Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡояш һалымы ла бар
Эйе, эйе, донъяла ниндәй генә һалымдар юҡ. 2000 йылдан Балеар утрауҙарында шундай һалым индерелде. Майорка, Ибица, Минорка йәки архипелагтың башҡа утрау­ҙарына ял итергә килгәндәр көнөнә бер евро түләргә бурыслы. Туристарҙан йыйылған аҡса һыу инеү урындарын, диңгеҙҙе таҙартыуға тотонола.
* * *
Европаның күп кенә илдә­рендә эт аҫрағандарға һалым бар. Швецияла уны – эттең бейеклегенә, ә Норвегияла оҙонлоғона ҡарап түләтәләр. Шуға шведтар, ғәҙәттә, такса тоҡомона өҫтөнлөк бирә. Норвегияла иһә оҙон аяҡлы эттәрҙе яраталар.
* * *
Әйткәндәй, һалым түләтеү өсөн ниндәй генә юлға бар­май­ҙар. Мәҫәлән, Сток­гольм­дың Финанс идараһы хеҙмәт­кәрҙәренә ишек төбөндә өрөп йөрөргә лә тура килә. Улар фатирҙа эттең барлығын шулай асыҡлайҙар – өйҙә эт булһа, ул да ҡушылып өрә башлай.

* * *
Гражданлыҡ никахы... Хә­ҙер был һүҙ менән берәүҙе лә шаҡ ҡатырырмын тимә. Арабыҙҙа ошо ирекле юл менән йәшәгәндәр бихисап. Ә бына Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында законлы рәүештә теркәлмәй йәшәгән парҙар йылына 120 доллар һалым түләй башланы.
Австрияла тау саңғыһы менән шөғөлләнгәндәр “гипс” һалымы түләй. Йыйыл­ған аҡса ил клиникаларына күсерелә. Йыл һайын Альпта тау саңғыһы ял йорттарында уртаса 150 мең саңғысы имгә­нә, уларҙы дауалау өсөн күп аҡса талап ителә. Тап шуға ла “гипс” һалымы кәрәк, ул бәләгә тарығандарҙы дауалау өсөн тотонола.
* * *
1993 йылдан Венецияла “күләгә” һалымы индерелде. Уны ҡала ерен күләгәләп торған бина, тент, сатыр ҡуйған ойошмалар түләй.
* * *
Һәр кем донъяға тыныслыҡ, именлек теләп йәшәй. Ә бына тыныслыҡтың ҡәҙерен Гвинея Республикаһы халҡынан да нығыраҡ аңлағандар юҡтыр. Бында “тыныслыҡ” һалымы бар. Һуғышһыҙ үткән һәр йыл өсөн ерле халыҡ дәүләткә кеше иҫәбенән 700 франк аҡса түләргә тейеш.
* * *
2008 йылда Эстония һы­йырҙың метан газы бүлеүенә һалым һалды. Малды бында планетаның глобаль йылыныуына өлөш индереүҙә ғәйеп­ләйҙәр. Ә һыйыр тотҡан хужа­лыҡтар айырым һалым түләй.


Автор: Венер ИСХАҠОВ әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә