҙәтелә. Имеш-мимештәр, фараздар ысынбарлыҡҡа нисек кенә яҡын тормаһын, уларҙа һәр саҡ аныҡлыҡ, иҫбатланған бер генә факт та булманы. Бөтә нәмә фәнни фантастикаға ҡоролдо. Бына, ниһайәт, ул, Дөбәйҙуллин, йыл асышы алдында. Юҡ, йыл ғына түгел, тиҫтә йыллыҡ, ә, бәлки, хатта быуат асышы алдындалыр!
Теге ирҙең ысынлап та осоусы тәрилкәгә эләгеүен табиптар ҙа раҫлаһа, иртәгә Дөбәйҙуллиндың да телевизор экранына сығыуы ихтимал. Иртәнән һуң бөтә гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Артабан инде сержант дәрәжәһе лә алыҫ түгел.
Тик ниңә әлегә тиклем тыныс ҡына заттар тупаҫлыҡ күрһәтә башлаған? Шуныһы аңлашылып етмәй. Тәрилкә һөжүменең ҡорбаны — 26-сы магазиндың йөк ташыусыһы Сидорчуктың уларға ни зыяны тейгән? Ярай, тикшерербеҙ. Шуның өсөн юлланды ла. Бына эҙләгән йортҡа ла килеп еттек.
Өр-яңы туфлийын бысратыуҙан ҡурҡып, Дөбәйҙуллин һаҡ ҡына Сидорчук йәшәгән подъезға инде. Ишекте һөйкөмлө генә ханым асты. Ул иғтибар менән ҡарашын кесе сержантҡа төбәне.
— Ирегеҙ осоусы тәрилкә менән бәйләнешкә ингән икән. Күптән түгел генә шылтыратты, — тип асыҡланы сәфәренең маҡсатын Дөбәйҙуллин.
— Ә-ә-ә, эскесе мөртәт, полицияға шылтыратып, миңә ялыу иттеме? Ах, ҡороғор, мәлғүн... — тип ҡыҙҙы ҡатын.
— Ниңә һеҙгә булһын, — тип туҡтатты уны сержант,— осоусы тәрилкәгә, уның менән бәйләнешкә ингән бит.
— Бына ята ул тәрилкә. Хәҙер йыйып алам, — тип хужабикә иҙәндә ятҡан ярсыҡтарға күрһәтте. Күрәһең, ханымдың түҙемлеге һуңғы сиккә еткәндер.
— Тәрилкәнән тыш, ирем бөгөн сүмес, таба, һеҙ килгәнгә тиклем бер нисә минут элек кенә уҡлау менән дә бәйләнешкә инде, — тине ҡатын, өмөтһөҙлөккә бирелеп.
— Барыһы ла аңлашылды. Теләһәгеҙ, хәҙер уны айнытҡысҡа оҙатабыҙ, — тип белдерҙе Дөбәйҙуллин.
Кире яуап алғас, күңелһеҙ генә урамға сыҡты. Йәл, сит планета вәкилдәре менән бәйләнешкә инеү осрағы йәнә раҫланманы.
Илдар ӘХМӘҘИЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә