Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һөт иле”ндә һөт кухняһына урын бармы?
Балаларға өҫтәмә аҙыҡ етештереү нөктәләрен күбәйтеү зарур.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы “Һаулыҡ сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә төбәктә сабыйҙарҙы балалар аҙыҡтары менән тәьмин итеү, һөт кухняларының хәҙерге торошо мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтте.

Файҙалы ла, табышлы ла тармаҡ

Республикала өс йәшкә тиклемге са­быйҙарҙы балалар аҙығы менән тәьмин иткән берҙән-бер учреждение – Балалар һәм диета туҡланыуы үҙәге – Өфөлә урынлашҡан. Уның өс һөт кухняһы бар. Аҙ килемле ғаиләләрҙең алты айлыҡтан йәш ярымға тиклемге сабыйҙарын һөт, эремсек, әскелтем һөт аҙыҡтары менән тәьмин итә улар. Башҡа муниципа­литеттарҙа аҙ килемле ғаиләләр тик киптерелгән ҡатнашма ғына ала.

Хәҙерге ваҡытта һөт кухняһы тарафынан йылына 3,3 миллион өлөш продукция етештерелә, шуның 1,5 миллионы махсус рәүештә аҙ килемле ғаиләлә тәрбиәләнгән сабыйҙарҙы бушлай тәьмин итеү өсөн. Былтыр 1 400 бала ошо мөмкинлектән файҙаланған. Ҡалған ризыҡты һатыуҙан килгән аҡса былтыр 51 миллион һумға еткән.

Республикала оҙаҡламай тағы ла бер балалар туҡланыуы кухняһының эшләй башлауы көтөлә. Стәрлетамаҡта урын­лашҡан был учреждение башҡа тирә-яҡ ҡала һәм райондар ғаиләләрен дә һөт аҙыҡтары менән тәьмин итә аласаҡ. Баш­ҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова әйте­үенсә, фабрика-кухня эш башларға әҙер, ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләрен йәһәтерәк хәл итергә генә кәрәк.

Радий Фәрит улы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, һөт кухняларына ихтыяжды өйрәнергә ҡушты, ошо өлкәләге республика закондарын федераль ҡанундар менән яраштырыу кәрәклеген белдерҙе. Фекер алышыуҙы йомғаҡлап, ул, апрель аҙағына тиклем, халыҡтың тәҡдим һәм теләктәрен иҫәпкә алғандан һуң, республикала был мәсьәләне нисек хәл итеү тураһында уйлашырбыҙ, тине.

Булғанды юғалтмаһаҡ ине

Элек совет осоронда һөт кухняларына ихтыяж ифрат ҙур булды. Йәш сабыйы булған әсәләр, ҡулдарына поликлиника биргән белешмәне тотоп, файҙалы, сифатлы һөт аҙыҡтары алырға махсус кухняларға йөрөнө. Беренсе ошондай кухня Өфөлә 70-се йылдарҙа асылды. Етештереү үҙәктәренең баш ҡаланың өс төбәгендә урынлашыуы, поликлиника­ларҙа продуктты таратыу урындары барлыҡҡа килеүе әсәләргә бик тә уңайлы ине, өҫтәүенә – барыһы ла бушлай.

Илгә медицина страховкаһы килеү ме­нән, балалар һаулығына һәм туҡланы­уына ҡағылған өлкәләге эш механизмы ла ҡырҡа үҙгәрҙе.
– 2010 йылда бөтә был мөһим эште медицина тармағынан алып төбәк операторына, техник хеҙмәткә бирҙеләр, – тип хәтерләй ул дәүерҙе Балалар һәм диета туҡланыуы үҙәге директоры Марина Әсфәндиәрова. – Һөт аҙыҡтары етештереү тармағы тамам туҙған, бөлгөн хәлгә төшкәйне. Ҡорамалдар иҫке, ярай әле, эште белгән технологтар, медицина хеҙмәткәрҙәре етерлек.

Уйлашып-кәңәшләшеп, эште үҙгәртеп ҡороуға тотондоҡ. Ҡорамалдар яңырыу менән бергә продукцияның сифатына ла талап көсәйтелде. Һөт аҙыҡтары, сер­ти­фикатлауҙан тыш, ил кимәлендә теркәлеү ҙә үтергә тейеш. Ғөмүмән, сабыйҙар өсөн һөт аҙыҡтары етештереү – бик етди, үҙенсәлекле эш. “Роспотребнадзор”ҙың даими күҙәтеүендәбеҙ. Үҙебеҙҙең лабораторияла ла аҙыҡты майлылығы, тығыҙлығы һәм башҡа күрһәткестәр буйынса ентекләп тикшерәләр.

Беҙ райондарҙан ҡабул иткән һөттөң дә сифаты юғары. Сабыйҙар өсөн әҙер­лән­гән кефир, һөт, эремсекте һатыу ваҡы­ты бик аҙ – ни бары өс көн, тимәк, бөтә файҙалы бактерияларҙың да организмға тәьҫире ҙур буласаҡ.

Марина Шакир ҡыҙы әйтеүенсә, алты айлыҡ баланың сәләмәтлек торошо аҡ ҡа­ғыҙ битендәй таҙа әле. Әгәр ошо ва­ҡыт­тан уны дөрөҫ туҡландырғанда, орга­низм­дың һаҡланыу көстәрен күтәргән, ағзаларҙың үҫеүенә ярҙам иткән витаминлы аҙыҡҡа өҫтөнлөк биргәндә, килә­сәктә күп кенә ауырыуҙарға юлығылмаҫ та ине.

– Ғаиләбеҙгә ҡағылған бер хәл-ваҡиғаны ла иҫкә алып китәйем әле, – тине Марина Шакир ҡыҙы. – Ейәнсәребеҙ алты айлыҡ сағында дерматиттың бер төрөнән ыҙаланды. Сабый тәненә йонсотҡос һытҡылар сыға. Педиатрҙың кәңәшен тотоп, һөт кухняһында етештерелгән кефирҙы аҙ-аҙлап бирә башлау менән аллергия күренешенең яйлап кәмеүен күрҙек. Аҙаҡ сирҙе тамам еңдек. Хәҙерге ваҡытта аллергия сирҙәре балалар араһында йыш күҙәтелә, магазин кәштәләрендәге ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең сабыйҙарға ярамауы ихтимал.

“Агуша”, “Тема”лар беҙгә дәғүәсе түгел”

Әле баш ҡаланың төрлө урынында 18 төрлө һөт ризығы етештергән өс етеш­тереү нөктәһе йәйелдерелгән, 16 таратыу пункты булдырылған. Аҙ тәьмин ителгән ғаилә ағзалары менән ҡайҙа, ҡасан килеп алыуҙары тураһында ки­лешеү төҙөлә. Етештерелгән продукция­ның 30 проценты льготаға эйә булыусы­ларға бирелә. 70 процентын өфөләр үҙ аҡсаһына һатып ала. Файҙалы һөт аҙыҡтарына ихтыяждың супермаркет кәштәләре төрлө йогурт, кефир, һөт ризыҡтарынан һығылған мәлдә лә ҙур булыуын Кувыкин урамында урынлашҡан һөт кухняһында үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Ризыҡты таратыу урынынан тыш, балалар аҙыҡ-түлеге һатылған магазинда сират. Кемдер – һөт, кемдер кефир, төрлө йогурттар ала. Балаларын эйәртеп килеүселәр ҙә, һыуыҡ тип тормай, таяҡҡа таянып һөт алырға юлланған әбей-бабайҙар ҙа бар.

– Бөтә супермаркеттарҙа ла балалар өсөн “Агуша”, “Тема” маркалы һөт ризыҡтары булғанда, ниңә һөт кухняһына йөрөргә булдығыҙ? – тим улы менән минән алда сиратта торған иргә.

– Һөт кухняһыныҡына етмәй инде… Сифаты яҡшы, айҙар буйы кәштәлә торған аҙыҡ менән сағыштыраһы ла түгел, үҙебеҙҙең продукцияға ышаныс ҙурыраҡ, – тине атай кеше.

Ысынлап та, хәҙерге заманда ҡулла­ныусының һайлап алыу мөмкинлеге булырға тейеш. Һөйөнөскә күрә, өфө­ләрҙең ундай мөмкинлеге бар, ә сәнәғәте үҫешкән Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Мәләүез, Благовещен халҡы был хаҡта нимә уйлай икән? Унда ла яңы ғаиләләр тормош ҡора, сабыйҙар үҫтерә, моғайын да, йәш ата-әсәләр элек юҡҡа сығарылған системаның тергеҙе­леүен хуплар ғына ине.

Уйлап ҡарағыҙ: һигеҙ айлыҡ сабый өсөн өҫтәмә аҙыҡ сифатында бирелгән һөттә үҫкән организмға бик кәрәкле ике йөҙҙән ашыу еңел үҙләштерелгән органик һәм минераль матдәләр, микробҡа ҡаршы торған ферменттар бар. Тимәк, сабыйҙың гастрит, ашҡаҙан шеше, үт ҡыуығы, бауыр сирҙәренә ҡаршы тороусанлығы арта тигән һүҙ.

Ә бына “Малышок” кефиры иммун системаһын нығытыуға, матдәләр алмашыныуын көйләүгә, аллергияға ҡаршы тороуға ҙур өлөш индерә, микробтарға ҡаршы тороу үҙенсәлеге йыш ауырыған балалар өсөн бик файҙалы. Өҫтәүенә токсик матдәләрҙе зарарһыҙландырыуға һәм организмдан антибиотиктарҙы сығарыуға һәләтле. Балаға алты айлыҡтан башлап бирергә мөмкин булған эремсек организм өсөн үтә мөһим, нервы, мускул системалары эшмәкәрлеген, һөйәк туҡымаларын нығытҡан минераль матдәләргә – кальций, фосфор, цинк, тимер, калийға бай.

Үҙәктең балалар туҡланыуын яҡшыртыуға, сәләмәтлеген нығытыуға индергән өлөшөн Мәскәү ғалимдары ла күрә һәм юғары баһалай. В.М. Горбатов исемендәге аҙыҡ системалары федераль ғилми институты уның тынғыһыҙ, маҡтауға лайыҡ эшен алты алтын миҙал менән билдәләгән. Ә Рәсәй кимәлендәге “Иң яҡшыһы – балаларға!” сифат билдәһен дүрт тапҡыр алыуға өлгәшкәндәр.

Вазифаһы буйынса директор, белеме буйынса иҡтисадсы, технолог, республи­каның атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Марина Әсфәндиәрова үҙе табиптар ғаи­ләһенән. “Сабыйҙар сифатлы һөт аҙыҡ­тарына мохтажлыҡ кисермәһен өсөн, баш ҡалабыҙҙың яңы биҫтәләр ҡалҡҡан биләмәләрендә продукцияны таратыу нөктәләре асыуҙы планлаштырабыҙ. Яңыраҡ Дим биҫтәһендә лә астыҡ, Затонда ла уларҙың һанын арттырырға уйыбыҙ бар. Ғөмүмән, Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларында ла һөт кухнялары эшләй һәм элекке данын юғалтмай һаҡлап, ҙур популярлыҡ менән файҙалана”, – тип, беҙгә икеләнергә урын ҡалдырманы Марина Шакир ҡыҙы.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне Район: Өфө ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә