Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған тупраҡ көтә улдарын

Эҙәрмәндәр яуҙа хәбәрһеҙ юғалғандарҙы асыҡлай, әммә һаҡ булығыҙ – кеше һөйәктәрендә аҡса эшләүселәр әүҙемләшә...

Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге эҙәрмәнлек төркөмдәре, ҡасандыр аяуһыҙ һуғыш барған урындарҙа билдәһеҙ ҡәберлектәрҙе, һалдаттарҙың һөйәктәрен табып, уларҙың шәхесен асыҡлай. Яугирҙәрҙе ҡәҙерләп ерләүҙе, ҡәбер таштарына исем-шәрифтәрен яҙып ҡуйыуҙы ойоштора.

Тыуған еренә ҡайтты

Сит ерҙәрҙә һуңғы төйәк тапҡан һалдаттарҙың мәйетен тыуған тупраҡҡа алып ҡайтып ерләү осраҡтары ла йышайҙы. Күптән түгел, Учалы районы­ның Кирәбе ауылында тыуып, 1941 йылда һуғышҡа алынған Василий Кузьминдың һөйәк­тәре лә тыуған төйәгенә ҡайтты.

Эҙәрмәндәр төркөмө һал­датты Тверь өлкәһенең Зубцов районында таба, медальоны буйынса шәхесен асыҡлағас, яҡындарына хәбәр итә.
Тарихи мәғлүмәттәр һөйлә­үен­сә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тверь өлкәһендә аяуһыҙ алыштар уҙа. Зубцов районын дошмандарҙан азат иткәндә ҡырҡ алты мең кеше ба­шын һала. Эҙәрмәндәр асыҡ­лауынса, 142-се уҡсылар дивизияһы составында һу­ғыш­ҡан Василий Федорович 1942 йылдың 1 сентябрендә ҡаты бәрелештә батырҙарса һәләк була.

– Олатайымды ауылдаштары яҡшы яҡтан ғына хәтер­ләй. Һуғышҡа тиклем ул тир­мәндә, һуңынан алтын сығарыу эшендә хеҙмәт итә. Өләсәйем Мария Алексеевна менән өс балаға ғүмер бирәләр. Атайым һәм уның ағаһы ғүмер буйы атайҙарын эҙләне һәм көттө. Олатайымдың һуғыштан кил­гән хаттары әлегәсә һаҡлана, фотоһүрәте өйҙөң түрендә эленеп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйемә лә, уның өс бала­һына ла был көндө күрергә яҙма­ны. Ә беҙ, ейән-ейәнсәр­ҙәре, бүлә-бүләсәләре, ошо ваҡиғаны көтөп алыуы­быҙға сикһеҙ шатбыҙ, Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн батыр­ҙарса һәләк булған олатайыбыҙ ме­нән ғорурланабыҙ. Уны табыр­ға, тыуған яҡҡа килте­рергә яр­ҙам иткән һәр кемгә рәхмәт­лебеҙ, – тип ҡыуаныс­тары менән уртаҡлашты яугирҙең ейәне Владимир Васильевич.

Атаһын көтөп ала алмай

Әбйәлил районының Ишкилде ауылында йәшәгән Марс Усманов атаһының кәүҙәһен тыуған тупраҡҡа ҡәҙерләп тапшырыу өсөн көтөп ала алмай. Яу ҡырында хәбәрһеҙ юғалған Рыҫйән Усмановтың 1943 йылдың 4 декабрендә Полтава ҡалаһы зыяратында ерләнеүе асыҡлана.
Күптән түгел, Усмановтарға “яҡынығыҙҙың кәүҙәһе Калининград өлкәһенең Ольховка ауылы янында 25 һалдат араһында табылды”, тип хәбәр итә үҙҙәрен яуҙа ҡорбан булған һалдаттарҙы эҙләүсе тип таныштырған әҙәмдәр.

– Олатайыбыҙҙың икенсе ерҙә ерләнеүе тураһында хәбәрҙар булһаҡ та, һуғыштан ебәрелгән бер фотоһүрәтендә 1944 йылдың 25 феврале тигән яҙыу булғас, шиклән­мәнек. Етмәһә, яҡыныбыҙҙың миҙал һәм ордендарын да дөрөҫ барланылар. Һуғышта ниндәй генә хәлдәр булмаҫ, тип ышандыҡ, – ти яугирҙең ейәне Мансур Марс улы.

“Юл хаҡын түләһәгеҙ, яҡы­нығыҙҙың кәүҙәһен үҙебеҙ алып киләбеҙ”, – тигәстәр, Усмановтар риза була. Ауылдаштары ғына түгел, тотош район көтә батырҙың тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын.

Тик “эҙәрмәндәр” юлда саҡ­та ниндәйҙер “ҡаршылыҡтар” килеп сығып тора: йә машина ватыла, йә яғыулыҡ бөтә. Әҙләп-әҙләп улар ғаиләнән 40 меңгә һумға яҡын аҡса һура. Килеп етер саҡта “эҙәрмәндәр” менән бөтөнләй бәйләнеш өҙөлә. Ошо ваҡытта ғына Усмановтар мутлашыусылар ҡорбанына әйләнгәндәрен аң­лай. Был хәлде бигерәк тә атаһының яҡты рухы алдында баш эйергә теләгән, инде үҙе олпат йәштә булған Марс Рыҫйән улы ауыр кисерә – ҡә­ҙерле кешеһен икенсе тапҡыр юғалтҡан кеүек хис итә ул үҙен.
Тыуған тупраҡ көтә улдарын

Иң изге ҡиммәттәрҙән көләләр

Ошоға оҡшаш хәл Учалы районында ла теркәлә. Үҙенең проза әҫәрҙәре менән республикала билдәле 15 китап авторы Әҡлимә Сафина бер нисә йыл интернет аша һуғышта хәбәрһеҙ юғалған әсәһенең бер туған ҡустыһы Әнүәр Кәбировты эҙләй. Ул 1942 йылдың март айында, йәшен бер йәшкә арттырып яҙҙыртып, фронтҡа китә һәм Ржев өсөн барған ҡаты алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала. Ошо көндәрҙә уға ла шылтыраталар.

– “1923 йылғы Әнүәр Ғәлиморат улы Кәбиров һеҙҙең туғанығыҙмы?” тип һорағастар, тулҡынланыуымдан күҙҙән йәш килеп сыҡты, шунда уҡ балаларым да килеп етте, – тине Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы. – Ағайым­дың һөйәктәре Орел өлкәһендә табылыуы, уның Бөйөк Ватан һуғышы, беренсе дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланыуын белдерҙеләр. Яҡыныбыҙҙың кәүҙәһен үҙҙәре үк килтерә аласаҡтарын да әйттеләр.

Икенсе тапҡыр шылты­ратҡанда “эҙәрмәндәр” доку­мент­тарҙың күсермәһен эшләү һәм башҡа мәшәҡәттәр өсөн 550 һум аҡса ебәреүҙәрен үтенә. Сафиндар тейешле сумманы шунда уҡ күсерә. Күп тә үтмәй, йәнә шылтыратып, көтөлмәгән сығымдар өсөн 490 һум һорайҙар.

Киләһе шылтыратҡанда “эҙәрмәндәр” яугирҙең һөйәк­тәрен Федераль именлек хеҙ­мәте һорап алыуын, шул сәбәп­ле эштәре бер аҙға тотҡар­ланыуын белдерәләр һәм Учалы районының Миндәк ҡасаба­һынан фронтҡа алынып хәбәр­һеҙ юғалған Василий Ефимович Тарасенконың туғандарын табышырға ярҙам итеүҙәрен һорайҙар.

Интернет селтәрендә иркен гиҙгән Әҡлимә Сафина яугир­ҙең ейәнсәре Наталья Тарасенконы тиҙ таба. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Тарасен­коларҙан да 1500 һум аҡса һурып ала “эҙәрмәндәр”, хәрби самолет менән яугир­ҙәрҙең кәүҙәләрен тыуған яҡтарына тапшырырға юлла­насаҡтары тураһында ла хәбәр еткерәләр. Олатайҙарының документтары күсермәһен һорағас, мутлашыусылар зым-зыя юҡ була.

...Ошо көндәрҙә апалы-һеңлеле Татьяна Менщикова һәм Наталья Тарасенко, Уча­лыға килеп, Әҡлимә Сафина менән осрашты.
– Беҙ ҙә яҡыныбыҙҙы күптән эҙләй инек, интернет аша уның исем-шәрифе, тыуған йылы менән тап килгән яугирҙәр ҙә булды. Һуңғараҡ олатайы­быҙҙың Украинаның Сумы өлкәһендә ерләнгәнен асыҡ­ланыҡ. Тыуған ер тупрағын алып барып, уның изге рухы алдында баш эйеп, һуңғы төйәк иткән ерен күреп ҡайтыу теләге булһа ла, һуңғы ваҡыттағы киҫкен сәйәси ваҡиғалар арҡаһында маҡсатыбыҙ килеп сыҡманы.

Яҡыныбыҙ тураһында хәбәр алғас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Әммә уның икенсе ерҙә табылыуы шик уятты. Әйтергә кәрәк, мутлашыусылар – бик яҡшы психологтар, һәр һорауға тиҙ генә яуап табалар. Олатайығыҙ менән бер осорҙа бөтөнләй бәйләнеш юғала, ошо ваҡытта ул әсирлеккә элә­гә һәм ҡасып партизандар отрядына эләгә, тип тәф­сирләп аңлат­ҡастар, ышандыҡ, – ти Наталья Владимировна.

Тарасенколар ҙа, Сафиндар ҙа Тыуған ил өсөн баштарын һалған ҡәҙерлеләренең изге рухына бысраҡ ниәт менән ҡул һоноусыларҙың ҡорбанына әйләнгәндәрен ауыр кисерә­ләр.

– Хоҡуҡ һаҡлау органдарына, Башҡортостан Йәмәғәт па­латаһына мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Аҡса йәл түгел, күңелдә яра ҡалды. Башҡалар уяу булһын­дар, кеше һөйәктәрендә аҡса эшләүселәрҙең тоҙағына эләкмәһендәр, – ти улар.

БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан:

Һеҙгә эҙәрмәндәр исе­менән мөрәжәғәт итһәләр, түбәндәгеләрҙе асыҡлап яҙып алығыҙ:
– яугир ҡасан, ҡайҙа, кем тарафынан табылғанлығын;
– шәхесе нисек асыҡ­лан­ғанлығын (медальон, награда, айырым әйбер аша һ.б.);
– мөрәжәғәт итеүселәр­ҙең исем-шәрифен, телефонын.
Ошо мәғлүмәт менән “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” вәкиле Волков Владимир Сергеевичҡа (89639091970) йәки хәрби комиссариатҡа шылтыратығыҙ.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: эҙәр­мәндәр бер ваҡытта ла аҡса һорамай.


Автор: Римма СОЛТАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә