Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемлектә булмаған яугир
Исемлектә булмаған яугирХөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең иғтибарға “Эй, тормош!..” исемле яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Кеше үҙ ғүмерендә ниҙәр күрмәй ҙә ниҙәр кисермәй! Һәр кемдең төрлө тетрәткес ваҡиғалар хаҡында ишеткәне барҙыр. Бәлки, кемдер үҙ башынан да үткәргәндер. Йөрәгегеҙҙе өйкәгән хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта яҙайыҡ, күңелебеҙҙе бушатайыҡ. Редакцияға хат яҙғанда “Эй, тормош!..” рубрикаһына” тип күрһәтергә онотмағыҙ. Шулай уҡ 8 (347) 272-16-24 телефоны буйынса шылтыратып та тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ.
Был тиклем дә ҡәҙерле китапты ҡулға алған юҡ ине! Урыҫ телендә донъя күргән “Улар Еңеү менән ҡайтты” баҫмаһы менән танышып сыҡҡас, шатлығымдан күктең етенсе ҡатына күтәрелгәндәй булдым. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ирекле тормош өсөн йәнен-тәнен аямай яуға сыҡҡан ҡаһарман ауылдаштарыбыҙҙың исемлеге бар.
Шатлыҡлы хәбәр өләшергә тип тәү сиратта мәктәпкә йүгерҙем. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡты. Үҙҙәренең ата-олаталарын, туғандарын күреп ҡыуанды. Яңы хәреф таный башлаған балалар ҙа: “Минең олатайым бармы?” — тип инеп килә. Әлбиттә, был китап уларҙа ғорурланыу тойғоһон арттырҙы.
Ололар ҙа был баҫманы шатланып ҡабул итте. Дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиттары — тол ҡатындар, тыл ветерандары — күҙ йәштәрен тыя алманы.
Бына мин ауылыбыҙҙың ағинәйе — Айһылыу әбейҙә ултырам. Ни тиһәң дә, был шанлы ваҡиға уның ғаиләһен дә ситләтеп үтмәгән. Айһылыу әбей ҡәҙерләп кенә китапты ҡулына алды. Күҙлеген кейеп, исемлекте иғтибар менән барлап сыҡты. Оҙаҡ ҡына биттәрҙе ҡыштырлатып ҡараштырҙы ул. Кемдеңдер исемен табырға тырышты. Ҡапыл уның йөҙө үҙгәреп китте, битендәге йыйырсыҡтары ла ишәйгәндәй тойолдо...
— Хоҙайым! Ни гонаһтарым өсөн мине был тиклем һынайһың? Үлтерәм тиһәң — әйҙә, үлтер! Тик һөйөклө ҡатыным Гөләйҙәне берҙе генә күрергә ирек бирсе. Хушлашҡанда мин бит уға мотлаҡ иҫән ҡайтасаҡмын, тип вәғәҙә биргәйнем. Орсоҡ кеүек шуҡ улым Шәрәфетдин дә, “атай ҙа атай” тип гел янымда йүгереп йөрөгән ҡыҙым Мәләфә лә ҡайтыуымды өҙөлөп көтә бит. Етмәһә, Гөләйҙәм өсөнсөһөн табырға тора ине. Инде хәҙер ул сабый донъяға ауаз һалғандыр. Ҡыҙмы икән, әллә малаймы? Их, шул бәғеркәйҙәремде бер күрһәмсе.
Ҡатынымдың мине оҙатҡанда көскә күҙ йәштәрен тыйғанын хәтерләһәм, балаларымдың “Атай, ҡал! Һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?” тип һырылыуын күҙ алдына килтерһәм, йөрәгемде өтөп ала. Ҡайҙан килеп сыҡтың һин, ҡәһәрле һуғыш?! Тотош донъябыҙҙы утҡа һалдың, меңдәрсә яҙмышты ҡыйраттың, иҫәпһеҙ-һанһыҙ кешенең бәхетен тартып алдың! Миңә — Урал ҡуйынында үҫкән иргә, ошо моңһоу һәм хәсрәтле илдә үлергә яҙғанмы әллә!? Йәл, яҡындарым йәл. Ниңә анау саҡта Ленинград өлкәһендә тейгән пуля ғүмеремде өҙмәне икән? Фашистарға тотҡонға эләккәнсе, Рәсәйемдә яу ҡырында ауһам, хәйерлерәк булыр ине. — Ҡулы ойоуына түҙә алмай Мөхәмәтдин ятҡан урынынан торҙо. Урындыҡ тип тә атап булмай шул уларҙың йоҡлаған ерен. Барактың бер яҡ осонан икенсеһенә тиклем һуҙылып киткән ағас урындыҡта, түшәкһеҙ-ниһеҙ ҡаҡ таҡтаға яталар. Етмәһә, бында әсирлеккә эләгеүселәр бихисап. Шуға ла тығылырға, ҡыҫылырға мәжбүрҙәр. Совет яугире Мөхәмәтдиндең ҡулы ойоуы шунан икән...
Мөхәмәтдин Әфтәхетдинов — ябай ауыл эшсеһе. Бүтәндәр кеүек гөрләтеп донъя көтөү ине уның хыялы. Көтмәгәндә сәсрәп киткер һуғыш башланды. Мөхәмәтдин, фашисҡа ҡаршы нәфрәтен белдереп, үҙ теләге менән фронтҡа китте. Ленинград янындағы ҡыҙыу бәрелештәрҙә бирешмәне. Шундай алыштарҙың береһендә улар ҡамауға ҡалды. Алға китеп тә, сигенеп тә булмай. Етмәһә, уның арҡаһын пуля тишеп инә. Немецтар уратып алғас та, бөтәһен дә бер рәткә теҙҙе, офицерҙарҙы һәм коммунистарҙы шунда уҡ атып үлтерҙеләр. Ә ябай һалдаттарҙы Польшаның Щецин ҡалаһындағы концлагерға оҙаттылар...
Таш ташыуҙар, ер соҡоуҙар... Аш күргән юҡ, икмәкте лә иң татлы төштәрендә генә күрәләр. Арҡалағы яра ла тынғылыҡ бирмәй. Үлтерә яҙып һыҙлай, ә дарыу тигән нәмәнең бында әҫәре лә юҡ. Үлһәң — үләһең дә ҡуяһың. Кәрәгең бер тин! Мөхәмәтдин аҙмы аҫыл ир-аттың хәлһеҙләнеп йығылыуына шаһит булды. Тик ҡалайтһын ул — үҙе лә шул уҡ хәлдә.
Бөгөнгө таш аҡтарыу тамам аяҡтан йыға яҙҙы. Иртәгә баҫып тора алһам ярар ине тип теләне ятыр алдынан, сөнки күтәрелә алмаһаң — тоҫҡап атыуҙары бар. Ә бит йәшәге килә! Хәл генә ҡалманы шул...
— Ҡәйнеш, ниңә шул тиклем төшөнкөлөккә бирелеп киттең әле?
— Гөлйыһан еңгә! Һин нисек бында килеп сыҡтың?! Тыуған яҡ бит бынан алыҫ...
— Һине ҡотҡарырға килдем, ҡәйнешем. Балаларың етем үҫергә тейеш түгел бит. Етмәһә, һөйөклөң ул тапты. Әле гөрләтеп йәшәйһең бар!
— О-һо, минең улым тыуған! Тик, еңгәкәйем... Ҡоштай осоп ҡайтырҙай булам Абҙағыма. Тотҡонлоҡтоң тимер рәшәткәләре ебәрмәй шул. Яҡын барып ҡара — шунда уҡ ут үлтерә һуғасаҡ. Ҡош түгелмен шул...
— Ә һин борсолма, ҡәйнеш. Баҫ әле яныма, нығыраҡ тотон миңә. Хәҙер ошо тимер ишектәге кескәй генә тишектән сығасаҡбыҙ. О-о-оп, күрҙеңме, беҙ инде иректә!
Остоҡ Урал тауы яҡтарына... Ҡалай рәхәт күңелгә. Мин әсирлектән ҡотолдом. Ярай әле Гөлйыһан еңгәм бар...
Тиргә батҡан Мөхәмәтдин уянып китте. Бәй, был бит төш кенә! Барлыҡ татлы хыялдар селпәрәмә килде. Шулай ҙа өмөт сатҡыһы яралды йөрәгендә.
“Еңгәмде төштә күреүем гел хәйерлегә була торғайны. Был юлы ла юҡҡа түгелдер. Түҙ, түҙ — беҙҙе ҡотҡарырҙар ул. Күңелем менән һиҙәм”, — тип йыуатты үҙен үҙе Мөхәмәтдин. Хәле бөттө, инде ергә ауырмын тип йөрөгәндә лә, ҡайҙандыр көс килеүен тойҙо. Башҡаларҙы ла тиҙҙән әсирлектән ҡотоласаҡтарына ышандырырға тырышты. Төшөнкөлөккә бирешмәҫкә әйҙәне яуҙаштарын.
Йә, Хоҙайым! Йәшәр көндәре булған икән Мөхәмәтдиндең. Ысынлап та, ике-өс көн үтеп тә өлгөрмәне — Совет ғәскәрҙәре Польшаға килеп инде. Ниһайәт, тотҡондағыларға ла азатлыҡ һауаһын һуларға насип булды. Күп һынау үткән, яраланған совет яугирен тыуған яғына ҡайтарҙылар. Тик унда ла һынауҙар көтә ине шул. Илдә ул осорҙа тотҡонға эләккән кешегә мөнәсәбәт бөтөнләй кире ине. Әйтерһең дә, ул үҙ теләге менән ҡул күтәреп фашисҡа бирелгән. Еңеү байрамына ла саҡырыусы юҡ. Әммә Мөхәмәтдин бирешергә уйламаны. Ҡатыны Гөләйҙә ныҡлы терәк-таянысы, йыуатыусыһы ла ине.
Бөткөһөҙ һынауҙарҙан туҡылған шул кеше яҙмышы. Һуғыштан һуң ауылдағы артелгә ат ҡараусы булып урынлашҡайны. Бында ла бәлә көтөп торған икән. Урманда бер атты бүреләр ашағас, яуаплылыҡты ҡараусыһына япһаралар. Имеш, тотҡонлоҡтан ҡотолған зат юрамал дәүләт мөлкәтен ҡороторға уйлай. Бының өсөн башынан һыйпаманылар: йә ат хаҡын түләйһең, бик булмаһа, урының төрмәлә. Өйөн һатып, өс балаһы менән урамда тороп ҡалырға мәжбүр була. Мал хаҡын шулай ҡайтарып ҡотолалар.
Ул ауырлыҡты ла кисерә алдылар. Гөләйҙә менән Мөхәмәтдиндең мөхәббәт емеше арта барҙы. Тағы ла өс улдары тыуҙы. Һыр бирмәнеләр, ауыр тип тә зарланманылар — балаларын аяҡҡа баҫтырҙылар. Бер улы — шағир Әхмәҙин Әфтәхетдин хәҙер Өфөлә йәшәй. Бер-бер артлы китаптар сығара. Атаһы иҫән булһа, ҡайһылай ҡыуаныр ине...
— Шулай ул хәлдәр, ҡыҙым. Шуның өсөн Мөхәмәтдин Әфтәхетдинов “Улар Еңеү менән ҡайтты” китабындағы исемлектә юҡ та, — тип күҙ йәштәрен һөртә-һөртә һөйләүен дауам итте ауылыбыҙҙың ағинәйе Айһылыу Вәлиева. — Ул — исемлектә булмаған яугир. Әммә кешелеклелеген ауылдаштары онотмай. Заманында күп һынау кисерҙе шул. Әммә рухы һынманы — шуныһы ҡиммәт.
Сәлиә МӘХМҮТОВА,
китапхана мөдире.
Белорет районы,
Абҙаҡ ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Аниса
    Аниса от 25.05.2012, 16:12
    Шул тиклем кызганыс. Шундайырак мэкэлэлэр куберэк басылха ине.






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20