Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үткәне данлы, киләсәге...
Былтыр Шығай мәктәбенең 100 йыллығын билдәләнек. Бер быуатлыҡ белем усағында заманында күрше Рысыҡай, Үткәл, Хөсәйен, хатта бер ваҡыт Әбйәлил районының Шәрип, Хәмит ауылдарынан да уҡынылар. Уларҙың һәр ҡайһыһы Шығай мәктәбе, уҡытыусылары тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлайҙыр, моғайын. Мин үҙем мәктәптә ҡырҡ бер йыл уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым. Хәҙер уҡыусыларым үҙҙәре күптән ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр тәрбиәләй. Күбеһе юғары үрҙәр яуланы, дәрәжәле урындарҙа эшләне. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Уҡыусыларым яҙмышын үҙ яҙмышым итеп тоям: уңыштарына, шатлыҡтарына ҡыуанам, ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашам. Форсаттары төшкәндә хәлде белешеп торалар: был бит уҡытыусы өсөн ҙур бәхет! Осрашҡан саҡта дәрестәрҙе, урман-ҡырҙарға, тауҙарға, һыу буйҙарына йөрөгән походтарҙы, ағас ултырта барғандарҙы күңелле хәтирәләр итеп, һағынып иҫкә төшөрәләр.

Хәтеремдә, эш башлағас та мине етенселәргә класс етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Барыһы ла күрше ауылдыҡылар. Интернатта ҡалаһы килмәй бит балаларҙың. Көҙөн дә, ҡышын да йөрөп уҡынылар. Төштән һуң уҡығас, ҡараңғы иртә төшә. Йыш ҡына һуңғы дәрестән ҡаса торғайнылар. Бер нисә тапҡыр ярты юлдан кире бороп алып килеп, ун-ун биш минут уҡытып ҡайтарғас, башҡаса ҡасмай башланылар. Дәрескә килмәй һалам эҫкерте араһында уйнап йөрөгән саҡтары ла булды. Мин башлыса күрше ауыл балаларынан тупланған кластарға етәкселек иттем. Берәй уҡыусы сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырһа, директор мине ебәрә. Барһам, әҙмәүерҙәй егеттәрем йә мейес артында, йә карауат аҫтына йәшенә. Уларҙы етәкләп мәктәпкәсә оҙата инем. Хәҙер был ваҡиғалар ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

Һикһәненсе йылдар аҙағында дискотекалар модаға инеп китте. Ул һәр йома ойошторолдо. Класс етәкселәре лә мотлаҡ ҡатнашты – ул ваҡытта минең класс тик Шығай уҡыусыла­рынан тора ине. Бер ҡараһам, кластың ҡыҙҙары ғына вальс әйләнә, ә малайҙарым бейеүгә лә, тансыға ла төшмәй. Илдар Мөхәмәтйәров ҡына барыһына ла етешә: ҡыҙҙарҙы ла бейеүгә төшөрә, вальсын да әйләнә! Мәйтәм, туҡтағыҙ әле! Фәнүр Ҡаһировтың армиянан ғына ҡайтҡан сағы – гармунын алып, магнитофонға вальс көйҙәрен яҙҙырып алдым. Кис етһә, бөтә класымды йыйып, егет­тәремде бейергә, вальс әйләнергә өйрәтә башланым. Был йәһәттән ҡыҙҙар “уҡытыусы” ролен башҡарҙы. Шулай итеп, егеттәрем бейеүҙәрҙә әүҙем ҡатнаша башланы.

Беҙҙең күп кенә уҡыусыларыбыҙ мәрхүм Фәтих Фәсхетдин улы Нуритдиновҡа рәхмәтле. Ул мәктәптә “машиноведение” дәресенән уҡытты һәм нисәмә сығарылыш уҡыусыларға трактор йөрөтөү өсөн танытма алырға ярҙам итте. Уҡыусылар тракторҙың төрлө өлөштәрен ҡарап өйрәнһен өсөн гусеницалы тракторҙы класс бүлмәһенә үк индереп ултыртты. Хатта ҡыҙҙар ҙа трактор йөрөтөргә өйрәнеп, танытма алды. Хәтеремдә, район уҡыусыларының ер һөрөү ярышында Ғәлиә Нәбиуллина – беренсе, ә Айгөл Ҡанафина икенсе урынды алды.

Тиҫтәгә яҡын уҡыусы физкультура уҡытыусылары Рәмил Сәбирйән улы Шәрәфетдиновтың, Әҡсән Карам улы Ғизитдиновтың эҙенән китте. Ул йылдарҙа беҙҙең мәктәп уҡыусылары район слеттарында йыш ҡына беренсе йәки призлы урындар яуланы. Хатта республика кимәлендә лә бер нисә тапҡыр сығыш яһанылар.

Арҙаҡлы шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, өлкән уҡытыусы-методист, атаҡлы ҡурайсы Мөхәмәт Уҫман улы Түлебаев тураһында айырым әйтһәң дә, бер гәзит бите етмәҫ. Уның тарафынан мәктәп янында ойошторолған уҡыусылар урмансылығы үҙе генә ни тора! Нисәмә йөҙ гектар майҙанға ағас ултыртылды! Ә Мөхәмәт Уҫман улы ойошторған ҡурайсылар ансамбле?! Районда ғына түгел, республика кимәлендә таныйҙар ине уларҙы. Түңәрәктә шөғөлләнгән уҡыусылар менән яҙ һайын, Рәз ташы буйҙарын гиҙеп, үлән ҡурайына барыуҙары...
Сәриә Мөштәбә ҡыҙы Татлыбаева менән Нурбикә Әнүәр ҡыҙы Ҡана­финаның “алтынсылары” менән Ҡағы ташына поход ойоштороуҙары... Бер кем дә онотмағандыр ул ваҡиғаны. Барған көндө үк бер уҡыусының ҡасып ҡайтыуы, уны эҙләп сыр-сыу килеүҙәре бер хәтирә булып ҡалды.

Донъялар үҙгәрҙе. Хәҙер ата-әсәнең рөхсәте булмаһа, поход түгел, мәктәп тирәһен дә һепертеп булмай. Поход, экскурсияларға, ярыштарға ла ата-әсә рөхсәте кәрәк. Элек улай түгел ине, сөнки ата-әсә менән мәктәп, уҡытыусы араһында үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, хатта туғанлыҡ хакимлыҡ итте. Ата-әсә балаһын мәктәпкә ышанып тапшырҙы, мәктәп баланың икенсе тыуған йорто булды. Уҡытыусы уҡыусының яҡын серҙәше, дуҫы, өлкән тәрбиәсеһе ине.

Һәр сирек аҙағында ата-әсәләр йыйылышы үткәрелде. Йыйылыш ата-әсәләр өсөн ял да булһын тип, ул ваҡыттағы мәктәп директоры Ниғмәт Фәтхулла улы Ғәлин һәм уның урынбаҫары Фәниә Әхмәт ҡыҙы Йомағужина беҙҙән, уҡытыусыларҙан, йә концерт, йә спектакль әҙерләтте. Үҙҙәре режиссер булды. Ролдәрҙе уҡытыусылар Ғәфүр Әбделвәли улы Ғәлиуллин, Гөлзада Мортаҙа ҡыҙы Шәйәхмәтова, Булат Ханнан улы Үҙәнбаев, Хәниф Хәсән улы Ҡанафин, Салауат Мирсаяп улы Йомағужин һәм башҡалар башҡарҙы. Әйткәндәй, Хәниф Хәсән улы етәкселегендәге инструменталь ансамбль, уҡытыусылар хоры, район конкурстарында һәр саҡ призлы урындар алды, дипломант булды.

Шығай мәктәбенең даны алыҫ­тарға таралған: үҙҙәрендә мәктәп була тороп та, балаларын беҙҙә уҡытҡандар бихисап. Белем усағы­ның төп үҙенсәлеге шунда: уҡы­тыусыларҙың күпселеге – урындағы кадрҙар. Үҙ заманында уҡытыу­сыларыбыҙ Герна Ҡорбанғәли ҡыҙы Өмөтбаева һәм Ниғмәт Фәтхулла улы Ғәлин “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде.

Шығай ауылы илебеҙгә күп арҙаҡлы кешеләр бирҙе: Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов, танылған ҡурайсы, композитор Әбделғәфи Хәлфетдинов, Журналистар союзы ағзаһы, оҙаҡ йылдар “Аманат” журналында яуаплы секретарь булып эшләгән мәрхүм Зиннәт Ғәней улы Әминев, фән кандидаты Шәмсинур Мөбәрәк ҡыҙы Йомағу­жина, физика фәндәре кандидаты, Носов исемендәге Магнитогорск тау-техник университетының Белорет филиалы доценты Гөлфиә Нәҙерғәли ҡыҙы Аҫылғужина һәм башҡа уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Эйе, Шығай мәктәбенең үткәне данлы, ә киләсәге нисек булыр?

Бөгөн дә унда дәртле, ихлас уҡытыусылар эшләй, тик уларға ҡолас йәйеп уҡытырлыҡ, бөгөнгө заман талаптарына яуап биргән бина, шарттар юҡ...


Автор: Инсаф Ҡанафин ветеран-уҡытыусы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-02/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә