Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Масаҡ тауын артылғас...
Масаҡ тауын артылғас...Ғүмереңдең дәртле яҙҙары, сыуаҡ йәйҙәре, алтын көҙҙәре, сал ҡыштары тураһында ғорурланып һөйләр хәтирәләрең булыуы — үҙе бер бәхеттер. Байғаҙы ауылында йәшәүсе Шаһимырҙан Рәхмәтуллиндың ундай шатлыҡтары, шөкөр, мул. Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған уҙаман, яҙмыш артыҡ иркәләмәһә лә, уның һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бөгөн дә бына тигән итеп, балаларына, ейәндәренә терәк булып ғүмер итә.

Шаһимырҙан апаның (атай-әсәйҙән өлкән ир кешене бында шулай атайҙар) атаһы, колхоз рәйесе Аллабирҙе Рәхмәтуллин, 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа юллана. Китә лә... тыуған яҡтарына юлы өҙөлә — 1943 йылдың аҙағында “ҡара ҡағыҙы” килә.
Ауыр һуғыш йылдарында барлыҡ балалар татыған етемлек, аслыҡ, юҡлыҡ һурпаһын һемереп, эштә бешегеп үҫкән Шаһимырҙан, ауылда IV класты тамамлағас, ике йыл Ҡыпсаҡ мәктәбендә белем ала.
— Байғаҙынан йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Икмәгебеҙҙе йөкмәп алған булабыҙ, — тип хәтирәләргә бирелә ул. — Кешелә фатирҙа ятып белем алдыҡ.
Артабан уҡыу мөмкинлеге булмағас, колхозда эшкә егелергә тура килде. Аҙаҡ армияға алдылар. Алкинда әҙерлек үткәс, Германияла комендатурала хеҙмәт иттем, Потсдамда шоферлыҡҡа уҡыным. Унан Белоруссияла автомәктәптә инструктор булып бер төркөмдө сығарҙым.
Шаһимырҙан апа армияла саҡта ауылда колхоз рәйесе йөгөн тартыусы Әйүп Һатыбаловтан хат килеп төшә. “Ҡустым, ауылға ҡайт, шоферҙар юҡ”, — тип яҙған була ул. Ситтә бер аҙ йөрөй биреп ҡайтыу уйы булһа ла, ауылда үҙен көткәндәрен уйлап, Шаһимырҙан апа тыуған яғына юллана.
— Ике йыл — “ЗИС”-та, унан 12 йыл “ГАЗ”-да эшләнем, — ти ул. — 1969 йылда колхоз совхозға үҙгәртелде. Эш хаҡы самалы ғына — айына 40 һум тирәһе. Юл юҡ, урман араһынан йөрөйбөҙ. Һунарсы Ситдиҡ ағай Баязитов уңайлыраҡ, ҡатҡылыраҡ ерҙәрҙән юл күрһәтеп барыр ине. Ағас йығып, машина үтерлек урын эшләп алабыҙ. Юлда төрлө хәлгә йыш осралды, урманда йоҡлап ҡалған саҡтар ҙа булды. Бер мәл Нуретдин ағай Ҡасимов менән район үҙәгенән Байғаҙыға Байназар аша ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡалтырсаҡ тигән ерҙә машина батты. Нимә генә ҡыланып, нисек кенә маташып ҡараманыҡ — сығарырлыҡ түгел. Ике көн булып китте. Ашарыбыҙға бер нәмә лә булмағас, күстәнәскә тип алған кәнфитте ҡапҡылаған булабыҙ. Ахыры, Ҡыпсаҡҡа йәйәүләп төшөп, икмәк алдыҡ, телефондан ауылға хәбәр иттек. Ул ваҡытта ҡайҙа һиңә трактор — ике арбалы ат алып, 18 ир килде. Машинаны күҫәктәр менән күтәреп, аҫтына ағас тығып, саҡ сығарып алдыҡ.
Масаҡ тауын, ҡурҡып, кешеләрҙе машинанан төшөрөп үтә инек. Район үҙәгенә әллә ниҙә бер тигәндәй барғас, халыҡ күп була, бер юлы магазинға, хужалыҡҡа кәрәкле әйбер ҙә тейәйһең. Кеше шул йөк өҫтөндә ҡайта торғайны. Яңы Усман ауылы аша ла йөрөнөк. Әлеге тура юл урынында ат юлы ғына ине. Ә бөгөн — хиләүәт! Боронғоларҙы торғоҙһаң, аптырауҙан ултыра төшөр!
Эшен намыҫ менән башҡарған Шаһимырҙан Аллабирҙе улының наградалары, Маҡтау грамоталары иҫәпһеҙ. 1978 йылда хеҙмәте III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән дә баһалана.
Улар Мәрйәм инәй менән дүрт бала үҫтерҙе. Инәй ғүмере буйы ауылдағы фельдшерлыҡ пунктында санитарка булып эшләне. Әммә ейәндәр шатлығын кисереп, рәхәтләнеп йәшәр сағында ҡаты сирҙән баҡыйлыҡҡа китеп барҙы.
Рәхмәтуллиндарҙың өлкән ҡыҙы Лилиә Иҫке Собханғол мәктәбендә технология уҡытыусыһы йөгөн тартты, йәштәрҙе ҡул эштәренә, аш-һыу серҙәренә өйрәтте. Әле Хәйбулла районында йәшәй. Фирүзәләре Байғаҙы ауыл хакимиәтендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Илшат менән Айҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа булды. Уларҙың ғаиләләрен, балаларын ярҙамынан өҙмәй Шаһимырҙан апа.
Яҙмыш ҡуйған кәртәләрҙе емереп, ҡанаттарҙы ҡайырыр һынауҙарҙы еңер көс тапҡан, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып бешеккән орденлы водителгә һис кенә лә 75-те бирге килмәй. Ул әле лә рулдә — “семерка”һында елдереп йөрөй, тракторы ла бар. Үткән йәйҙә дүрт ғаилә өсөн бесән эшләгән. Йәнә бер нисә кешегә сабышып-йыйышып биргән. Хеҙмәт кешене йәшәгән һайын йәшәртәлер ул!
Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә