Эйе, эйе, донъяла ниндәй генә һалымдар юҡ. 2000 йылдан Балеар утрауҙарында шундай һалым индерелде. Майорка, Ибица, Минорка йәки архипелагтың башҡа утрауҙарына ял итергә килгәндәр көнөнә бер евро түләргә бурыслы. Туристарҙан йыйылған аҡса һыу инеү урындарын, диңгеҙҙе таҙартыуға тотонола.
* * *
Европаның күп кенә илдәрендә эт аҫрағандарға һалым бар. Швецияла уны – эттең бейеклегенә, ә Норвегияла оҙонлоғона ҡарап түләтәләр. Шуға шведтар, ғәҙәттә, такса тоҡомона өҫтөнлөк бирә. Норвегияла иһә оҙон аяҡлы эттәрҙе яраталар.
* * *
Әйткәндәй, һалым түләтеү өсөн ниндәй генә юлға бармайҙар. Мәҫәлән, Стокгольмдың Финанс идараһы хеҙмәткәрҙәренә ишек төбөндә өрөп йөрөргә лә тура килә. Улар фатирҙа эттең барлығын шулай асыҡлайҙар – өйҙә эт булһа, ул да ҡушылып өрә башлай.
* * *
Гражданлыҡ никахы... Хәҙер был һүҙ менән берәүҙе лә шаҡ ҡатырырмын тимә. Арабыҙҙа ошо ирекле юл менән йәшәгәндәр бихисап. Ә бына Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында законлы рәүештә теркәлмәй йәшәгән парҙар йылына 120 доллар һалым түләй башланы.
Австрияла тау саңғыһы менән шөғөлләнгәндәр “гипс” һалымы түләй. Йыйылған аҡса ил клиникаларына күсерелә. Йыл һайын Альпта тау саңғыһы ял йорттарында уртаса 150 мең саңғысы имгәнә, уларҙы дауалау өсөн күп аҡса талап ителә. Тап шуға ла “гипс” һалымы кәрәк, ул бәләгә тарығандарҙы дауалау өсөн тотонола.
* * *
1993 йылдан Венецияла “күләгә” һалымы индерелде. Уны ҡала ерен күләгәләп торған бина, тент, сатыр ҡуйған ойошмалар түләй.
* * *
Һәр кем донъяға тыныслыҡ, именлек теләп йәшәй. Ә бына тыныслыҡтың ҡәҙерен Гвинея Республикаһы халҡынан да нығыраҡ аңлағандар юҡтыр. Бында “тыныслыҡ” һалымы бар. Һуғышһыҙ үткән һәр йыл өсөн ерле халыҡ дәүләткә кеше иҫәбенән 700 франк аҡса түләргә тейеш.
* * *
2008 йылда Эстония һыйырҙың метан газы бүлеүенә һалым һалды. Малды бында планетаның глобаль йылыныуына өлөш индереүҙә ғәйепләйҙәр. Ә һыйыр тотҡан хужалыҡтар айырым һалым түләй.