Автографтар алыу бәхет ине.Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашҡан, яҡындан аралашҡан, икмәк-тоҙ бүлешкән, күрешкән кешеләр донъяла бик күптер. Үҙемә килгәндә иһә оло яҙыусы менән табындаш та, дуҫ та булманым, ләкин ул мине студент саҡтан белә һәм таный ине. Осрашҡанда иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, “Ҡолмоева” тип шаярта ла торғайны, ҡәләмең бар, яҙыш тигәне лә иҫтә. Ҙур шәхестең иғтибарынан ояла торғайным, баҫалҡылыҡ шулай ҡайһы саҡта аралашырға ҡамасауланы.
Иҫкермәй ҙә, туҙмай ҙа...Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус-башҡорт төркөмөндә белем алған осорҙа, 1975 йылда, шағир Мостай Кәрим ағай менән яҡындан танышырға насип итте. Социалистик, йәғни хәҙер Мостай Кәрим исемен йөрөткән урамда Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының йорто ла була торғайны. Халыҡ телендә Уҡытыусылар йорто тип йөрөттөләр. Мин унда ла йыш була торғайным, сөнки ике китапханала ла атайымдың ике туған һеңлеһе Мәрйәм Хисмәтулла ҡыҙы Йыһангирова (Ҡолмөхәмәтова) эшләне. Был белем усаҡтары заманында ҡалала иң яҡшы китапханалар исемлегендә булды. Уҡытыусылар йортондағы айырыуса йәнлелекте хәтерләйем, етмешенсе йылдарҙа унда юғары уҡыу йорто студенттары һәм уҡытыусылары, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре килә торғайны. Меңәрләгән кешене хеҙмәтләндергән Уҡытыусылар йортонда улар менән төрлө тематик кисәләр, диспуттар, китап уҡыусылар конференциялары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, лекциялар, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Мәрйәм Хисмәтулла ҡыҙы, ғәжәп хәстәрлекле етәксе булараҡ, яҙыусылар менән осрашыу алдынан яңы ғына сыҡҡан китаптарын магазиндан һатып алып үҙе уҡып сыға ла, мине саҡырып, эш ҡуша ине. Автор менән һөйләшеп-килешкәндән һуң “Яңы китап сыҡты” тигән мәҙәни сараға минең аша студенттар, артистар саҡырта, автограф өсөн китаптар алдырта, шуға күрә хәҙерге “Белая река” (элекке “Знание”) магазинынан үҙ яуаплылығыма яҙҙырып китаптар алам да Мәрйәм Хисмәтулла ҡыҙына илтәм. Кисәлә уларҙы һатҡас, аҡсаһын тапшырам, шулай итеп, “ике ҡуяндың ҡойроғон” бер юлы тотам: китап уҡыусылар ҙа шатланып автографтар ала, китап магазинына ла аҡса керә.
Һуғыш михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған, тыныслыҡтың ҡәҙерен белгән эшлекле китапханасы ине Мәрйәм Хисмәтулла ҡыҙы. Айырыуса йәш быуында патриотизм тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирҙе, яугир-яҙыусылар менән осрашыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, китап уҡыусылар конференцияһын даими уҙғарып торҙо. Шуларҙың береһе Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы уңайынан Мостай Кәрим ҡатнашлығында ойошторолдо. Кисәлә шағирҙың байтаҡ шиғри йыйынтығы һатылды. Уҡыусылар әҙиптең үҙ шиғырҙарын уҡыуын яратып тыңланы, аҙаҡ һорауҙар бирҙе. Осрашыуҙа Мостай Кәрим Мәрйәм Йыһангироваға, автограф яҙып, үҙенең китабын тотторҙо, унда ошондай һүҙҙәр яҙылған: “Мәрйәм туғаным, телебеҙҙе ҙурлауың, ижадыма ихтирамың өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уныштар теләйем! Мостай Кәрим. 1975 йыл, 5 май”. Вафат булырынан бер йыл элек апай уны миңә тапшырҙы. Мин үҙем дә шул саҡта автограф яҙҙырып алдым, һәм ул китап һаман һаҡлана.
Шиғыр кисәһенән һуң Мостай ағай менән йәйәүләп драмтеатрға тиклем бергә һөйләшеп килдек. Ул “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең эше тураһында һорашты, китаптарын таратҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Яҡташым, студент Мөхәмәт Хужахмәтов та беҙҙең менән бергә ине, шунда ул беҙҙе фотоға төшөрөп алды. Иртәгәһенә яугир-шағир менән осрашыу хаҡында телевидениеға ҙур булмаған хәбәр яҙып бирҙем. Бик матур итеп тапшырҙылар, хатта күмәкләп төшкән фотоны ла күрһәттеләр. Үкенескә ҡаршы, иҫтәлекле фото шунда тороп ҡалып юғалды. Ә бына Еңеүҙең 30 йыллығына арнап ойошторолған икенсе осрашыуҙағы фотолар, шөкөр, һаҡланған – уларҙың да авторы М. Хужахмәтов.
Оло инәй һабаҡтарыБына шулай йылдар уҙа торҙо, мин дә аҙмы-күпме ҡанат нығыттым. Биш йыл дауамында Башҡортостан телевидениеһына тапшырыуҙар эшләп йөрөй торғас, байтаҡ тәжрибә тупланым һәм университеттың һуңғы курсын тамамлағанда, билдәле шағирә Әнисә Таһирова апайҙың Мәскәүгә уҡырға китеүе сәбәпле, уның тел ярҙамы арҡаһында мине телевидениеға эшкә саҡырҙылар. Мостай Кәримдең халыҡ-ара премияға лайыҡ булған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы буйынса “Яңы китап сыҡты” тигән рубрикала балалар өсөн әҙерләнгән тапшырыуым минең өсөн һынау булды. Әлбиттә, йылдар уҙа килә әҫәр буйынса байтаҡ тапшырыу әҙерләнде, ләкин тәүгеһе ҡәҙерле ине. Етмәһә “летучка”ла йылы һүҙҙәр ҙә әйтелгәйне.
Тапшырыуҙа Мостай Кәрим үҙе лә ҡатнашты. Ярты сәғәттән күберәк барған сарала автор әҫәрҙең яҙылыу тарихы, реаль геройҙарының яҙмышы һәм уларҙың прототиптары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе, фәһемле фекерҙәр әйтте. Бына шуларҙың береһе: “Кешенең яҡшылығы ла, яманлығы ла үҙе менән, ул үҙ тормошон яҡшы итеп тә, насар итеп тә ҡора ала. Әгәр яуызлыҡ ҡына икән, тимәк, үҙ ҡулдары менән үҙенә насарлыҡ эшләй, шуға күрә күберәк яҡшылыҡ күрһәтергә тырышығыҙ, тән рәхәте, йән тыныслығы кисерерһегеҙ!” Ҡайһылай ҙа дөрөҫ! Әҙиптең алтынға бәрәбәр был һүҙҙәре телевизор ҡараған меңдәрсә уҡыусының күңеленә, зиһененә барып еткәндер, тип ышанғы килә. Тапшырыуҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Таңсулпан Бабичева, Хөсәйен Ҡудашев, Тимур Муллабаев повестан өҙөктәр уҡып ишеттергәс, тапшырыу бына тигән килеп сыҡты! Алып барыусының:
– Мостафа Сафич, был әҫәрегеҙ ниндәй жанрға ҡарай? – тигән һорауына ул былай тип яуаплағайны:
– Мин уны повесть тип тә, роман тип тә әйтә алмайым, унда бала сағымда, йәшлек йылдарында мине нимәләр тетрәткән, уйға-моңға, шомға һалған, ни бары шуны хикәйәләнем, уларҙы уҡып кешеләрҙең фәһем алыуын теләнем һәм шул яғы менән әҫәр үҙенсәлеклелер, тип уйлайым.
Балалар өсөн әҙерләнгән тапшырыу булғас, Мостай Кәримдең был тәңгәлдәге ижадына яҡыныраҡ киләйек. Башҡорт прозаһының йөҙөн билдәләгән был әҫәр тиҫтәләрсә телгә тәржемә ителгән һәм уның үҙенсәлеге – әҫәрҙең хатта XXI быуатта ла әһәмиәтен юғалтмауындалыр. Әҫәр иҫкермәй ҙә, туҙмай ҙа, “Өс таған” да яратҡан китабыбыҙ булып ҡала бирә. Ысынлап та, әллә күпме һыуҙар аҡты, әллә нисә быуын алмашынды, замандар үҙгәрҙе, кешеләр икенсегә әйләнде, ләкин мәңгелек кешелек ҡиммәттәре генә, ғорур ҡаялай, нисек бар, шул килеш ҡалды. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” һәм башҡа әҫәрҙәренең төп әһәмиәте, минеңсә, ошо ҡиммәттәрҙе һаҡлап кешелеккә хеҙмәт итеүендәлер. Ул әле лә төрлө йәштәге уҡыусыларҙың яратҡан китабы булып ҡала. Ваҡыт ағышына буйһонмаған бындай ғүмерле әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтендә байтаҡ ҡына, улар әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн, кимәлен билдәләп кенә ҡалмай, ә ваҡыт уҙа килә үҙгәреш кисерә барған һутлы башҡорт теленең гүзәллеген һаҡлай.
Өсөһө лә – Әсә
Ә хәҙер әҫәрҙең яҙылыу тарихына күҙ һалайыҡ. Уның тәүге өлөшө 1974 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылғайны, 1976 йылда тулы килеш донъя күргәнен халыҡ бик көтөп алды. Әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы күренеш булараҡ ҡабул ителде. Повеста изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләре автор геройҙарының ҡылған эштәренә, холоҡ-фиғеленә, уй-тойғо, хыял-маҡсаттарына ҡарап дөйөмләштерелә. Әҫәрҙә ҙур урын биләгән Оло инәй хаҡында икенсе бүлектә һөйләнелә. Яҙыусы ауылдаштарының ғәҙәт-ҡылыҡтарын һәм хәл-ваҡиғаларҙы төп герой Кендек, йәғни бала күҙлеге аша баһалай, ләкин береһенә лә ҡаты бәрелмәй һәм хөкөм дә сығармай, киреһенсә, быны китап уҡыусыларҙың үҙенә ҡалдыра.
Шәхсән үҙем китапты уҡып сыҡҡас, әллә тәжрибәһеҙлек менәнме, Оло инәйҙе ниңәлер тере итеп күҙ алдына килтереп, ҡайҙалыр бик алыҫта, әҙәм аяғы баҫмаған саф, гүзәл илдә йәшәгән аҫыл зат итеп һынландыра инем...
Ниһайәт, повесть буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы спектаклдәр ҡуя башлағас, ҡат-ҡат барып ҡараһам да, һис ялҡманым. Әйткәндәй, студент йылдарында башҡорт драма театры сәхнәләштергән спектаклдәрҙе ҡарау өсөн генә лә курсташ әхирәтем Рәмилә Иҫәнғолова менән драмтеатрға эшкә урынлашҡаныбыҙ ҙа хәтерҙә. Әсәйем әйтмешләй, “эштең ояты юҡ”, “эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, Рәмилә – гардеробта, ә мин – иҙән йыуыусы, аҙ-маҙ аҡсаһы ла килеп тора, етмәһә, ай һайын ҡырҡ һум стипендия алабыҙ, ә спектакль ҡарау бушлай. Хатта сессия ваҡыттарында ла йөрөйбөҙ, аҡса етмәһә, егерме тинлек билеттар алып, бельэтаждан ҡарайбыҙ. Хөрриәт, сәхнә йондоҙҙарын яҡындан күрәһең, артистарҙың нисек итеп макияж һалыуҙарын, репетиция яһауҙарын күҙәтәһең, ҡыҫҡаһы, театр сәхнәһе минең өсөн иҫ киткес серле матурлыҡ һәм һөйөү тантана иткән донъя ине һәм тиҙҙән уға булған мөхәббәт Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева етәкселегендәге драма түңәрәгенә алып килде, сөнки уның ағзаларына бушлай спектакль ҡарау мөмкинлеге бирелгәйне. Тағы бер ыңғай яғы шул булды: беҙ, ауыл балалары, аҙ-маҙ ҡыйыулыҡҡа, аралашырға өйрәндек.
Университеттың филология факультетында “Шоңҡар” түңәрәген етәкләгән уҡытыусыбыҙ Тимерғәле Килмөхәмәтов студенттарға бик мәрхәмәтле, иғтибарлы булды. Бер ваҡыт ул, Н.К. Крупская (хәҙерге Зәки Вәлиди) исемендәге китапханала “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса китап уҡыусылар конференцияһы ойоштороласаҡ, һин шунда сығыш яһарға тейешһең, темаһын үҙең һайла, тигәс, шатланып ризалаштым. Шуға күңелгә иң ныҡ тәьҫир иткән, йөрәгемдә иң йылы тойғолар һәм ихтирам уятҡан образдарҙың береһе – Оло инәйҙә туҡталдым. Уның киң күңеллелеген, мәрхәмәтлелеген һәм балаларҙы яратыуын әсәйемә оҡшатһам, кешеләргә тормош бүләк итеү маһирлығын үҙебеҙҙең ауылдағы кендек әбейе Зөләйха инәйгә тиңләнем. Бер ни тиклем айырмалары булыуға ҡарамаҫтан, Оло инәй, Зөләйха инәй һәм әсәйем араһында бер ҙур уртаҡлыҡ ята: уларҙың өсөһө лә – Әсә. Барыһы ла хөрмәткә һәм данға лайыҡтар. Оло инәй авторҙың үҙ әсәһе түгел, ләкин ул әсәһенән дә яҡыныраҡ.
Китап уҡыусылар конференцияһынан һуң “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”) гәзитендә минең дә “Үҙ әсәйемә оҡшаттым” тигән мәҡәләм баҫылып сыҡты (1978 йыл, 16 апрель). Уны уҡып әсәйем дә, уҡытыусыбыҙ Тимерғәле ағай ҙа бик шатланған. Каникулға ҡайтҡас, туп-тура Зөләйха инәйҙең өйөнә йүгерҙем. Инәй мин килгәндә тышта эскәмйәлә ултыра ине, күргәс, аптырап китте. Һаулыҡ һорашып, күрешкәндән һуң әйҙүкләп өйгә саҡырҙы, самауыр ҡуйып ебәрҙе. Күстәнәсләп сәй эскәс, мәҡәләмде ҡысҡырып уҡып ишеттерҙем дә һуңынан:
– Зөләйха инәй, һинең кеүек кендек инәйҙәре икенсе яҡтарҙа ла бар икән. Мин беҙҙә генә икән тиһәм... – тип ҡуйҙым.
Эй ҡыуанды, Зөләйха инәй был һүҙҙәргә, һуңынан йәшләнгән күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөрткөләгәс:
– Бик ҙурлағанһың, ҡыҙым, рәхмәт, шулай гел килеп уҡып тор гәзиттәреңде, йәме. Мин үлгәс тә онотма, доғалар уҡып, хәйерҙәр биреп тор, балам, – тип өҫтәне.
Һүҙен әлегәсә тотам, шөкөр, доғаларымдан ҡалдырмайым, “әйткән һүҙ – атҡан уҡ” тиҙәр, иҫән сағымда артабан да уҡылыр. Матур күңелле Зөләйха инәйҙең яҡты донъяларҙан киткәненә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ауылдаштарым уны онотмай.
Китап уҡыусылар менән осрашыуҙағы сығышым Мостай Кәримдең үҙенә лә оҡшаған икән, кисә тамамланғас, әҙип, рәхмәтен белдереп: “Ихлас яҙаһың, күңелең матур, артабан да шулай дауам ит”, – тип күңелде күтәрҙе.
Бәхетле мәлдәрҙең береһе1982 йылда Бөрө ҡалаһында рус телендә нәшер ителгән “Победа” район гәзитендә эшләнем. Бер көн баҫманың баш мөхәррире Владимир Шулепов район комсомол комитеты секретары Ринат Вәлидов һәм мине Мостай Кәрим менән осрашыу билдәләнгән “Ҡыҙыл байраҡ” колхозына ебәрҙе. Был бәхет миңә тиккә тәтемәне, әлбиттә, башҡорт телен белгән өсөн генә ебәрҙеләр, юғиһә рус телле журналистар ҙа барырға ҙур теләк белдергәйне.
Осрашыу колхоз яланында булды, Мостай Кәрим менән бергә Александр Филиппов та килгән. Яҙыусыларҙы райондың беренсе секретары үҙе оҙатып йөрөнө, ә мин иһә нисек интервью алырға икән тип баш ватам.
Осрашыуҙа Мостай Кәрим беренсе булып сығыш яһаны, өс-дүрт шиғырын уҡыны, фронт юлдарын иҫкә төшөрҙө, йәштәр күп һорау бирҙе. Мәҫәлән, Бөрө тегеү фабрикаһының комсомол секретары яҙыусының ниндәй илдәрҙә булғанлығы, ундағы халыҡтар тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынды. Шағир үҙенең Бельгияла, Германияла, Грецияла һәм башҡа илдәрҙә, союздаш республикаларҙа булыуын, үҙен ҡайҙа барһа ла башҡорт тип танытыуы һәм Башҡортостан тураһында һөйләүе хаҡында әйтте. “Мин үҙ илемдә генә Мостай Кәрим була алам”, “илһеҙ кеше – йүнһеҙ кеше” тигән һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған. Үҙен Бөрө педагогия институты студенты тип танытҡан бер егет “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырының яҙылыу тарихы менән ҡыҙыҡһынды. Уға яуап итеп, Мостай Кәрим шиғырҙы башта яттан һөйләне, аҙаҡ яҙылыу тарихы менән таныштырып: “Планеталағы бер генә хәл дә беҙҙе урап үтмәй, егеттәр, ҡыҙҙар. Әгәр кемгәлер насар икән, башҡаларға ла еңел булмаҫ. Сит ерҙәрҙә йөрөгәндә мин Тыуған илемдең ҡәҙерен нығыраҡ аңлайым кеүек, башҡаса һуғыш уты ҡупмаһын тип теләйем”, – тип яуап ҡайтарҙы. Ә минең бәләкәй генә интервью, ысынлап та, донъя күрҙе.
Салауат беҙҙе тағы осраштырҙы...Йылдар уҙа тора тормош үҙемә лә төрлө һынауҙарын ҡуйҙы. Тормош иптәшемдең хеҙмәт эшмәкәрлеге арҡаһында дүрт йыл һайын республика ҡалалары һәм райондары буйлап күсенеп йөрөргә тура килде. Ул ваҡытта Сибай ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөй инем. 1990 йылда уҡыусыларым менән башҡорт халҡының данлы улы Салауат Юлаевтың тыуған ерендә – Салауат районының Малаяҙ ауылында милли батырыбыҙҙың йорт-музейын асыу тантанаһына юлландыҡ. Унда йәмғеһе бер аҙна булдыҡ, элекке дуҫтарымда йәшәү уҡыусыларым күңелендә лә яҡты эҙ ҡалдырғандыр, тип уйлайым, сөнки улар беҙҙе, күмәк булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бик йылы ҡаршыланы.
Салауат Юлаевтың музейын асыу тантанаһы матур ойошторолғайны, унда Өфөнән бер төркөм башҡорт яҙыусылары, дәүләт эшмәкәрҙәре, артистар, рәссамдар, илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар йыйылғайны. Күренекле рәссам-график Михаил Петрович Карташев ошо сарала 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм уның етәксеһе Пугачев, Салауат Юлаев һәм уның арҡаҙаштарын һүрәтләгән әҫәрҙәренән торған күргәҙмә эшләне. Күргәҙмә барыбыҙға ла бик оҡшаны. Әйткәндәй, Михаил Петрович – минең яҡташым, сығышы менән Стәрлетамаҡ районының Озеровка ауылынан, Ишембай һынлы сәнғәт мәктәбендә белем алғандан һуң ул Һарытау дәүләт сәнғәт училищеһында, унан һуң Н.К. Крупская исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтында Ю.А. Аксенов менән В.А. Белонович кеүек талантлы педагогтарҙа уҡып, Башҡортостанға ҡайтҡан.
Музейҙан уҡыусыларым бик әҫәрләнеп, Салауатыбыҙ өсөн ғорурланып, Сибайҙан алып килгән бәләкәй генә бүләгебеҙҙе тапшырып сыҡтыҡ, Михаил Петрович менән таныштыҡ. Уҡыусыларым рәссам менән әңгәмәләшкән Мостай Кәримде ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Һуңынан сығыш яһаған сағында үҙен фотоға төшөрөп алдыҡ.
Күргәҙмәлә картиналар ҡарап йөрөгәндә Мостай Кәрим янында сит республикаларҙан килгән ҡунаҡтар бар ине, уның янынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Шуға шағир менән иркенләп аралашыу мөмкинлеге булманы, әҙип ғәҙәтенсә хәлдәремде, ҡайҙан килеүебеҙҙе һорашты, уҡыусыларым менән шунса юл үтеп, Малаяҙға Салауат менән осрашырға килеүебеҙгә һоҡланды. “Һиңә ижад менән шөғөлләнергә, гәзиттә эшләргә кәрәк ине лә. Мәктәптәһең икән, мөмкинлегең булһа, гәзиткә кире ҡайт, ҡыйыуыраҡ бул”, – тип өҫтәне.
Тормошта кеше ниндәй генә яҙмыш үтмәһен, юлында аҡыллы кәңәш бирерҙәй кешеләр осраһа, уларҙың үҙ ваҡытында әйткән һүҙҙәре бер ҡасан да онотолмай. Ә инде яҡшылыҡҡа өндәп, яҙмышын кәрәк яҡҡа бороу хаҡында аңлатһа, хәстәрләһә – күңел үҫә, алдыңда ниндәйҙер маяҡ торғандай була. Минең менән дә шулай булды. Аҙаҡ мәктәп эшенә күмелеп, бик оҙаҡ йылдар Мостай Кәримдең үҙен күрергә тура килмәһә лә, бынан өс тиҫтә йыл элек әйткән һүҙҙәре миндә үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙырҙы. Тик мин ул ваҡытта оло әҙиптең алдан күрә белеүсәнлеген тейешенсә баһаламағанмын, аңлап еткермәгәнмендер. Шулай ҙа шағир менән булған һуңғы ҡыҫҡа ғына осрашыуҙан һуң, еңел булмаған һикәлтәле тормош юлдары үтеп, ике бала тәрбиәләп үҫтереп, ләкин бер ваҡытта ла яҙышыуҙан айырылмайынса, ун туғыҙ йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, һуңлап булһа ла, барыбер үҙ асылыма – журналистикаға һәм әҙәбиәткә ҡайттым. Башҡа китмәҫ өсөн...