Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ булмаһаҡ, кем?”

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел.

Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп, милләтем, телем, тип янған йәштәр ҡыуандыра. Шуларҙың береһе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, рухлы егет Владислав Габов менән Силәбе башҡорт йәштәренең эшмәкәрлеге хаҡында йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.


“Осҡон” башҡорт “Оскар”ымы?

Владислав – Силәбе башҡорт йәш­тәре берләшмәһе рәйесе. Исем-шәрифенә ғәжәпләнмәгеҙ, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡуш йөрәкле ысын башҡорт егете ул. Башҡортлоғон исеме менән түгел, башҡарған эштәре менән дәлилләй.

– Башҡорт йәштәре берләшмәһенә биш йыл элек килеп эләктем. Ойошмалағы беренсе проектым – “Айран” спорт клубы. Уның сиктәрендә төрлө ярыштар, марафондар ойоштора торғайныҡ. 2014 йылда “Осҡон” башҡорт видеоһы бәйге­һен башланыҡ, – ти ул, юл башын иҫләп.

“Осҡон” хаҡында айырым һүҙ әйтеп китмәү мөмкин түгел. Кино сәнғәтенә генә түгел, ғөмүмән, видеоға төшөрөү эшенә ғашиҡтарҙы туплай был проект. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәйгегә ҡабул ителгән видеофильмдарҙың барыһы ла башҡорт телендә генә булырға тейеш. Ҡыҫҡа метражлы фильм, социаль ролик, музыкаль клип, йәнһүрәттәрҙе башҡортса тауышландырыу кеүек эштәрҙән был өлкәлә үҙ-үҙен күрһәткән, ҡаҙаныштарға өлгәшкән мәртәбәле баһалама ағзалары иң-иңдәрен һайлап алғас, уларға төрлө номинациялар, урындар бирелә.

Проекттың форматын Силәбе йәштәре күмәкләп уйлап таба. Хәҙерге заманда тап видеояҙмаларҙың баһаһы ҙур икәнлеге бер кемгә лә сер түгел, йәш­тәргә теге йәки был мөһим мәғлү­мәтте, фекерҙе видеоконтент ярҙа­мын­да еткереү иң һөҙөмтәле ысул һанала. Социаль роликтарҙың да әһәмиә­те ҙур. Быларҙың барыһын да берләшмә яҡшы аңлай һәм, кәңәшләшә торғас, йәштәрҙе башҡортса видеояҙмалар төшөрөүгә дәртләндереү өсөн “Осҡон” бәйгеһен уйлап табалар.

“Осҡон” һүҙе “Оскар” менән ауаздаш кеүек, эйеме? Бәйге форматы өҫтөндә эшләгәндә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәле церемонияға оҡшатып ойошторола. Тик бында статуэткалар урынына диплом, сертификат һәм тәрилкә тапшырыла.

“Осҡон” – башҡорт “Оскар”ы тип әйтеп буламы?” тигән һорауыма “Ниндәйҙер кимәлдә, эйе. Әммә беҙҙең үҙ юлыбыҙ, үҙенсәлектәребеҙ бар”, – тип яуапланы Владислав.

Тап башҡорт телендә видеоконтентты үҫтереү маҡсатында башланған бәйге­нең еңеүселәре биш номинацияла билдәләнә: социаль видеоролик, уйын һәм документаль жанрҙағы ҡыҫҡа метражлы кино, кеҫә телефонына, видео­регис­траторға төшөрөлгән ҡыҫҡа видеороликтар. Киләсәктә музыкаль пародиялар, видеоблог номинацияларын булдырырға йыйыналар.

Бәйге булғас, баһалама ағзалары ла бар. Улар – күренекле медиа-шәхестәр: “Тамыр” телеканалы режиссеры, алып барыусы Ләйсән Мәжитова, Башҡортос­тан драматургия һәм режиссура үҙәге етәксеһе Әлиә Яхина, шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Юлдашбаев, республика Кинематографистар союзы­ның йәштәр бүлеге етәксеһе Гөлфиә Шәрипова. Шулай уҡ жюри составында Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының кино һәм режиссура кафедраһы етәксеһе, режиссер-документалист, оператор Николай Тележников менән Силәбе кинематографистары ойошмаһы етәксеһе Мария Онипкинаның булыуы ла “Осҡон”ға айырыуса мәртәбә өҫтәй. “Улар башҡорт видеоконтентының сифатлы булыуына ғәжәпләнде”, – ти Владислав.

“Башҡорт телен үҫтереү ҡоралын уйлап таптыҡ”

Октябрь айында мине БЮТ һәм “Тамыр” телеканалы “Әлләсе” телевизион уйынына саҡырҙы. Владислав менән дә тәүге тапҡыр шунда осрашҡайныҡ. Әңгәмә дауамында уйындың авторҙары Силәбе Башҡорт йәштәре берләшмәһе ағзалары икәнлеге асыҡланды.

Кем уйынды зәңгәр экрандарҙа ҡарамаған, шуларға аңлатып үтеү зарур: “Әлләсе” – “Алиас” өҫтәл уйынының ана­логы. Башҡорт “Әлләсе”һенең үҙенсә­леге шунда – карточкала яҙылған һүҙҙәрҙе уйынсы үҙенең командаһына бер рус һүҙен дә ҡулланмай, саф башҡортса аңлатып бирергә тейеш. Был йәһәттән уйын бик файҙалы – башты эшләтеү менән бер рәттән, ҡатнашыусы туған телен белеү кимәлен билдәләй, һығымталар яһай ала. Икенсе яҡтан, “Әлләсе” күңелде күтәрә, көлкөлө хәлдәргә лә тарыта. Әлеге мәлдә БЮТ-та уйындың сығарылыштары даими күрһәтелеп бара, унда алдынғы башҡорт йәштәре үҙ-ара көс һынаша.

Башҡорт йәштәре берләшмәһе активисы Зөлхизә Мәхмүтова былтыр йәй “Әлләсе” уйынының проекты менән “Аҫылташ” башҡорт йәштәре мәҙәниәте форумында сығыш яһай, уға “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһа­рина иғтибар итә, был проектты телевизор экрандарына сығарырға тәҡдим яһай.

Ни өсөн тап “Алиас” уйынына мөрәжәғәт иткән йәштәр?
– Был уйынды үҙ-ара йыш уйнайбыҙ. Төп шарт – барыһы ла башҡорт телендә булырға тейеш, – ти Владислав.
“Әлләсе” тапшырыуын күҙәтеп барған, йә иһә “Алиас” уйыны менән таныш булғандар белә: командалар уратып ултырған өҫтәлдә карта ята, ә уйынсылар бер-береһенә һөйләп аңлатырға тейеш һүҙҙәр карточкаларға яҙылған. Был уйын реквизиттарының дизайн авторы – һәләтле рәссам Ринар Манапов. Уның исеме Башҡортостан йәштәренә лә яҡшы таныш.

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡортса!”

“Беҙ башҡорт телен үҫтереү өсөн инструмент уйлап таптыҡ”, – ти Владислав. Ысынлап та, “Әлләсе”лә һүҙҙәрҙе башҡортса ғына аңлатыу сәбәпле, күптәр уны уйнай торғас, телмәренә рус һүҙҙәрен әҙерәк ҡыҫтыра башлаған.

“Әлләсе” уйынын башҡорт теле дә­рес­тәрендә ҡулланыр өсөн мәктәптәргә йәки телде өйрәткән махсус курстарға тәҡдим итергә йыйына Башҡорт йәштәре берләшмәһе. Мауыҡтырғыс уйын ярҙамында телде өйрәнеү бик күңелле шөғөл булмаҡсы!

Силәбе йәштәренең сираттағы ҙур, әһәмиәтле проекты – бына инде һи­геҙенсе йыл башҡорт телен өйрәнеү дә­рестәре эшләп килә. Телде бөтөнләй белмәгәндәр өсөн дә, башҡортса һөйлә­шеп тә үҙ белемен камиллаштырырға ынтылыусыларға ла бик файҙалы был курстар. Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙең күбеһе 30 йәшкә етеп килә. Был, моғайын, төрлө сәбәптәр арҡаһында туған теленән, туған моңонан, туған рухынан яҙып үҫкән, әммә милли үҙаңын юғалтмаған башҡорттарҙың өлкәнәйә килә асылына ҡайтырға ынтылыуҙары хаҡында һөйләйҙер...

Йәштәргә башҡорт теле курстарын ойошторорға һәм башҡа ошо рухтағы сараларҙы үткәрергә оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәтендә эшләүсе телсе, филология фәндәре докторы, профессор Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы Ғайсина ярҙам итә.

Силәбе дәүләт университетының башҡорт теле бүлеге студенттары Идалия Һөйөндөкова менән Гүзәл Күсәғолова теләгәндәргә аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт телен өйрәтә. Шулай уҡ башҡорт мәҙәниәте буйынса лекциялар ҙа була, унда башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо заман көнкүрешен өйрәнәләр.

Быларҙан тыш, тағы Силәбе Башҡорт йәштәре берләшмәһе башҡорт шағир-яҙыусыларына арналған әҙәби кисәләр, башҡорт тарихы көндәрен ойоштора. Бындай сараларға халыҡ теләп йөрөй.

– Башҡорт тарихы көндәренә арналған сараларға 150 кеше йыйылды, – ти Владислав. – Йәштәрҙән тыш, оло быуын вәкилдәре лә килде. Билдәле тарихсылар Азат Бердин, Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосоповтың лекцияларын бирелеп китеп тыңланылар.

Башҡорт теле курсына йәнә әйләнеп ҡайтҡанда, дәрестәргә башҡорттарҙан тыш башҡа милләт вәкилдәре лә йөрөй икән.

Тормош иптәше башҡорт булыу сә­бәпле, балаларын милли рухта тәрбиә­ләү теләге менән телде өйрәнгән бер ҡатынды миҫалға килтерҙе Владислав.

“Силәбеләге башҡа ойошмалар араһында беҙ беренсе”

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәү Башҡорт йәштәре берләшмәһенә хас түгел. Силәбе өлкәһендә йәшәгән, шулай уҡ ойошмаларҙа эшләгән рус, татар, ҡаҙаҡ, әрмән, азербайжан, немец йәш­тәре менән дуҫлыҡ күпере булдыр­ғандар.

– Әүҙемлегебеҙ, күләмебеҙ буйынса башҡа ойошмалар араһында беҙ лидер­ҙар рәтендә. Иң күп халыҡ – беҙҙең ойошмала. Был Силәбе өлкәһендә башҡорттарҙың күп булыуына бәйле, сөнки был ерҙәр – тарихи Башҡортостан ерҙәре, – ти был хаҡта Владислав.
Башҡортостан тигәндән, Силәбе йәштәре беҙҙең республика йәштәре менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

– Барыһы ла 2013 йылда үткән “Йәштәр йыйыны” йәмәғәт эшмәкәрҙәре форумынан башланды. Йыйында үҙ-ара танышлыҡ ептәре булдырғандан һуң, беҙ йыл һайын үҙебеҙҙә ҡунаҡтар ҡаршылай башланыҡ. Күпләп осрашыу­ҙар, теге йәки был форумдар үткәрә торғас, 2016 йылда барыһын да туплап, әүҙем башҡорт йәштәре өсөн ҙур бер сара ойошторорға ҡарар иттек. Шулай итеп, “Ufaforum” проекты тыуҙы, – тип иҫкә ала Владислав.
Артабан хеҙмәттәшлек ептәре нығына. Башҡортостан йәш яҡташтар берләшмәһе ассоциацияһы, Мәскәү башҡорттары, “Ҡош юлы” башҡорт бардтары хәрәкәте, “Шаяндар һәм отҡорҙар” Башҡорт асыҡ лигаһы, Учалы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге менән даими бәйләнештә силәбеләр.

“Беҙҙең маҡсат – һәр кемгә үҙ мөхитендә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итеү”

Силәбе Башҡорт йәштәре берләш­мәһе – үҙенә һәләтле йәштәрҙе туплаған ойошма. Дизайнер Ринар Манапов, видеомонтаж оҫтаһы, Башҡортостанда ла билдәле клипмейкер Тимур Сафиуллин, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса белгес Лилиә Манапова башҡаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, үҙ белемен уртаҡлаша. Гөлнара Шафиҡованың “Башҡорт милли кейеме” исемле проекты бар, ул теләгәндәрҙе милли кейем тегеү серҙәренә өйрәтә. Шулай уҡ оҫта тегенсе Александр Акуловҡа һөнәр серҙәрен өйрәнер өсөн хатта Өфөнөң үҙенән дә йыш киләләр.

Уларҙан тыш, тағы ойошмала шәф­ҡәт­лелек эше киң йәйелдерелгән. Неля Әминева етәкселегендәге был йүнәлеш сиктәрендә берләшмә ағзалары йыш ҡына балалар йорттарына бара, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын да иғтибар үҙәгенән ҡалдырмай.

– Шағир Марат Дауытов күптән берләшмәбеҙҙең аҡһаҡалына әүерелде. Һәр яҡтан да беҙгә ярҙам итеп тора. Ләйсән Мөхәмәҙиева, Илдар Байморатов, Зөлхизә Мәхмүтова – был йәштәр ойошмабыҙҙы алға әйҙәгән төп көстәрҙең береһе, – тип ойошманың әүҙем ағзаларын барланы Владислав.

Силәбе башҡорт йәштәре берләш­мәһе һәр дүшәмбе һайын Халыҡтар берләшмәһе йортона йыйылып, киләсәккә пландар төҙөй, башҡарыласаҡ эштәрҙе барлай, яңынан-яңы проекттар уйлап сығара. Йәштәрҙең әүҙемлеге арҡаһында, Силәбе ҡалаһында йәшәгән башҡорттар атаҡлы ҡурайсы Азат Айытҡоловтан ике тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре ала, хатта ҡурайсылар ансамбленә туплана. Шулай уҡ бейеүсе Рәйес Низаметдинов, “Ятаған” төркөмө солисы Илдар Шакиров та килеп өзләү, ҡумыҙ буйынса дәрестәр үткәрә.

Үҙ ваҡытында Алина Закирова тарафынан бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы проект – хәҙерге заман башҡорт ҡыҙы мәктәбе лә ойошторола. Башҡорт тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙән тыш, мәктәптә ҡыҙҙар милли аш-һыу бешереү серҙәренә лә төшөнә. Ике курс дауамында эшләй хәҙерге заман башҡорт ҡыҙы мәктәбе, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө курсҡа кеше йыйылмай. Әммә бының менән хушһынып, туҡтап ҡалырға йыйынмай әүҙем йәштәр. Мәктәптең офоҡтарын киңәйтеп, исемен яҡынса “Өлгөлө килен”гә үҙгәртеп, бер нисә милләт вәкилдәрен, атап әйткәндә, мосолман ҡыҙҙарын йыйырға уйлайҙар. Хатта был йәһәттән грант та отҡандар, киләһе йылда проект үҙ эшен яңы һулыш менән дауам итәсәк.

Берләшмә үҙенең эшмәкәрлегендә тарихҡа ҙур урын бүлә. Был өлкәлә йәштәр даими рәүештә белемен камиллаштыра. Шәжәрә лә рухлы йәштәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай.

– Ойошма ағзаларынан берәйһе нимә менәндер ҡыҙыҡһына икән, ул ошо шөғөлөн проект буйынса бойомға ашыра ала. Беҙҙең төп маҡсаттарҙың береһе – һәр кемгә үҙ мөхитендә уңышҡа ирешергә ярҙам итеү, – ти Владислав.

Һүҙ менән түгел, эш менән аҡлайҙар

– Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ, Силәбе йәштәре, беҙгә, Башҡортостан йәштә­ренә, ҡарағанда, күпкә әүҙемерәкһегеҙ, милли үҙаңығыҙ кимәле лә юғарыраҡ. Бының сәбәбе нимәлә, нисек уйлайһың? – күптән тел осонда торған һорауымды бирәм ойошма рәйесенә һәм унан бик төплө яуап алам:

– Сөнки Башҡортостанда башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, барыбер яҡлау аҫтында. Башҡортса яҙылған алтаҡталар, башҡорт матбуғаты, башҡорт телевидениеһы, башҡорт радиоһы... Үҙ-ара башҡортса һөйләшкән милләттәштәребеҙҙе йыш ҡына урамда осратырға мөмкин, шуға күрә республика халҡының туған теле тере, ул йәшәйәсәк, тигән тойғо өҫтөнлөк итә. Силәбелә иһә башҡорт теленә хәүеф янай, упҡын ситендә тора кеүек. Был беҙҙе телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн әүҙем аҙымдарға этәрә.

Силәбе башҡорт йәштәре берләшмә­һенең үҙ ҡанундары бар: ойошма бер кемгә лә аҡса эшләү ысулы булырға тейеш түгел. Шулай уҡ бында барыһы ла сәләмәт тормош яҡлы, һәм ойошмала үткән һәр сарала ла “ҡоро закон” тантана итә.

Барыһын да алға әйҙәгән башлыҡ булараҡ, Владиславтың үҙенең дә йәмәғәт эшмәкәрлегенә ҡарашын, уй-фекерҙәрен ишетке килә ине.
– Йәмәғәт эшмәкәре булыр өсөн башҡарған эштәреңдә мәғәнә күрергә кәрәк, тип уйлайым. “Беҙ булмаһаҡ, кем?” тигән һорауҙы ла аныҡ аңлау мөһим. Күңел төшкән, эшкә ҡул бармаған ваҡыттарҙа, түҙемлек бөткән һымаҡ тойолғанда, мәлен белеп, әҙерәк туҡтап хәл алырға ла кәрәк, – ти ул.
– Һинең юғары милли үҙаңың, башҡортлоғоң ҡайҙан килә? – тип яңғырай сираттағы һорауым.
– Был һорау өҫтөндә үҙемдең дә күп уйланғаным бар. Мин Силәбе ҡала­һында тыуып үҫтем. Әсәйем сығышы менән Красногорский районының Таулыҡай ауылынан, бала саҡтан һәр йәйем унда үтте. Кесе Ватаным ул минең өсөн, шуға күрә бер ҡасан да башҡортлоғомдо онотманым.

Владиславтың фекеренсә, кеше һәр ваҡыт юл сатында тора. Беренсеһенән “Беҙ – кәмһетелгәндәр. Әйҙәгеҙ, бунт күтәрәйек!” тип фекер йөрөтөүселәр атлаһа, ҡалғандары ҡылыҡтарын һүҙ менән түгел, эш менән аҡлай, хәлде яҡшыртыу өсөн ниндәйҙер яңылыҡ индерә. Үҙ телеңде белеү-белмәү хаҡында ла Владиславтың үҙ ҡарашы: егет шул уҡ башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре ярҙамында телде башлап өйрәнеүселәр төркөмөнән уны яҡшы белгәндәр кимәленә күтәрелгән. “Башҡорт теле йәшәргә тейеш”, – ти рухлы егет.

“Берләшмә беҙгә башҡорт телендә һөйләшергә этәргес бирә”

Әңгәмә тамамланғас, Владислав мине Силәбе башҡорт йәштәре берләшмәһенең әүҙем ағзалары менән таныштырыу маҡсатында йыйылыштарына саҡырҙы. Көн ҡаҙағында үрҙә телгә алынған “Әлләсе” уйынына реквизиттар эшләү, йыйып әйткәндә, уны теләгән һәр кем өйҙә яҡындары менән уйнай алырлыҡ кимәлгә еткереү икән.

Беҙҙе өй хужалары Лилиә менән Ринар Манаповтар, Зөлхизә Мәхмүтова, Ләйсән Мөхәмәҙиева ихлас ҡаршы алды.
– Мин сығышым менән Башҡортос­тандан, Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙымын. Әлеге мәлдә Силәбелә юғары уҡыу йортонда белем алам. Беренсе курста уҡ Силәбеләге райондаштарым мине башҡорт йәштәре берләш­мәһенә алып килде.

Ойошма минең өсөн – ул текә проекттар, туған телдә иркенләп аралашыу, милләттәштәреңдең терәк-таянысы булыу, берҙәмлек, Силәбе өлкәһендә башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү сараһы. Тәүге ваҡытта тыуған яҡты ныҡ һағындыра ине, хәҙер өйрәнелде, әлдә берләшмә бар, – тип йылмая Зөлхизә.

Лилиә, Зөлхизәнән айырмалы, Силәбенең үҙендә тыуып үҫкән.
– Башта Силәбе башҡорт йәштәре берләшмәһенең эшмәкәрлеген оҙаҡ ваҡыт ситтән генә күҙәттем. Берләшмә ағзалары күңел асыу сараларын ғына ойошторғандай тойолдо тәүҙә. Ойошмаға аяҡ баҫҡас, башҡа бик күп һәм етди проекттар барлығына төшөндөм. Берләшмә минең өсөн – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен яңынан тергеҙеү. Мин үҙем дә, тормош иптәшем Ринар ҙа Силәбелә тыуып үҫкәс, мәктәптәрҙә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтмәү сәбәпле, тамырҙарыбыҙҙан йолҡоноп алынғанбыҙ. Үҫә килә, милли үҙаңыбыҙ уянды, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен төптән өйрәнеү теләге яралды, был йүнәлештә эшләгән кешеләргә тартылдыҡ. Һуңғы ике йылда эшмәкәрлегем пиар менән бәйле, Силәбе башҡорт йәштәре берләшмәһе хаҡында мөмкин тиклем күберәк кеше белһен, тип тырышам, – тине ул.

Учалы ҡыҙы Ләйсән Мөхәмәҙиева ҡулына диплом алғас та, Башҡортос­танға ашыҡмай, Силәбелә эшләргә һәм йәшәргә ҡала.
– Силәбе башҡорт йәштәре берләшмәһендә мин ул төҙөлгәндән алып. Ошо кешеләр менән аралашыу, улар менән бергә төрлө саралар ойоштороу миңә сикһеҙ ҡыуаныс килтерә. Берләшмә ағзаһы булыу барыбыҙға ла башҡорт телендә һөйләшергә этәргес бирә, тип әйтер инем, – ти Ләйсән.

Ринар Манаповты юғарыла бер нисә тапҡыр телгә алып үткәйнек. Һәләтле рәссам, алмаштырғыһыҙ дизайнер егет, берләшмәләге эшмәкәрлегенән тыш, Силәбе өлкәһендә баҫылған “Уралым” гәзитен дә үҙ эштәре менән биҙәй, “КЕЙ” кейемдәр бренды менән шөғөлләнә. Уның ярҙамында футболкалар һәм кепкалар заманса, шул уҡ ваҡытта милли стилдә үҙенсәлекле биҙәк алған.

– Тәүге тапҡыр берләшмәгә “Афарин” футбол клубына логотип эшләр өсөн саҡырҙылар. Килермен, эшләп бирермен дә үҙ юлым менән ары китермен, тип уйланым тәүҙә. Артабан башҡорт телен өйрәнеү дәрестәренә барып эләктем. Яйлап үҙ-ара аралаша башланыҡ, дуҫлашып киттек. Шунан башлап, бына инде алты йыл ойошма ағзаһымын, – ти ул, бында килеп эләгеү тарихын иҫләп.

Башҡорт телен өйрәнеү теләге Ринарҙа әрме хеҙмәтендә саҡта ярала. Татар, алтай кеүек башҡа милләт вәкилдәренең үҙ телдәрендә һөйләш­кәнен күҙәтеп йөрөгәс, егет туған телен өйрәнергә ҡарар итә.
* * *
Ҡыуанып, ҡанатланып сыҡтым Силәбе башҡорт йәштәре менән танышыуымдан, аралашыуымдан. Телем, халҡым, тип яныуҙарынан тыш, улар үҙ ҡалаһының илһөйәре лә. Владис­лавҡа рәхмәт – йыбанмайынса миңә бар Силәбене күрһәтеп сыҡты, һәр ерҙең, һәр һәйкәлдең, һәр бинаның тарихын һөйләне. Силәбе – ҡырыҫ ҡала, тиергә ярата күптәр, Владислав һәм Силәбе башҡорт йәштәре берләшмәһе ярҙамында бының бөтөнләй киреһенсә булыуына инандым.

Үҙ ҡалаһын ғына түгел, бар өлкәне, хатта Башҡортостанды ла биҙәп йәшәй Силәбе башҡорт йәштәре берләшмәһе. Улар булған ерҙән ғәм, милли рух һәм башҡортлоҡ бөркөлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рафис
    Рафис от 11.09.2019, 16:29
    Пффффффф...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872