Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илде бөлдөрәм тиһәң, урманһыҙ ҡалдыр

Һүҙҙе дауам итеп...

“Һүҙҙе дауам итеп...” тип әйтеүҙең мәғәнәһе шунда: бынан бер ни ҡәҙәр ваҡыт элек “Һикәлтәле, ҡараңғы урман юлы” тигән очерк яҙғайным. Әлеге яҙмаларҙа хис өҫтөнлөк итә һымаҡ күренде. Был хәл, бәлки, авторҙың ағас-үҫентеләргә тере йән итеп ҡарауынан, урман мөхитен, уның яҙмышын йөрәгенә бигерәк яҡын алыуынан киләлер.

Ғөмүмән, Ер-әсәне йәшел бөркәнсек менән ҡаплаған, шул ерҙә йәшәүсе һәммә йән эйәләрен, иң беренсе нәүбәттә — кешеләрҙе, таҙа һыу, саф һауа менән тәьмин иткән, беҙҙе туйындырған да, йылытҡан да, бәлә-ҡазанан һаҡлаған да урман тураһында вайымһыҙ йөрәк, хуш күңел, һалҡын ҡан менән яҙып, һөйләп буламы ни? Юҡтыр.

Ҡулыңда хакимлыҡ теҙгене, матди мөмкинлектәр булмағас, нимәгәлер һәм кемгәлер йоғонто яһау, ярҙам итеүҙән мәхрүмһең. Шуны белеү һинең хәлеңде лә ала, хатта зиһенеңде лә томалағандай. Яҙмаларымда замандаштарымдан ҡала икенсе урында торған урман тураһында ла шулай. Константин Паустовский, Михаил Пришвин, Иван Тургенев, Леонид Леонов, Василий Песков һәм бүтән ҡәләмгирҙәр һүрәтләгән рус урмандары, үҙебеҙҙең халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин беҙгә яңынан ҡайтарған Башҡортостан ҡайындары, ҡарағайҙары, имәндәре, йүкәләре, шыршылары онотолоп барған тарих сәхифәләрендә, урманға йәнен биреп хеҙмәт иткән кешеләр хәтерендә генә ҡалып барамы икән ни?

Рәсәй урмандары, шул иҫәптән Баш­ҡорт­остандыҡылар ҙа, яңы ҡазалар дәүе­ренә килеп эләкте. Быуаттар буйы кеше­ләрҙең бер ҡат туны, туйын­дырыусыһы, Ер­ҙең йәшел ҡалҡаны, тын юлы булған урман, хәҙер килеп, ике аяҡлы йыртҡыс — кеше ҡомһоҙлоғоноң, кеше яуызлы­ғы­ның, кеше ғәмһеҙлегенең ҡорбанына әүе­релде. Әҙәм техника менән ҡораллана бар­ған һайын, урман хәлһеҙләнә, уның ке­шегә ҡаршы торорлоҡ ҡарыуы ҡалмай. Заманында кеше ниндәй ҙә булһа кейектең һуңғыһын атып йыҡҡан. Нисек кенә хит­лан­һаҡ та, уларҙы терелтеү хәҙер мөмкин түгел. Шуның һымаҡ, Ер йөҙөндәге ҡиммәт­ле һуңғы ағасты йығыуға ла күп ҡалмайҙыр.

Әллә әүәлге замандарҙа Урман өҫтөнә төшә килә торған бәлә-ҡаза тураһында хәбәрҙар булмағанбыҙмы, әллә инде хәҙерге мәғлүмәт саралары шулай шәп эшләйме, аңлауымса, егерме беренсе быуат урманға сағыштырғыһыҙ һынауҙар алып килде, шикелле. Мин, мәҫәлән, оло­ғайған кеше булһам да, ғәзиз урманда­ры­быҙҙың егерменсе быуаттағы һымаҡ таланғанын, үртәлгәнен хәтерлә­мәйем. Иртә яҙҙан ҡар ятҡанға тиклем Ватаныбыҙ өҫтөндә төтөн болот менән ярышып ҡай­най. Себер, Алыҫ Көнсығыш, Урал, Алтай, илдең Европа өлөшөндәге аҡтыҡҡы урмандар үрт эсендә. Мәхшәр һәр миҙгел һайын меңдәрсә гектарҙа ҡоторона. Ғәҙәт­тән тыш хәлдәр министр­лы­ғының ҡорал­ланған, йыһазландырылған меңдәрсә хеҙмәткәре янғынға ҡаршы көрәшә. Был ҡара яуға ҡаршы көрәшкә йыш ҡына Ҡораллы Көстәр ҙә йәлеп ителә. Стихия менән алышта ҡорбандар ҙа булғылай, ә ил ҡаҙнаһы күргән зыянды халыҡтан йәшерергә тырышалар. Тәбиғәт, урман күргән ҡазаны һумдар менән генә баһалап бөтөү, ғөмүмән, мөмкинме икән?

Ошо юҫыҡта йәнә бер фекер әйтәм дә, урмандың байлығы һәм үҙебеҙҙең иҫ китмәле йүнһеҙлекте раҫлаған миҫалдарға күсәм.
Урмандарҙа янғын бихисап сәбәп арҡа­һында дөрләп китәлер, әммә зитҡа иң тей­гә­не — рәсми тел менән әйткәндә, кеше факторы. Халыҡ теленә күсергәндә, урманға баймабашлыҡ, яуапһыҙлыҡ, йыш ҡына — уҫал ниәттәр менән ингән әҙәм­дәр­ҙең ҡылығы. Һәр ағас төбөнә генә түгел, бер квадрат километр урманға ла ҡарауыл ҡуйыу мөмкин түгел. Ләкин совет власы йылдарында һәр ауылда йәшәүсе урман ҡарауылсылары үҙенә бүленгән биләмәлә (уны обход тип йөрөтә инеләр) ысын хужа булды, һәм ул урмандағы ағас өсөн генә түгел, бәлки ҡырмыҫҡа иләүҙәре, ҡош-ҡорт, бөжәктәр һәм башҡа күп йәндәр өсөн дә яуаплы ине. Мин ауылымдағы урман йәнле ағайҙарҙы әле лә хөрмәт менән, һағынып хәтергә алам.

Беҙҙең йәшлек йылдарында “Башлес” атамалы комбинат ағас ҡырҡыу буйынса, хәҙергесә әйткәндә, монополист ине. Һәм мин “ағас ҡырҡыу” тигән һүҙбәйләнеште тиктәҫкә генә ҡулланмайым, сөнки “Башлес”тың бар шөғөлө — бүрәнә, утын әҙерләү. Диләнкәләрҙә йығылған ағас, боталып, стандарт олондарға тураҡланып, вагондарға тейәлеп, төрлө урындарға оҙатылып тора. Ағасты комплекслы эшкәртеү тураһында һөйләнеү күп булһа ла, “эшкәртеү”, ғәҙәттә, таҡта, штакетник, шпалдар, йәшник таҡталары әҙерләүҙән үтмәй. Диләнкәләрҙә ятып серегән ботаҡ, ос тураһында әйтеү ҙә урынһыҙ. Ләкин бер нәмәне онотоу мөмкин түгел: “Башлес” әүәлге йылдарҙа биш миллион кубометр ағас әҙерләй торғайны. Был аҙ түгел һәм ҡырҡылған ағастың абсолют күп өлөшөн ҡарағай, унан ҡала — аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ тәшкил итә килде. Урманды үҫтереү, һаҡлауға дәртле булмаһалар ҙа, ағас ҡыр­ҡыусылар уның “тәмен” яҡшы белә — ди­ләнкә (русса “делить”, “выделять” һүҙҙә­ренән башҡортсаға әүештергәндәр инде) башлыса кондовый ҡарағай, аҡ шыршы, ҡайын урмандарынан бүленә. Шул рәүеш­ле ҡасандыр ҡалын урманлы Белорет, Бөрйән, Ҡариҙел, Балаҡатай яҡ­тары ҡорама юрған ябынған байғош хәлен­дә ҡалды. Һәр хәлдә, тәбиғәт урман ҡы­рыу­сылар ҡалдыра торған яланғаслыҡты үҙ көсө менән генә ҡаплай алмай. Ә, һүҙ күп булыуға ҡарамаҫтан, ултыртылған йәш үҫентеләрҙең урман рәүешен алып шаулап китеүен күрергә насип булғаны юҡ.

Һүҙ башында әйтелгән “Һикәлтәле, ҡараңғы урман юлы” тигән яҙмаларҙа урмандың ниндәй хазиналарға эйә булыуы һәм илебеҙҙә ошо байлыҡтан нисек файҙаланыуыбыҙ тураһында әйтеп, мәғлү­мәттәр менән нығытырға тырышҡайным. Ошо яҙмаларҙа дәлилдәрем уҡыусыға ҡабатлау һымаҡ тойолор, ләкин һүҙ Башҡортостан менән генә сикләнмәй, бәлки тотош Рәсәй урмандары тураһында бара. Ниңә улай, тип һораһағыҙ, яуап ябай: Башҡортостан урманлы республика һаналһа ла, Рәсәй урмандарының бик аҙ өлөшө генә республикабыҙ биләмәләренә килеп инә. Төп йәшел байлыҡ иһә — Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта, Урта Уралда, Алтай яҡтарында. Ана шул хазинаның яҙмышы илдең һәр тарафында йәшәүсене лә ғафил ҡалдыра алмай. Ошо фекерҙән сығып, һеҙҙең авторығыҙ тотош Рәсәйгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе файҙаланырға тәүәккәллек итте.
Рәсәй Хөкүмәте биш йыл элек ҡарағай, имән, ҡайын, шыршы урмандарының яҙмы­шына ҡағылышлы дәүләт програм­маһын раҫланы. Ул “2020 йылға тиклем урман хужалығын үҫтереү” тип атала, программаны бойомға ашырыу өсөн һигеҙ йылға байтаҡ аҡса ла — 525 миллиард һум бүленгәйне. Программаны үтәү ваҡы­ты етеп бара, аҡса әллә үҙләштерелеп, әллә сәлдерелеп бөткән тип әйтерлек. Хәҙер инде: “Нимә эшләнгән һуң?” тигән һорау алға килеп баҫа.

Рәсәй Федерацияһы биләмәләренең 46,6 проценты – урман. Башҡортостанда ла яҡынса шундай уҡ нисбәт. Уйлап ҡа­ра­һаң, тәбиғәт тарафынан һәм кеше ҡулы менән ҡабаттан тулыландырыла торған ғәйәт ҙур байлыҡ бит инде был. Ләкин ул хәҙер, совет осорондағынан айырмалы рәүештә, Хөкүмәттең иғтибарынан мәхрүм ҡала килә. Чиновниктар күҙлегенән ҡара­ғанда, быға ғәжәпләнәһе лә түгелдер, сөнки урмансылыҡ тармағы дәүләт бюджетына табыш килтермәй. Иҡтисадсы­ларҙың иҫәпләүенә ышанһаң, урман фондының һәр гектарынан дәүләт йылына уртаса 20 һум килем ала. Был ғына аҡса менән, урмансылыҡ хужалығына тотонолған дәүләт сығымдарын, әлбиттә, ҡаплау мөмкин түгел. Хатта бер литр бензиндан йә бер ҡап сигареттан бюджет төшөмдө бер гектар урмандан килгәндән күберәк ала. Рәсәй киңлектәрендә океан һымаҡ тулҡынланып ятҡан урман төшөмө илдең эске тулайым продукцияһының 1,5 проценттан аҙырағын тәшкил итә. Нефть һәм газдан, әйткәндәй, төшөм 12 процент!

Мәскәү төбәктәрҙән урмансылыҡ тармағынан күберәк килем алыуҙы талап итә, хатта уларға бурыстар ҙа еткерә, әммә бойороҡ менән генә эш йәнләнеп китә алмай. Шул ваҡытта дәүләт урмандан килем алыу теләгенән һүрелмәй. Һәм был теләк нигеҙле лә һымаҡ, сөнки донъялағы бар урмандың дүрттән бер өлөшө — Рәсәйҙеке. Ошо майҙандың 23 процентында ағас әҙерләүҙең сәнәғәтсә ысулы рөхсәт ителгән. Был, сама менән, 270 миллион гектар тигән һүҙ. 2017 йылда унда 150 миллион кубометр ағас ҡырҡылған. Тимәк, бер гектарҙан уртаса ярты кубометр тигән һүҙ. Белгестәр раҫлауынса, бындай етештереүсәнлек урта быуаттарға хас булған.

Йәнә сағыштырыу: Швеция урманда­рының дөйөм майҙаны рәсәйҙәрҙе­ке­ләр­ҙең 3 проценттан аҙырағын, финдарҙыҡы 2 процентын тәшкил итә. Ошо хәлдә лә Швеция йылына – 80 миллион, Финляндия 70 миллион кубометр ағас әҙерләй ала. Күреүегеҙсә, күршеләр Рәсәйҙә әҙер­ләнгәндең яртыһын тиерлек бирә. Шуны­һы, ағасты күпләп ҡырҡыу ҙа сканди­нав­тарға етди ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, сөнки улар урмандарҙы тергеҙеү менән ихлас шөғөлләнә. Финдар, ишетә йөрөүебеҙсә, беҙҙең Карелия урмандарын да хәтһеҙ генә һирәкләтте, өҫтәүенә улар ағас эш­кәр­теү һәм ҡағыҙ етештереү буйынса донъя баҙарының 10 процентын үҙ ҡу­лында тота. Рәсәйҙә, мәҫәлән, фин ҡағыҙы ҡиммәтле китаптар нәшерләүҙә киң файҙаланыла.

Тағы ла бер сағыштырыу: әгәр Рәсәй урман секторының бөтөн продукцияһын ситкә һатырға ҡарар итһәк, ул донъя баҙарында 5 процентҡа ла етмәҫ ине. Ғәрләнерһеңме, юҡмы, күрше скандинавтар сит илдәргә күбеһенсә беҙҙең ағасты һата. Ғөмүмән, Финляндия, Ҡытай менән икәүләшеп, Рәсәйҙең ситкә сығара торған ағасының 91 процентын ала, ә был 25 миллион кубометр тигән һүҙ. Ә инде шведтарға ҡалғанда, улар беҙҙең ағас менән бүтәнсәрәк мөғәмәлә итә. Күптән түгел Карелияла хәтәр янъял сыҡты. 180 мең кеше шведтарҙың 200-ҙән 600 йылға тиклем йәштәге ҡарағай урмандарын ҡырҡыуын туҡтатыуҙы талап иткән хатты имзалаған. Тикшерә башлаһалар, ҡиммәтле карел ҡарағайҙарын Рәсәй компанияһы исеменән эшләүсе скандинав мебель гиганты ҡырҡа икән.

Ҡыҫҡаһы, илдең урман хужалығына йөҙ менән боролорға кәрәк. Урмандарға, беренсе сиратта, күҙ-ҡолаҡ, хәстәрлек талап ителә. Юғиһә улар сирләй, яна һәм сифатын юғалта. Илдең ҡасандыр йәме булған имән урмандары ете миллион гек­тарға йәйелгәйне, хәҙер иһә улар ҡожорая бара. Һамар, Ырымбур өлкәләрендәге, Башҡортостандағы имәнлектәрҙе ҡәһәрле замандың уртаҡ зәхмәте һуҡты.

Һүҙҙең башында уҡ әйткәнемсә, йөрәкте айырыуса һыҙландырғаны — урман янғындары. Был турала туҡтамай, ҡыҙыулыҡты һис һүрелтмәй һөйләргә мөмкин. Алыҫ Көнсығышта, Себерҙә үрт — даими күренеш һәм, йыш ҡына, бәғзе урмандар һәр яҙын-йәйен ҡабат-ҡабат яна. Тимәк, унда йәш ағас үҫеп китә алмай, бәлки урынды ифрат ҡуйы үлән ҡаплай. Шул рәүешле, урман оҙаҡ ваҡытҡа юғала.

Янғындар, бәхәсһеҙ — ҡаза. Ул тотош ил күләмендәге һәләкәт. Ләкин урман эше бының менән генә сикләнмәй. Ағастарға тәрбиә лә, дауалау ҙа кәрәк. Йоғошло сирле кешене бүтәндәрҙән айырған һымаҡ, сәләмәт урмандарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уның ҡайһы бер өлөшөн ҡырҡырға ла тура килә. Шунһыҙ, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә таралған ҡабыҡ ҡуңыҙы, ағас ҡуңыҙы, ебәк ҡарышлауығына ҡаршы йоғонтоло көрәш алып барыуы мөмкин түгел. Үҙебеҙ ҙә ошо сирҙәрҙең Башҡортостан урмандарын йонсотоуына шаһитбыҙ. Мәҫәлән, бер ағасҡа килеп ҡунаҡлаған ебәк ҡарышлауығы ай эсендә ярты гектарға тарала. Ә япрағынан яҙған ағастың ҡороуы инде ҡотолғоһоҙ.

Күҙәтеп торорға, дауаларға һәм һаҡларға тип ҡаңҡыйбыҙ ҙа ул, әммә быны кем башҡарырға тейеш һуң? Миҫал өсөн әйтәйек: РСФСР-ҙа ғына элек 80 мең лесничий эшләй торғайны. (Лесничий — урман хужалығында яуаплы фигура, ул ҙур ғына коллективты етәкләй). Хәҙер лесничийҙар 18 мең кеше ҡалған, өҫтәүенә эш хаҡтары — ташҡа үлсәйем.

Дәүләт, урман тармағына аҡсаны тамсылап ҡына бүлеп, хужалыҡты ғәмәлдә бөлдөрҙө. Сентябрҙә урмансылыҡ үҙенең 316 йыллығын билдәләне. Был ведомствоны бөйөк Петр булдырған һәм эште нисек алып барыу ҡағиҙәләрен үҙ ҡулы менән яҙып биргән. Рәсәй Хөкүмәтенең планы буйынса, 2015 йылға тармаҡ үҙен үҙе тәьмин итеүгә өлгәшергә тейеш ине. Әммә 2018 йылда ла был хыял ғына булып ҡалды. Шул уҡ ваҡытта союздаш Белоруссияла урмансылыҡ дәүләткә ҙур ғына табыш килтерә, унда урманды янғындар тәләфләмәй, сөнки ул хәстәрлекле ҡулдарҙа, республиканың милли байлығы иҫәпләнә. Күршеләр урмансылыҡта әүәл Советтар Союзында эшләп килгән инфраструктураны ла, идара итеү системаһын да һаҡлап ҡалған.

Ағастарға афәт килтергән ҡуңыҙҙар, ҡарышлауыҡтар ҡапыл да күҙгә эленеп бармай, ләкин улар кимерә, игәй торғас, баһадир имәнде, ғорур ҡарағайҙы, һөймәлекле ҡайынды ла үлемгә еткерә. Рәсәйҙең милли ғорурлығы булған урмандарҙың да башына етеүебеҙ ихтимал. Урманһыҙ ҡалһаҡ, бөләсәгебеҙҙе аңлайбыҙмы беҙ, әллә юҡмы?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873