“Ах, ул саҡтар, елле саҡтар,
Мин егет, һин ҡыҙ саҡтар,
Ах, ул саҡтар, йәш саҡтар…” – тип йырлай халыҡ йырсыһы. Хәтирәләргә, күңелде ҡытыҡлап торған иҫтәлектәргә бай саҡтар. Бигерәк тә Яңы йылды көтөп алып, ҡаршылаған мәлдәр онотолмай...
– Туңдым, ҡаттым, Дилә, түҙер әмәл ҡалманы, анау өйгә барам да инәм.
Мотоцикл туҡтар-туҡтамаҫ элек Зәлиә һикереп төшөп, ауыл осондағы баҡса рәшәткәләре, ҡапҡалары төрлө төҫкә буялған ҙур ғына өйгә йүгереп инде лә китте.
Дилә, мотоцикл коляскаһынан сумкаларын алды ла, ахырҙа, уның артынан эйәрҙе. Класташы Әҡсәндәрҙең өйө лә булғас, тартынып торманы, өҫ-башын рәтләп, өйгә барып ингәндә әхирәте Зәлиә түрҙә эҫе һурпа һемереп тә ултыра.
– Һаумыһығыҙ, Камила апай! Бәрәкәт, Зәлиә, һине танымаҫһың да.
– Аллаға шөкөр, Дилә, әйҙүк, сисенә һал, өшөнөгөҙ инде, анау хәтлем ҡаты һыуыҡ. Әҡсән дә өйҙә, мунсала әле. – Хужабикә өлтөрәп йөрөп Диләнең яурынына мамыҡ шәл килтереп һалды, һурпа ҡойоп бирҙе.
– Мә, эсеп ебәр, йылынырһың.
– Дилә-әү, мин ошонда ғына ҡалайым да ҡуяйым. Күрәһеңме, йылы, йомшаҡ, – тип маҡтаны Зәлиә. Өҫтөндә – мамыҡтан ғына бәйләнгән, үҙендәй ике ҡыҙ һыймалы свитер, аяғында – йомшаҡ йөн ойоҡ. Йылынып алғас, теле асылған, юғиһә – теше тешкә теймәй ҡалтырана ине баяғы.
– Дә-ә, йоп-йомро туптай килештереп ултыраһың, әй. Ҡал һуң, – ти Дилә, – тик инәйемдәргә лә (әсәй – диал.) барып киләйек, улар һине күптән көтә.
– Бәй, ҡыҙым, битең туңған түгелме? Ҡана ҡаҙ майы һөртә һалайыҡ, ҡарайып бара лаһа. – Камила апай, соланға сығып, ҡулына бер йомғаҡ тотоп, өтәләнеп килеп инде.
– Ысынмы? Йә зәңкеп һыҙлай ул. Ҡола ялан бит, бер ышығығыҙ юҡ. – Зәлиә көҙгөгә ҡарап иламһырап һөйләнә. – Оҙаҡ йүнәлер микән? Урыны ҡарайып ҡалмаһа ярар ҙа.
Шул саҡ ҙур таҫтамалға уранып, Әҡсән мунсанан ҡайтты.
– Һаумыһығыҙ? Ҡунаҡтар бар икән.
– С легким паром! Сәләм, класташ! Һиңә кәләш алып килдем, – тип шаярта Дилә. – Тик бына Ҡыш бабай битен йәмһеҙләтеп ҡуйҙы. Быжыр булһа ла ҡабул итерһең.
– Эй, ошо Диләне, сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө, тигәндәй, мин ҡайғырып ултырам, ә ул шаяра.
Егет тә аптырап ҡалманы.
– Мин риза, битен инәйем “һә” тигәнсе әмәлләр.
– Әйҙә, улым, сәйгә ултыр.
– Инәй, минең свитер ҡайҙа ул? Ошонда ултырғыс башына элгәйнем.
Зәлиә урынынан һикереп торҙо.
– Мин йылындым ул, мәгеҙ. Сисеп бирәйемме?
Әҡсән таныш булмаған ҡыҙға иғтибарлап ҡараны. Тулҡынланып торған бөҙрә сәс, ҡап-ҡара күҙҙәр, оҙон ҡуйы керпектәре ҡурсаҡтыҡы һымаҡ леп-леп итеп тора. “Һылыу ғына, беҙҙең яҡ ҡыҙҙарына оҡшамаған, сиған ҡыҙына ла тартым”, – тип уйланы.
Тәмләп, ҡоротло һурпа эсеп ултырған Дилә һүҙ башланы:
– Раевкаға тиклем автобус менән килдек, уныһы ла боҙолғас, юлда ултырҙыҡ, өшөнөк шул тиклем. Унан, үҙең беләһең, беҙҙең ауылға транспорт юҡ. Күрше ауылдан берәү матайына ултыртып алды.
– 30 градус һалҡында асыҡ матайҙа килдегеҙме?
– Туңдырҙы ғына, сыҙар әмәл ҡалманы. Зәлиә бигерәк йоҡа кейенгән, ҡупшы өшөмәй – ҡалтырай. Һеҙҙең өйгә алыҫ, мин ошонда инәм, тине лә һеҙгә йүгереп инде лә китте.
– Миңә бында оҡшайсы.
– Кәнишнә, оҡшай, матай түгел дәһә. – Бөтәһе лә күңелле генә көлөштө.
– Ә мин ни, Әҡсән ҡыҙын алып ҡайтып күрһәтергә булған икән тип ҡыуан да кит. – Камила апай берсә Әҡсәнгә, берсә Зәлиәгә ҡарай.
Зәлиә йылмайып егеткә күҙ һалды. Ул да ҡыҙға текләп ултырған икән.
– Кемгә килеп инергә белгән бит әле. – Дилә, бер-береһенә текләшеп ултырған икәүҙе күреп, шымып ҡалды бер аҙ. Унан урынынан һикереп торҙо.
– Йә, ярай, рәхмәт, Камила апай, аптырашып көтөп ултыраларҙыр. Әҡсән, Яңы йылды класташтар бергә ҡаршылайбыҙ, онотмағанһыңдыр ул?
– Кемдә йыйылышабыҙ?
– Рәйсәләрҙә.
Зәлиә лә әҙерләнә башланы.
– Ҙур рәхмәт, апай, ашығыҙ бик тәмле булды. Быны сиске лә килмәй ул. – Ул, свитерҙы һалып, Әҡсәнгә һондо.
– Кейеп тороғоҙ һуң.
– Әҡсән спортсы ул, сыныҡҡан. – Дилә Зәлиәгә төрттөрә. – Үҙеңде егеттең йылы ҡосағында икән тип хис итеп, иреп төштөң шикелле, әхирәт. Ярай, һау булығыҙ!
Ҡыҙҙар сөкөрҙәшеп сығып китеүе булды, Әҡсән свитерын алып кейә һалды. Хушбуй еҫтәре лә һеңеп ҡалған, тән йылыһы ла һаҡланған. Әйтерһең, йомшаҡ, наҙлы ҡулдары менән ҡосоп алдымы ни. Ул үҙен-үҙе ҡосоп, тәҙрәнән тегеләрҙе күҙәтә. Ҡыҙҙарҙы оҙата сыҡҡан әсәһе лә килеп инде.
– Буласаҡ килен икән, тип уйлаһам. Һөймәлекле генә.
– Ҡыйыу ҡыҙыҡай, – тине улы әйләнеп ҡарамай ғына.
– Өшөгәс, ни эшләргә белмәй килеп ингән, бисараҡай. Ҡупшы кейенгән, йылы нәскийе лә юҡ, итегендә олторағы ла күренмәй. – Камила апай ҡыҙҙы йәлләй-йәлләй өҫтәлде йыйыштыра башланы. – Кейелмәгән ойоҡ-бейәләйҙәрем бар, биреп ебәрергә кәрәк. Алыҫ райондан килеп уҡый, йыш ҡайтып йөрөй алмай икән.
Әҡсән, ҡыҙҙар күҙҙән юғалғансы, тәҙрәнән ҡарап торҙо.
* * *
Яңы йыл кисен һәр кем ашҡынып көтә. Яңы йыл ниндәйҙер мөғжизә алып килер төҫлө. Яңғыҙҙар үҙ ишен табырына өмөтләнә, әллә ниҙәр юрап бөтә. Йәштәр, күңелле булһын өсөн, бергә йыйылышырға ынтыла. Дилә менән Зәлиә, тиҙ арала йорт эштәрен бөтөрөп, мунса төшөп сыҡҡас, биҙәнеп-төҙәнеп кисте көтә башланы.
– Зәлиә, Әҡсән һиңә оҡшаны, әйеме? – тип һорап ҡуйҙы Дилә.
– Юҡты һөйләмә. Шундай дан егеттең ҡыҙы юҡ тиһеңме?! Мөһабәт кәүҙә, киң яурын. Мин шундай егеттәрҙе яратам ул.
Ҡыҙҙар шаярышып, бер-береһен төрткөләшеп алды.
– Әйтәм бит, һәйбәт малай ул. Стәрлелә физкультурныйҙа уҡый. Йөрөгән ҡыҙы тойолманы, әммә уның артынан ҡыҙҙар йүгерә торғайны, бигерәк тә Фруза. Ул да була бөгөн, һин Әҡсәнгә яҡын юлама бер үк.
– Алдан уҡ ҡурҡытма. Бармам да ҡуйырмын. Камал апай, Вәлит ағай менән дә күңелле миңә.
– Үсекмә! Иҫкәрттем – бөттө. Белгең килһә, улар Хәниф ағайымдарҙа ҡаршылай Яңы йылды.
Киске ундарға тәғәйенләнгән өйгә класташтар йыйылышып та бөттө. Кем ниндәй ризыҡ алып килгән, өҫтәлгә ҡуйып, мул ғына табын ҡорҙолар. Өйләнгән, кейәүгә сыҡҡандар ҙа бар. Зәлиә Әҡсәнгә ҡарай һалды. “Суҡынмыш, ҡаһындай ҙа мыҡты. Был бите нимәгә туңып ҡуйҙы инде”, – тип эстән генә әрләшеп алды. Әхирәте алдан әйтеп ҡуйғас, егеткә күҙ һалмаҫҡа тырыша, әммә уның ҡарашын, үҙен күҙәтеп ултырыуын тойоп, уңайһыҙланып бер булды, етмәһә, бите өсөн ояла.
Әҡсән эргәһенән, ысынлап та, бер ҡыҙ китешмәне. Әле уныһын, әле быныһын ашата, эсергә ҡыҫтай, тостар әйтә. Ә тегеһе ыжлап та бирмәгән кеүек. Торҙо ла: “Ҡунаҡ ҡыҙҙың теләктәрен ишетке килә!” – тине. Зәлиә ҡыҙарынды, бүртенде, шулай ҙа үҙен тиҙ генә ҡулға алып, яратҡан шиғырын һөйләп, матур теләктәр әйтте.
Дилә ҡыҙыҡлы уйындар, мәҙәктәр уйлап сығарып ҡына тора. Бер яңы открытканы төрлө һындар яһап ҡырҡҡыланы ла һәр береһенә исемдәрен яҙып таратты. “Биш йыл һайын осрашайыҡ. Ошо остоҡтарҙы йәбештереп, бөтәштереп ҡуйырбыҙ”, – тине. Бер өсмөйөшө артып ҡалғайны, Зәлиәне лә үҙ командаларына алып, уның исемен яҙып ҡуйҙылар.
– Үҙеңдеке менән бергә һалып тор әле йә мин төшөрөп ҡалдырырмын, – тине лә Әҡсән открытка киҫәген Зәлиәнең усына йомдорҙо. “Һы, алам инде биргәстәре, әйтерһең, минең үҙ класташтарым, курсташтарым булмаҫ”. – Шулай уйланды ҡунаҡ ҡыҙ.
Күңелле ултырҙылар, йырланылар, бейенеләр, уйындар ҙа ҡалманы. Фантик өләшкәндә, Әҡсән менән Зәлиәгә урамға сығып, “йондоҙ һанап” инергә тура килде.
– Һыҙлаймы битең? – тип һораны егет.
– Юҡсы! Әйҙә, өйгә инә һалайыҡ, әллә нимә уйларҙар.
– Уйыны шулай, нимә уйлаһындар, ти.
Йәштәр уларҙы геүләшеп ҡаршыланы:
– Шунан, күктә нисә йондоҙ бар?
– Һанап бөтөрөрлөк түгел, – тип яуапланы Зәлиә.
– Ә мин күктә бер йондоҙ ҙа күрмәнем ул, ерҙә берәү генә балҡый ине, – тине Әҡсән.
– Вәт һин уларҙы! – тиеште класташтар. – Тел төбөң аңлашыла. Бөлдөң, бөттөң, брат, былай булғас.
Әҡсән ҡулына гармунын алды. Әллә ниндәй ят-ят көйҙәргә бейенеләр, Зәлиә ишетмәгән яңы йырҙарҙы йырланылар. Ул бер яҡ ситтәрәк ултырып, ихласлап күңел асыусыларҙы күҙәтте. Бер аҙҙан Мәскәү ваҡытын шыршы янында ҡаршыларға тигән тәҡдим булғас, шатланып китте. Ни тиһәң дә, ул былар өсөн сит кеше. Урамда күңел асҡас, кемдер Дим буйына саҡырҙы. Йырлашып шунда киттеләр. Унда боҙ өҫтөндә усаҡ яғылған, бәләкәй генә ҡарағайҙы биҙәп ҡуйғандар. Кеше күп. Теләмәһә лә, Зәлиә ниңәлер Әҡсән эргәһенә тап була ла ҡуя. Дилә, шуны ғына көткәндәй, килеп етеп, етәкләп бейергә алып төшә. Күп тә үтмәй, тағы йәнәш торалар. Бейеп арығас, бер-береһен көрткә батырыша, ҡар бәрешергә тотондолар. Шул саҡ Зәлиәнең битенә кемдер ҙур ғына ҡар йомғағы менән тондорҙо. Ҡыҙҙың күҙендә уттар сәсрәне.
– Аллаҡайым, күҙемде һыттылар! – Ул, ауыртыуға сыҙай алмайынса, битен ҡаплап ергә сүкәйҙе. Әҡсән менән Дилә килеп етте.
– Тағы нимә булды?
– Был юлы күҙем һытылды, шикелле, – тине лә йөҙөн ҡапланы. Ергә йөҙтүбән ятып илап ебәрҙе. Тегеләр иһә күҙен ҡарайбыҙ тиһә, ҡулын ысҡындырмай
– Тегенең генә этлеге был. – Дилә ян-яғына ҡаранды. – Елдәр иҫкән үҙенән. Үсен алып ҡасты.
Зәлиә илап алды ла ҡапыл салҡан төшөп һуҙылып ятып көлә башланы, Дилә лә уның эргәһенә ятып ҡушылып шарҡылдай.
– Дим буйҙары һары сәскә…
– Иҫәр, ҡайҙа бында һары сәскә? Мейеңде сәсрәтә ҫуҡтылармы, әллә?!
– Ҡайта һалайыҡ! Битем күк талаҡ булмаҫ борон һыпыртайыҡ.
Өйгә ҡайтып көҙгөгә ҡарағас, инде өсәүләшеп көләләр.
– Һеҙгә көлкө, хәҙер нисек ҡайтам инде. Эсеп-иҫереп һуғышып йөрөгән тип уйларҙар микән? Сессия башлана. Бына һиңә Яңы йыл!
– Һуң, һиңә ҡушылып көлгән булабыҙ. Ярай әле күҙеңә инеп китмәгән. – Тегеләр төрлөсә йыуатҡан була. Береһе күгәргән ергә боҙ һала, икенсеһе эҫе сәй эсерә.
– Нисауа, ҡара күҙлек кейерһең.
– Ғәфү ит инде, дуҫҡайым, тәүгә генә алып ҡайттым. Башҡаса бында аяҡ та баҫмаҫһың инде.
– Үҙем һаҡлап йөрөтөрмөн.
– Оялам, миңә ҡарамағыҙ. Ҡыш бабай мине яратманы.
– Ҡарһылыу, тиң, Фруза Ҡарһылыу булып кейенеп алғайны лаһа.
Ана шулай мажаралы үтте көтөп алған Яңы йыл. Иртәгәһенә ҡыҙҙар, Өфө аша Стәрлегә электричкаға ултырып китте.
* * *
Бер көн ҡыҙҙар сираттағы имтихандарын биреп ҡайтып, ял итергә генә ятҡайны, ишек шаҡығанға икеһе лә бер юлы:
– Асыҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Инергә яраймы? Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар? – Ҡулына төйөнсөк тотоп Әҡсән килеп инде. Ҡыҙҙар карауаттан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Имтихандан һуң ятып ҡына торайыҡ тиһәк, йөрөйһөң шунда мишәйтләп.
– Нисәләргә бирәһегеҙ?
– Дүрт тә биш! – Дилә әхирәтенә ҡарап күҙ һирпеп алды. “Шым”, йәнәһе.
Егет ултырғыс алып, Зәлиәгә яҡыныраҡ килеп ултырҙы.
– Күктәреңдең эҙе лә ҡалмаған, – тигән булды.
– Саҡ ҡына беленә. – Зәлиә, егеттең ҡарашынан оялып, ситкә ҡараны.
– Инәйем һиңә ойоҡ, бейәләй ебәрҙе. Күстәнәстәре лә бар. – Ул әйберҙәрҙе ҡыҙға тотторҙо.
– Ҙур рәхмәт әйт Камила апайға, үҙем дә берәй саҡ күстәнәс ебәрермен.
Дилә йомшаҡ бейәләйҙе кейеп ҡарап һоҡлана.
– Шәп бүләк. Камила апай аҫалы балаҫ һуғыу, бәйләү-сигеү оҫтаһы.
– Матур балаҫтарына ҡыҙығып ҡарап ултырғайным шул мин дә.
– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе ашханаға алып барам. Бөгөн иҫкесә Яңы йыл да бит, – тине Әҡсән.
– Барабыҙ, ибет әй? Бөгөн мин кухняла дежурный, нимә генә бешерергә икән тип ҡайғырып ята инем әле, шәп булды. – Дилә шатланып йыйынырға ла тотондо. – Барабыҙ!
– Әллә нисек тәһә.
– Эй, ошоно гел генә киреләнә лә тора.
– Ярай, һеҙ әҙерләнегеҙ ҙә аҫҡа төшөгөҙ, мин шунда көтөрмөн. Әҡсән ҡабаланып сығып та китте.
– Ҡаршылашма, аҡсабыҙ ҙа бөтөп бара, – тип һөйләнеп Дилә кейенеп тә бөттө.
– Пальтом да иҫке генә, оят. “Каникулыңа яңы пальто алдыҡ, апайың һайлашты”, тип яҙғайны әсәйем. Тиҙерәк ҡайтып күрге килә. Матурмы икән?
– Быныһы ла биҙа һәйбәт, зато махер шапкаң матур. Әҡсән һинең иҫке бәлтәңә ҡарай, ти.
Өсәүләшеп ашханала ашап алғас, Яңы йыл шыршыһы балҡып торған майҙанға барып, рәхәтләнеп күңел астылар. Шул көндән Зәлиә менән Әҡсән ныҡлап дуҫлашып китте.