Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин улымды кеше итәсәкмен!”

Ғашиҡтар көнөнә һөйөклө иренә әллә ҡасандан көткән малай бүләк итергә әҙерләнеп йөрөгән Алена уйламағанда ауыры ете айлыҡ ҡына булған саҡта өйөнөң ишеге төбөндә боҙға тайып йығыла. Декабрҙең тәүге көндәрендә була был аяныслы хәл. Уны “Ашығыс ярҙам” менән бала табыу йортона алып китәләр. Шул уҡ көндә 30 аҙналыҡ ҡына булып Роман донъяға килә.

“Алена, өмөтләнмә!”

Теләүғоловтар ғаиләһендәге үлем менән йәшәү араһындағы бөтмәҫ көрәш шул көндән башлана һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгә тиклем дауам итә. Малай күм-күк булып тыуа, үҙаллы тын да ала алмай. Ауырлығы 1490 грамм, буйы 41 сантиметрлыҡ сабыйҙы шунда уҡ реанимацияға һалалар. Һушына ла килергә өлгөрмәгән йәш әсәне аямай табиптар: “Тере тыуғанына, йөрәге тип­кәнгә шатланығыҙ”, – тип кенә ҡуя. Өс көн самаһы яһалма тын алыу аппаратында ятҡас, саҡ үҙе тын ала башлай сабый. Хәле шәптән булмағас, уларҙы баш ҡаланың 17-се балалар дауаха­наһына күсерәләр. Етлекмәй тыуған балала пневмония табыла, уны дауалай башлайҙар. Ай ярымдан һуң саҡ өйөнә ҡайта бәпәй. Тик бер аҙна ла тороп өлгөрмәйҙәр, яңынан пневмония башлана. Шунда уҡ йәнә 17-се дауаханаға китәләр, артабан йәшәгән урындары буйынса 22-се дауаханаға күсерәләр.

Кислород етмәгәнлектән күгәрә баш­лаған Романды шунда уҡ реанимацияға алып китәләр һәм, бер аҙна үткәс, бала иҫен юғалта. Өс көндән уны яһалма йоҡоға күсерәләр. Малайҙың хәле үтә лә тотороҡһоҙ була. Табиптар йыйылып консилиум үткәрә, унда комалағы бала йәшәмәйәсәк тигән һығымтаға киләләр.

– Ул саҡтағы кисерештәрем иҫкә төшһә, әле лә күҙемә йәш тығыла. Нисә ай буйы сабыйымды ҡулыма алып, иркәләп һөйә лә алманым бит, – тип хәтерләй бөгөн ул.

“Алена, өмөтләнмә”. Был һүҙҙәрҙе нисә тапҡыр ишетте икән йәш әсә? Тик өмөтләнмәй буламы һуң да, өмөттән башҡа тағы нимә ҡала? Йөрәк ярып сыҡҡан бала бит! Ә малай, ысынлап та, үтә ауыр хәлдә була. Ниндәй генә сир тапмайҙар ҙа ниндәй генә диагноз ҡуймайҙар... Сирленең туғандарын ҡағиҙә буйынса реанимацияға бик индерергә лә ярамай. Тик Алена бер нимәгә ҡарамай көн һайын иртәле-кисле килә, яҡшы хәбәр көтә. Бер көн “бөйөрө эшләмәй башланы” тип ҡаршы алалар, икенсе килгәнендә “ашҡаҙаны аҙыҡ ҡабул итмәй” тиҙәр, йә бауыры эшләмәй, йә йөрәк өйәнәге табыла... Нисек түҙгәндер әсә кеше, бер Хоҙайға билдәле.

Мөғжизәнән башҡа ни булһын?

Хоҙай тигәндән, быға тиклем уның барлығы тураһында уйлап та бирмәгән Алена ысын йөрәктән Аллаһҡа ышана башлай. Ире Риваз мосолман булһа ла, әсәй доғалары яҡыныраҡ булыр тип, үҙенең диненә ярашлы малайҙы реанимацияла саҡта сиркәүҙән рухани саҡыртып суҡындыралар. Шунда уҡ иконалар ала, буш ваҡыты булыу менән сиркәүгә барып, доғаларын уҡып, Аллаһҡа ялбара башлай ул. Һәм ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуа. Инде бер өмөт тә ҡалманы тигәндә, малай аппараттарға ҡаршылаша башлай, үҙаллы тын алырға маташа. Ике ай реанимацияла ятҡан сабый терелеп, дүрт айлыҡ булғас саҡ өйөнә ҡайтарыла.

Барыбер тыныс ҡына йәшәп булмай. Сабый даими рәүештә йә пневмония, йә бронхит менән ауырып ҡына тора. “Улымдың ғүмеренең тәүге йылында, дөйөм алғанда, ни бары бер ай самаһы ғына өйҙә була алдыҡ. Ҡалған ваҡыт дауаханала. Беҙҙе 22-се дауахананың реанимация бүлегендә күреп ҡалыу менән “ә-ә-ә Теләүғоловтар килгән икән, рәхим итегеҙ” тип ҡаршылап торҙолар. Улар беҙҙе тулыһынса белгәс, беҙгә лә тынысыраҡ ине”, – тип хәтерләй Алена.

Романға йәш ярым тигәндә, ул бер нәмә лә эшләй белмәй. Ни бары башын тоторға өйрәнә һәм ятып әйләнә генә. Был хәл, әлбиттә, әсәне борсоуға һала. Өфөнөң барлыҡ неврологтарын тиерлек урап сығалар, әммә яуап бер: етлекмәй тыуған бала өсөн был норма. Йәштәштәре әллә ҡасан йүгереп йөрөй, ә Рома һаман тик ята. Бының менән килешә алмайынса табиптарға йөрөй торғас, 1 йәш тә 10 ай тигәндә малайға балалар церебраль фалижы тигән тағы ла бер ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла. Быны ишеткән Алена тағы шаңҡып ҡала. Тик уға тиҙ арала үҙен ҡулға алырға тура килә. Шунда уҡ реабилитация тураһында уйлай башлайҙар.

Өфөләге үҙәктә бушлай дауаланыу мөмкинлеге бар, әммә сират бер йылдан ғына етәсәк, тиҙәр. Ә ваҡытты әрәм итергә ярамай. Түләүле реабилитация үтеү өсөн талап ителгән аҡсаны табырға ғаиләнең хәле етмәй. Был осраҡта ярҙамға социаль селтәрҙәр килә. Унда махсус төркөм булдырып, аҡса йыя башлайҙар. Һәм тағы ла мөғжизә: бер ай эсендә кәрәкле сумма йыйылып бөтә! Алена улы менән Силәбе ҡалаһына реабилитация үтергә юллана. Ике аҙна эсендә бер нимә лә эшләй белмәгән сабый үҙ аяғына баҫа башлай, тағы ла бер нисә айҙан бөтөнләй атлап китә. Бындай уңышҡа шатлыҡтарының сиге булмай. Эйе, Романдың аҙымдары бик ышаныслы түгел, ҡулдары ла ваҡ әйберҙәр тотоп, үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмай. Шулай ҙа ошоға тиклем ҡулынан төшмәгән баланың үҙ аяғы менән йөрөй алыуы әсә өсөн бик ҙур еңеү була.

Һынауҙар алда әле

Ҡыҙғаныс, әммә бының менән дә бөтмәй Теләүғоловтар ғаиләһенә төшкән һынауҙар. Инде барыһы ла яҡшы булыр тип йөрөгәндә, яңы проблемалар башлана. Әсәһе улында тәүҙә аутизм билдәләре күрә башлай. Рома менән кеше араһына сығыу ауырлаша, унда ҡыҙма өйәнәге (истерика) башлана, тыңлатып алып булмай. Шулай уҡ олигофрения тигән ҡурҡыныс диагноздың тәүге билдәләре лә үҙен тойҙора. Малай һөйләшмәй, күп нәмәне аңламай, ҡалаҡ тотоп ашай, көршәккә йөрөй белмәй. Баш мейеһе зыян күргәс, ул эҙмә-эҙлелекте аңлап етмәй. Хәҙер уларға ашығыс рәүештә психик үҫеш йәһәтенән реабилитация үтеү талап ителә. Өфөлә һәм яҡын-тирәләге төбәктәрҙә бындай үҙәктәр юҡ. Санкт-Петербургта бар, тик унда өс аҙна дауаланыу өсөн 300 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Алена әйтеүенсә, сит илдәрҙә, айырыуса Ҡытайҙа, бындай диагнозды еңел дауалайҙар. Әммә унда хаҡтар ҙа икенсе: миллион ярым һумлап аҡса талап ителә.

Һүҙ ҙә юҡ, йәш ғаиләгә аҡса бик күп кәрәк, ә инде сирле бала булғанда, сығым айырыуса ҙур. Ғаилә башлығы Риваз ҙур төҙөлөш магазинында һатыусы-консультант булып эшләй. Шул уҡ мәлдә, буш ваҡыты булыу менән өҫтәмә эш алып, аҡса табыу юлдарын эҙләй. Оҫта ҡуллы егет кешегә ремонт яһай икән. Роман инвалидлыҡ буйынса пособие ала, ә әсәһе – инвалид баланы ҡараусы булараҡ. Тик был аҡса дарыуҙарға ғына етә.
Алена – әле студент. Ул Өфө медицина колледжында уҡый.

– Атайымдың юлын дауам итәм тип БДУ-ға юрислыҡҡа уҡырға ингәйнем, тик минеке түгеллеген аңланым. Ә инде сирле балам тыуғас, медицина юлын һайлағаныма шатланып бөтә алмайым, – ти Алена.

Ысынлап та, был белемдәр уға бик кәрәк һәм файҙалы булып сыға. Малайына үҙе уколдар һала, система ҡуя, хәлен даими рәүештә контролдә тота. Өйҙәрендә ниндәй генә аппарат һәм дарыу юҡ. Өҫтәлдә иң күренгән урында кислород баллоны ултыра. Саҡ ҡына сатурацияһы төшә башлау менән, битлек кейеп кислород менән тын ала башлайҙар икән. Улы гел генә сирләп торғас, уҡыуын тамамлай алмай, бер йылға академ ялы алырға мәжбүр була. Тик бөтөнләй ташлап ҡуйырға уйы юҡ. Был ғына ла түгел, ул киләсәктә юғары медицина белеме алырға хыяллана. Педиатр-неонатолог булырға, реанимацияла ятҡан балаларҙы дауаларға теләй ул.

Гел йылмайып торған ҡыҙыҡай

Алена менән мин социаль селтәрҙә әсәләр һәм балалар темаһына арналған төркөмдә танышҡайным. Уның инвалид бала тәрбиәләүен дә шунда белеп ҡалдым. Иң аптыратҡаны шул булды: Аленала яҙмышына үпкәләү, уҫаллыҡ, үҙ-үҙенә ябылыу кеүек сифаттар бөтөнләй юҡ. Үҙе менән яҡындан танышҡас та, был фекеремде тағы бер нығыттым. Һәр ваҡыт йылмайып ҡына тора ул, ауырлыҡтарға зарланмай.

– Миңә ҡайғырып ултырырға ваҡыт та, мөмкинлек тә юҡ. Илауҙан бер фәтүә булмағанын әллә ҡасан аңланым, ваҡытты әрәм итмәй шөғөлләнергә генә кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, эмоциональ яҡтан ауыр саҡтар күп була. Үҙенсәлекле бала үҫтереү, ай-һай, еңел түгел шул. Шуға күрә мин һәр ваҡыт тынысландырыусы дарыуҙар эсеп йөрөйөм, – ти йәш әсәй.

Ҡайғырырға ярамай ҙа шул уға. Әсәһенең саҡ ҡына борсолоуын да Рома шунда уҡ тоя һәм кәйефе ҡырыла икән. “Улыбыҙҙың шундай үҙенсәлеген белеп, ирем менән талашмайбыҙ ҙа, хатта шыбырлашып та әрләшеп булмай, Роман шунда уҡ борсола башлай”, – тип көлә Алена.

Ғөмүмән, проблемалар күп булһа ла, Теләүғоловтарҙа мөхәббәт һәм татыулыҡ тантана итә. Бөтәһе бергә ҡосаҡлашып ултырырға ярата улар. Ғаилә башлығы эштән ҡайтыу менән, улы менән уйнарға, шөғөлләнергә ашыға. Роман төндәрен йоҡламағанда ла ирле-ҡатынлы сиратлап баланы ҡарайҙар.

Ҡағиҙә булараҡ, сирле балалы ғаиләне, ауырлыҡҡа сыҙамай, күп ирҙәр ташлап китә.

– Реабилитация үтергә барғанда, күп әсәләр менән аралашам. Ысынлап та, ни бары бер нисә ғаиләлә генә атайҙар бар. Күпселек ҡатын-ҡыҙ был ауыр йөктө бер үҙе тартырға мәжбүр. Риваз иһә улыбыҙҙы бик ярата, уның менән ғорурлана. Романы тулыһынса һауыҡ­тырыу өсөн көсөнән килгәндең барыһын да эшләргә тырыша, – ти Алена.

Романды кеше итеү өсөн ҙур көс һалырға кәрәк. Ҡайһы бер диагноздары ғү­мерлеккә тороп ҡаласағы ла аңла­шыла. Тик Аленаның барыһына ла көсө етеренә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырына үҙе менән аралашҡас, бер ниндәй ҙә шик ҡалмай. Быйыл көҙ Романы үҙенсәлекле балалар өсөн махсус балалар баҡсаһына бирергә әҙерләнәләр. Ә бына киләсәккә маҡсаты бик ҙур Теләүғоловтарҙың: улар, малайҙарын ғәҙәти мәктәпкә биреү кимәленә еткереп, һау тиҫтерҙәре менән бергә уҡытырға хыяллана. Футбол йә хоккей кеүек хәрәкәтсән спорт төрө менән дә шөғөлләндерергә хыялланалар.

Әле улар малайҙың психик үҫешен йүн­гә һалыу өсөн реабилитация башлар­ға әҙерләнә. Тәүҙә Өфө дефектологтарына мөрәжәғәт итеп ҡараясаҡтар, һөҙөмтә күренмәһә, Санкт-Петербургтағы махсус үҙәккә бармаҡсылар.

Йәш, һөйкөмлө әсә һәм уның тиктор­маҫ улы менән аралашыуҙың сәбәбе ауыр булһа ла, күңелдә йылы тәьҫо­раттар ҡалдырҙы. Ул проблемаларына бикләнеп, бар донъяға үпкәләп ултырмай, ә йылмайып, ауырлыҡтарға ҡаршы бара һәм яйлап-яйлап ҡына булһа ла уларҙы еңә! Уның ышаныс тулы тыныс йөҙөнә ҡарап үҙең дә яҡшыға ышанаһың – ошондай әсәһе бар саҡта Роман менән барыһы ла яҡшы буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872