Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көтөп алған закон нисек үтәлә?
Халыҡ киҫкәне, ҡоро-һарыны бушлай алырға хоҡуҡлы.

“Валежник” һүҙен башҡортсаға тәржемә итһәк, лапы, киҫкә, ятыҡ тигәнде аңлата. Бер ҡарауға ябай һүҙ, әммә бөгөн ул йәмғиәтебеҙҙә ҙур ығы-зығы сығарҙы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Эйе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тәҡдиме менән ҡабул ителгән закон ябай халыҡта тәүҙә ҡыуаныс тыуҙырһа ла, әлеге мәлдә иһә тәнҡиткә дусар.

“Күптәр яңы 2019 йылды түҙемһеҙ­ләнеп көтөп алды. Кемгәлер – байрам, кемгәлер – “һуғып” алырға сәбәп. Шулай ҙа кемдәрҙер уны икенсе нәмә өсөн дә көтөп алды. Йәнәһе лә, Яңы йыл тыуыу менән, урманға “сухарға” (йығылған, ҡороған ағасҡа) сығып китә. Китте, ти, ана бара.  Һүҙ “Лапы әҙерләү тураһында” тигән закон хаҡында. 

Ауылда йәшәгәс, утын әҙерләмәйенсә булмай. Урман араһында йәшәп, яғыулыҡ хәстәрләүе ни тиклем ҡыйын икәнен бик һирәктәр генә аңламайҙыр. Әлеге закон сыҡҡас, күптәр татлы хыялдарға батып киткәйне. Йәнәһе, тракторҙы тоҡандырып алам да, урманға барып, кәрәген биреп, “сухарь” тейәп ҡайтам”. Тик ҡанун быны рөхсәт итмәй булып сыҡты.  Асыҡлап үтәйек, лапыға нимә ҡарай? Әйҙәгеҙ, барлап сығайыҡ: ерҙә ятҡан ағастың олон-тамырҙары, ботаҡтары, сыбыҡтар, ҡороған ағастарҙың һалынып торған ботаҡ-сыбыҡтары, тубырсыҡ, төрлө бөжәк, тумыртҡаның эшмәкәрлегенән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ, ҡар һындырған ботаҡтар. Һәр хәлдә, законда шулай тип яҙылған.  Шуныһы ҡыҙыҡ, һин уларҙы йыйып ҡына алырға тейешһең. Бысырға, балта менән сабырға ярамай, йәғни эргәңдә, ҡулыңда бысҡы, балта булырға тейеш түгел. Урмансы күрмәгәндә һындырып алырға мөмкиндер ҙә, бәлки, уныһы ҡанунда сағылмаған. Ҡороған ағасты төртөп, һөйрәп йығырға ла рөхсәт ителмәй. Төбөнә ултырып, йығылырын көтәһе генә ҡала. Үҙең йығылып ятмаһаң.

Йәнә лә бер нәмәһе бар, әгәр ҙә һин урманға ҡоро-һары йыйырға тип китһәң, бер көн алдан урмансыға барып: “...Ағай, мин иртәгә ботаҡ, лапы йыя барам. Фатиха бирәһеңме?” – тип әйтергә тейеш булаһың.

Рөхсәт алғас ҡына, урманға сығып китә алаһың.  Ярай, закон менән әҙерәк танышып киттек, ти. Кемдәрҙер иртәгә урмансыларҙан фатиха алырға йүнәлеүе бар. Туҡтап тороғоҙ. Ул бо­таҡты реестрға ингән урмансылыҡ­тарҙан ғына алырға мөмкин. Мәҫәлән, Бөрйән районында өс урмансылыҡтан ғына алырға рөхсәт бирелгән. Уныһы ла иҫәпле генә, районға йәмғеһе – 653 кубометр, бер гектарҙан – бер кубометр. Бына шундай хәлдәр, йәмәғәт. 

Кемдәрҙер шат кикереп, ҡаҙыһын ҡушып ит ашай, майҙа йөҙҙөрөп һалма һоғона. Кемдәрҙер ҡатҡан икмәк кимерә. Уныһы ла булмай”, – ти Бөрйән районынан яҙған хат авторы.

Эйе, 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәбиғи рәүештә йәки һауа торошона бәйле йығылған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән ҡанун үҙ көсөнә инде. Был яңылыҡты халыҡ ҡыуанып ҡабул итте. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, граждандар бер ниндәй бюрократик кәртәһеҙ утын өсөн генә түгел, хужалыҡтағы башҡа эштәргә лә кәрәге тейерҙәй ағасты алыу мөмкинлегенә эйә.

Ҡоро ағастарҙы йыйыу өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ, тип белдерә ошо федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һалған Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Һуңғы ваҡытта халыҡ, темаға асыҡлыҡ индереүҙе һорап, парламентарийға күп мөрәжәғәт иткән.
– Һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, Башҡортостан халҡы иғтибарына 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән “Рәсәй Урман кодексының 32-се статья­һына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законды ҡулланыу буйынса аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайым. Ҡанун граждандарға үҙҙәренең шәхси ихтыяжы өсөн киҫкәләрҙе бушлай һәм рөхсәтһеҙ файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Нимә ул киҫкә (валежник)? Ул – ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағас. Уны алыу өсөн кемдән рөхсәт һорарға, тип ҡыҙыҡһыналар. Яуап: киҫкәне алыу өсөн бер кемдән дә рөхсәт талап ителмәй.

Урманға киҫкәгә барғанда үҙең менән балта һәм бысҡы алырға мөмкинме, тиҙәр. Әлбиттә, мөмкин. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны өлөштәргә бүлергә кәрәк. Ҡоро-һарыны йылдың һәр миҙгелендә алырға мөмкин, тик янғын хәүефенә бәйле урмандарға махсус режим индерелгән ваҡытта ғына тыйыла.

Киҫкәне бөтә урмандарҙа ла әҙерләргә була. Бары тик урман ҡырҡыу, алдан әҙерләнгән ағасты һаҡлауға һалыу урындарында ғына тыйыла.
Шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә, Башҡортостан Урман хужалығы тарафынан 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең биләмә бүлексәләренә ебәрелгән хат кире ҡағылды һәм ул ҡулланылырға тейеш түгел. Унда киҫкә алырға теләгәндә, башта был хаҡта урман һаҡлау органдарына хәбәр итергә һәм лапы әҙерләү өсөн рөхсәт алырға кәрәклеге хаҡында һүҙ бара. Бөгөн министрлыҡтарға законды ҡулланыу буйынса яңы хаттар ебәрелде. 12 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашыу ваҡы­тында үрҙәге мәсьәләләр буйынса һөйләшеп килешелде.

Урманға киҫкә әҙерләү өсөн барыу­сыларҙы үтенәм: бер ниндәй сәбәп менән дә үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмаҫҡа, урман үҫентеләренә зыян килтермәҫкә кәрәк.

Барығыҙға ла мәғлүм, үҫеп ултырған ағасты законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығына тарттырыу ихтималы бар. Йәнә йығылып ятҡан ағасты алғанда, уның кипкән ботаҡтарын унда ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар урманды бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.
Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым, сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙа­ланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағана­ларҙы алмаштырыу һәм башҡа ихтыяж өсөн ҡулланылырға мөмкин.

Киҫкә әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, миңә Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала, – тине Зариф Закир улы.

Был депутат яуабы булды, ә республика Урман хужалығы министрлығы район хакимиәттәренә ғәмәлдәге урман ҡану­ниәтенә үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында мәғлүмәт хаттары ебәргән. Киҫкә булған урмандар тураһындағы мәғлүмәт ми­нистр­лыҡтың рәсми сайтында баҫылған һәм урмансылыҡтарҙың, урман хужа­лыҡтарының мәғлүмәт таҡталарына ҡуйылған.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ, яҙыусы, профессор, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы:
– Яңы ҡабул ителгән закон ысын мәғәнәһендә халыҡ һәм тәбиғәт файҙаһына хеҙмәт итәсәк. Быға саҡлы урманда ҡороған ағасты рөхсәтһеҙ алырға ярамай, аунап-сереп ятҡандарына ла тейеү тыйыла ине. Был, бер яҡтан, йәш ағастарҙың үҫеүенә ҡамасаулаһа, икенсе яҡтан, урмандың ҡуйырыуына ла килтерҙе. Ана шундай ағасты алып ҡайтҡан кешеләргә бик ҙур штраф һалынды.
Урман өҫкә ауып килһә лә, ауылдарҙа йәшәгәндәр ҡоро утынһыҙ ныҡ интекте. Хәҙер тормошобоҙҙағы был ғәҙелһеҙлек юҡҡа сыҡты. Ихлас күңелдән әйтәм: халыҡ файҙаһын күҙ уңында тотҡан закон. Ауылдаштарым да ошо хаҡта хуплау һүҙҙәрен йыш әйтә.

Наил ӘХМӘТШИН, Белорет районының Тирлән урмансылығы етәксеһе:
– Әле киҫкә, ҡоро-һары ташыусы тойолмай, сөнки урманға сығырға ҡар тәрән бит. Ҡайҙан ағас алырға тип һорап килеүселәр булһа, яҡын-тирәләге кварталдарға йүнәлеш биреп ебәрергә әҙербеҙ. Белорет районы урмандарында ҡолап ятҡан ағастар күп, шуға ла халыҡҡа киҫкә эҙләп әллә ҡайҙа йөрөргә лә кәрәкмәй. Беҙ ун градустан күберәк ауып, ҡороп ултырған ағастарҙы ла алырға рөхсәт итәбеҙ. Ултыртылған урманда көслөләре ерегеп китә, ә ҡалғандары ҡорой. Ошондай ағастарҙы алырға мөмкин. Ғөмүмән, беҙҙең тарафтан халыҡҡа бер ниндәй ҙә кәртә юҡ.


Автор: Рәмилә МУСИНА әҙерләне
Фото: Автор фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 132

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 482

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 220

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 927

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 692

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 270

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 591

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536