“Кеше булып ҡалыу – төп маҡсаттарымдың береһе”
“Нимә әйтергә теләгәнегеҙ үҙегеҙгә асыҡ булмайынса, ғәҙәти һәм аныҡ һүҙҙәрҙе эҙләп ыҙа сикмәгеҙ. Әгәр башығыҙҙа фекерегеҙ әҙер булһа, кәрәклеләре беренсе саҡырыуҙа уҡ үҙҙәре килеп етәсәк”, тигән француз шағиры Никола Буало. Ситтәргә фекереңде еткерә алыу – ҙур талант. Берәй нимәгә ҡарашыңды белдереү ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Ғөмүмән, әҙәм балаһы ғүмере буйы белем эстәгән, ә инде уҡымайынса әйтер һүҙеңдең булыуы мөмкин түгел. Китап тигән ғәжәйеп серле утрауға аяҡ баҫтыңмы, унан сығырмын тимә, ул һине яйлап үҙенә ылыҡтыра, төпкәрәк әйҙәй бара. Тиккә генә китапты белем донъяһының тылсымлы бер инеше менән сағыштырмайҙар. Ғалимдар аңлатыуынса, ғөмүмән, уҡыу әҙәм балаһына күңел торошон тигеҙлектә тоторға ярҙамлаша, шул уҡ ваҡытта камиллыҡҡа ынтылырға ла булышлыҡ итә. Унан инде ғилемгә ынтылыш барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Рәсәй фәне көнө уңайынан филология фәндәре кандидаты Раушания СОЛТАҠАЕВА менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Башта гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле. Ҡайһы яҡтан, ниндәй юғары уҡыу йортон тамамланығыҙ, ғилми етәксегеҙ кем булды?
– Ишембай районының хозур тәбиғәтле, сылтырап ағып ятҡан Шиҙе йылғаһы буйында, Тирмән менән Ҡыҙҙар тауҙары ҡосағында ултырған Арлар ауылында тыуып үҫтем. Ауылымдың шишмә һыуын һыулап, йәмле туғайҙарының, ҡуйы урманының ҡыҙарып бешкән еләк-емешен тәмләп үҫкәнгәме, әллә инде ғаиләлә иң төпсөк ҡыҙ бала булып тыуғанғамы, бәләкәйҙән хис-тойғоло, йомшаҡ күңелле, баҫалҡы, һәр нәмәгә лә етди ҡарашлы, үтә тыңлаусан, оялсан булып буй еткерҙем. Башланғыс белемде тыуған ауылымда алдым, аҙаҡ күрше генә ятҡан Һайран ауылында урта мәктәпте тамамланым.
Ғаиләлә апайым-ағайымдар математика, физика, тарих фәнен һайлап, ошо өлкә буйынса уҡытыусы, табиптар булғанғамы, ниңәлер бәләкәйҙән үҙемде йә математика уҡытыусыһы, йә врач итеп күрә инем. Мәктәптә уҡыған йылдарымда уҡытыусым Абдрахман Ғимран улы Хәйбуллин математика буйынса төрлө олимпиадаларға әҙерләп, етди шөғөлләнә торғайны минең менән. Математика фәнен шул тиклем яраттым, уҡытыусым менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бергәләшеп сисә инек. Әйткәндәй, Абдрахман авый (уҡытыусыларҙы ололап беҙҙә шулай өндәшәләр) – районыбыҙҙа иң көслө математиктарҙың береһе. Ғөмүмән алғанда, Һайран урта мәктәбендә барлыҡ уҡытыусыларым да төплө белем биргән, үҙ эшен яҡшы белгән, ижади ҡарашлы, заман талаптарын аңлаған кешеләр булды. Телгә ҡарата һөйөүем еңеп сыҡтымы, 1993 йылда, XI класты тамамлап йөрөгәндә, математика уҡытыусыһы булам тигән фекеремде ҡырҡа үҙгәрттем. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға ингәс тә башҡорт тел ғилеме менән ҡыҙыҡһына башланым. Һүҙҙәр шулай уҡ һандар донъяһы кеүек теүәл, эҙмә-эҙлекле, төҙөлөшө буйынса билдәле формаларҙан төҙөлгән икәненә төшөндөм, математика менән тел ғилеменең ниндәйҙер уртаҡ яҡтарын таптым. Юғары уҡыу йортонда иһә мине был ҡыҙыҡлы донъяға филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов алып инде, юл күрһәтте, серҙәрен асты. Аҙаҡ уҡып бөтөп, диплом алғас, аспирантурала уҡыуымды дауам иттем һәм уның етәкселегендә “Башҡорт телендә ҡушма ҡылымдарҙың структур-семантик үҙенсәлектәре” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым.
– Әле үҙең билдәләп үттең, баҡтиһәң, Ниғмәтуллиндарҙың ғаиләһендә Раушания – ғилми эш менән шөғөлләнеүсе берҙән-бер бала. Һеҙ фән менән ҡасан ҡыҙыҡһына башланығыҙ?
– Ғаилә тураһында һүҙ сыҡҡас, атай менән әсәйҙе телгә алмау яҙыҡ булыр төҫлө. Атайым – Абдулхай Абдулхаҡ улы ғүмере буйы ауыл хужалығы буйынса етәксе урындарҙа эшләп, оҙаҡ йылдар колхоз бригадиры вазифаһын башҡарҙы, алдынғы ҡарашлы, йор һүҙле, уҡымышлы кеше ине, ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанды. Әсәйем – Ғәйнамал Ғәле ҡыҙының исеме Почет таҡтаһынан төшмәне. Үҫмер сағынан уҡ колхозда һауынсы булып эшләп, бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәне. Тырышлығы, уңғанлығы, егәрлелеге, сабыр холҡо, сәмселлеге күптәргә өлгө булды. Үҙәк өҙгөс моңло тауышы менән ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла дан тотто. Халҡыбыҙҙың “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”, “Ҡарурман”, “Илсе Ғайса” кеүек аҫыл йырҙарын ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем күңел ҡылдарын тетрәндерерлек итеп башҡарҙы. Атайым да, әсәйем дә бына шундай оло йәнле, эшһөйәр, талантлы, абруйлы кешеләр булғанғалыр инде, һәр беребеҙҙе үҙҙәре кеүек үк тәрбиәле, тәртипле, түбәнсел сифаттарға эйә булырға өйрәтте, юғары белем алырға ярҙам итте. Тормошта һөнәр һайлау атай-әсәй кәңәшенән тыш башҡарылманы.
Атайыбыҙ ни тиһә, шул юлдан барырға тырыштыҡ, шул һөнәргә уҡыныҡ. Уйлап ҡараһаң, туғыҙ баланы ла уҡытыу, кеше итеү, аяҡҡа баҫтырыу, ҙур тормошҡа сығарыу бер ҙә еңел булмаған бит. Әле булһа иҫемдә, V-VI кластарҙа уҡып йөрөгән сағымда атайым миңә: “Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булырһың”, – тигәйне шаяртып ҡына. Был ысынында иһә мәрәкә һүҙ булмаған. Йылдар үткәс, ошо әйткәндәргә тоғро ҡалып, үҙ юлымды студенттар уҡытыуҙа, фәндә шөғөлләнеүҙә таптым, шуға күрә лә фән менән шөғөлләнә башлауымдың тәүге нигеҙҙәрен атайым менән әсәйем һалғандыр тип уйлайым.
Әсәйемдең башҡорт халыҡ йырҙарын илһамланып башҡарыуынан күңелемдә туған телде, халыҡты, әҙәбиәтте яратыу хистәре тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым ул көндәрҙе күрә алманы. Юғары уҡыу йортон тамамлап, ғилем тауҙарына үрмәләүемдең тағы икенсе яғы – ул юлымда һәр саҡ изге күңелле, дөрөҫ һуҡмаҡ ярыусы уҡытыусы-ғалимдарҙың тап булыуынан киләлер, моғайын. Ә был һуҡмаҡты миңә, алдан әйтеп үтеүемсә, ваҡытында профессор Мөхтәр Әхтәмов ярғайны, кәңәштәрен биргәйне. Күптән түгел үҙенең 90 йәшлек олуғ ғүмер байрамын билдәләгән телебеҙ аҡһаҡалы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улының бөгөн дә кәңәштәренә мохтажмын, уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
БДУ-ға уҡырға инеп уҡый башлағас та, тәүге курстарҙан уҡ фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай башланым, телдең нескәлектәрен өйрәндем. Бигерәк тә телдең төҙөлөшө, һүҙҙәрҙең яһалыш мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. “Хәҙерге башҡорт телендә ҡушма ҡылымдарҙың яһалышы” исемле монографиямдың донъя күреүе – һүҙҙәрҙең төҙөлөшөн өйрәнеүҙең тәүге һөҙөмтәһе.
– Һеҙ Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында эшләнегеҙ. Шул осор күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр һаҡлай?
– Эйе, БДУ-ның Нефтекама филиалында эшләгән йылдар – ул ғүмеремдең иң татлы, иң наҙлы, иң уңышлы осоро. Коллегаларыбыҙ менән хәҙер ул ваҡытты һағынып ҡына иҫкә алабыҙ. Өфөнө ҡалдырып Нефтекамаға сығып китеү, әлбиттә, еңел түгел ине. Университеттың башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы ассистенты булып эшләп йөрөгән сағымда, 2003 йылда, факультетыбыҙ деканы, профессор Марат Зәйнуллин эш сәфәре менән Нефтекамаға ебәрҙе. Шул саҡта БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры, танылған публицист, журналист, философия фәндәре докторы Октябрь Вәлитов үҙе етәкләгән уҡыу йортона эшкә саҡырҙы. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй, был яңылыҡты ҡайтып әсәйемә кәңәш иттем. Ғәзиз кешемдең: “Ҡайҙа ла бер ҡояш, ҡыҙым”, – тигән һүҙенән һуң был ҡарарымды тормошҡа ашырырға ниәтләнем. Октябрь Кәлимулла улының тәҡдимен, Марат Вәли улының фатихаһын, әсәйемдең кәңәшен оло яуаплылыҡ менән ҡабул иттем. Ваҡытында дөрөҫ юл һайлай белеүемә, маҡсатымды тормошҡа ашырғаныма әле булһа шатланам. Филиал миңә барыһын да бирҙе: ике бүлмәле фатирын да, тормош иптәшен дә, балаларҙы ла, көслө эш тәжрибәһен дә! Шуға ла “Нефтекама – беҙҙең йәшлек ҡалаһы” тип әйтер инем. Унда Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайышынан йыйылған студенттар белем алды. Араларында телде белгәндәре лә, белмәгәндәре лә осраны. Шулай ҙа уларға тел тотҡарлығы бер нисек тә ҡамасау итмәне, киреһенсә, башҡорт телен шул тиклем мауығып, ҡыҙыҡһынып, яратып уҡынылар, диалектологик, фольклор практикаларында халыҡ ижады үрнәктәрен йыйып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәрен өйрәнеп, ғилми-тикшеренеү эштәре алып барҙылар.
Вузда эшләү осоробоҙ республикала башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибарҙың көсәйгән сағына тура килде һәм беҙ шуның менән дә бәхетле һананыҡ үҙебеҙҙе. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға сәғәттәрҙең күпләп бүленеп, уҡытыусыларҙың етмәгән мәле ине, шуға күрә лә ҡайһы бер студенттарыбыҙ ҡулдарына диплом алыр-алмаҫтан тура мәктәптәргә юлланды. Хатта өс йыл рәттән уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курстары ойошторорға ла тура килде.
Республикабыҙҙың тотош төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен өйрәнеүҙә, үҫтереүҙә һәм һаҡлап ҡалыуҙа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте өсөн кадрҙар әҙерләүҙә, ҡаланың терминологик комиссияһында тәржемә эштәрен алып барыуҙа бихисап эштәр башҡарҙыҡ, методик әсбаптар, программалар сығарҙыҡ, ошо төбәктең тел үҙенсәлектәрен тикшереп, коллегаларыбыҙ менән “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” (Г.Ғ. Байбулатова, Р.Ғ. Алсынбаева авторҙашлығында) исемле уҡыу ҡулланмаһын баҫтырҙыҡ. Ғөмүмән, хеҙмәт юлымдың БДУ-ның Нефтекама филиалында үткән ваҡыты – иң ҡәҙерле йылдарым. Ошо төбәктә башҡорт теленең, әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Бөгөн уҡыусыларымдың күбеһе, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, был тормошта үҙ урынын тапты. Студенттарымдың яулаған үрҙәрен, ҡаҙаныштарын күреп шатланам. Ҡыҫҡаһы, Нефтекама ҡалаһына заманында “илап” китһәм дә, “йырлап, байып” ҡайттым тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын.
– Нисек уйлайһығыҙ, тикшеренеүҙәрегеҙҙең файҙаһы халыҡҡа ҙурмы?
– Белеүебеҙсә, төрки телдәр, шул иҫәптән башҡорт теле, аналитик формаларға ҡоролған һәм бай булыуы менән айырылып тора. Был телдәрҙә, рус теле менән сағыштырып ҡарағанда, аналитик формалар бик күп. Хатта әйтер инем, башҡорт халҡының да, башҡа төрки халыҡтарҙың да уйлау, фекер йөрөтөү ҡеүәһе аналитизмға бәйле. Мәҫәлән, башҡорт телендә ҡылымдың заман, һөйкәлеш, модаллекте белдереүсе формалары аналитик ҡылымдар, йәғни икенсе төрлө әйткәндә, ҡушма ҡылымдар ярҙамында белдерелә. Әйтәйек, ярҙам итеү, ант итеү, ғашиҡ булыу, гонаһ ҡылыу, илап ебәреү, уҡып сығыу, ҡайтып китеү, һөйләп бөтөү, йырлай торғайны, һөйләп бирер ине, төшөп китә яҙҙы һ.б. Ундай формалар телебеҙҙә бихисап. Улар бер нисә һүҙҙән төҙөлһә лә, мәғәнәһе яғынан бер процесты аңлата. Ә урыҫ теле – ул синтетик формаға ҡоролған тел.
Сағыштырайыҡ: заплакал, упал, доехал, прилетел, влюбился, рассказал, клялся һүҙҙәре яҙылышта бер һүҙ ярҙамында бирелеп, бер процесты ғына аңлатыусы һүҙ формалары. Бына ошо яҡтан ҡарағанда, тикшеренеү өлкәһенең теоретик яҡтан да, ғәмәли яҡтан да файҙаһы бик ҙур. Ҡушма ҡылымдарҙың төҙөлөшөн беҙ тағы ла тәрәнерәк өйрәнеп, бәлки, киләсәктә башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, фекер йөрөтөү ҡеүәһен дә белә алыр инек. Үҙ сиратында, рус телле аудитория өсөн дә, журналистар өсөн дә сағыштырма грамматиканы өйрәнгәндә лә, методик яҡтан да ғилми эҙләнеүемдең файҙаһы ифрат ҙур, тип уйлайым. Ҡушма ҡылымдар әлегә тел ғилемендә бик аҙ ғына процентта өйрәнелгән, тип төплө ҡарарға килә алам.
– Мәктәптә уҡыусы балаларҙың ғилми ойошмаһы уңышлы эшләй. Уның ҡарауы, ҡыҙ һәм егеттәр алып барған тикшеренеүҙәр тураһында төрлө һүҙҙәр йөрөй. Хатта ул башланғыс кластарҙан уҡ өйрәнелергә тейеш тигән фекер ҙә ишетелеп ҡала. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
– Был фекер менән тулыһынса килешәм. Бөгөн мәғариф системаһында мәктәп менән вуз араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылырға тейеш.
Бындай бәйләнеште үҫтереү маҡсатында күп кенә юғары уҡыу йорттары программалар, махсус курстар төҙөй, балаларҙы юғары уҡыу йортона әҙерләү буйынса дәрестәр үткәрә, уҡыусыларҙы фәнни-тикшеренеү эштәренә ылыҡтыра, мәктәп базаһында ғилми-ғәмәли конференциялар ойоштора, семинарҙар уҙғара һ.б. Бындай сараларҙа уҡыусыларҙың уңыштары ла, һәләте лә, ынтылыштары ла асыла һәм ул, әлбиттә, ошолар нигеҙендә үҙен киләсәктә кем булырын, тормошта урынын күҙаллай ала. Әле ҡайһы бер вуздарҙың мәктәптәрҙә тәжрибә майҙансыҡтары булдырылыуы, миңә ҡалһа, үҙ һөҙөмтәһен күрһәтте лә инде. Рәсәйҙә һәләтле балалар менән эшләүсе үҙәктәр барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә уңышлы эшләп килгән “Һәләтле балалар үҙәге”н генә миҫалға килтерергә мөмкин. Ул тап мәктәптәр өсөн булдырылған. Унда уҙғарылған төрлө конкурстар, ижади семинарҙар нигеҙендә уҡыусылар артабанғы юлын нәҡ ошо университет менән бәйләй. Ысынлап та, республикабыҙҙың бик күп ул һәм ҡыҙҙары, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында ойошторолоп килгән ошо Үҙәк нигеҙендәге “Илһам” конкурсында ҡатнашып, үҙ һәләттәрен асты һәм артабан ошонда уҡырға ҡалды.
– Киләсәккә ҡорған уй-ниәттәрегеҙҙе лә белге килә.
– Халҡыма, телемә, фәнгә тоғро хеҙмәт итеү, һәр ерҙә лә Кеше булып ҡалыу – төп маҡсаттарымдың береһе. Башҡарылғандарына ҡарағанда, тормошҡа ашырылаһы, алда эшләнәһеләре лә бик күп. Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә үҙ вазифамды шул тиклем яратып, мөкиббән китеп, ҙур ихласлыҡ менән башҡарам. Бында эшкә килгәс, бик күп авторҙар, яңы сыҡҡан китаптар менән танышып, нур, яҡтылыҡ сәсеп торған китап донъяһына, бөтөнләй икенсе даирәгә килеп ингәндәй хис иттем үҙемде. Әлбиттә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы эшемде лә параллель рәүештә алып барам. Әйткәндәй, Өфөгә ҡайтҡас, артабанғы хеҙмәт юлым әле генә телгә алған университет менән бәйле булды. Фәнде үҫтереү, республикабыҙға һәләтле уҡытыусылар әҙерләү кеүек һәм башҡа оло маҡсаттар йөкмәгән, заманса ҡарашлы, абруйлы етәксеһе, эшһөйәр коллективы, уңған студенттары менән дан тотҡан Башҡорт филологияһы факультетында хеҙмәт юлымды дауам итеүем менән дә бәхетлемен.
Һүҙемде XIX быуаттың суфый-шағиры Әбелмәних Ҡарғалының шундай һүҙе менән тамамлағым килә: “Ғилемең камил булыу – бөтмәҫ дәүләт ул, дәрәжә менән мал бер килер ҙә бер китер ул”. Белемебеҙ, ғилемебеҙ, аҡылыбыҙ менән бай булайыҡ, һәр заманда ла, һәр урында ла матурлыҡты күреп йәшәйек!
– Раушания Абдулхай ҡыҙы, ихлас һәм йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Фән юлынан ышаныслы аҙымдар менән атлауығыҙҙы артабан да дауам итегеҙ!