Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһам төбәге – интернат
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Тәүге минуттарҙан уҡ беҙҙе уҡыусыларҙың шиғри моңо сорнап алды. Ғамир Нарбутин, Рушан Солтанов, Радмир Ҡужин, Заһир Үлйәбаев, Ғәлим Үлйәбаев (һүрәттә) кеүек илһамлы егеттәр Башҡортостан шағирҙарының яҙғандарын яттан һөйләне.

Һәр ваҡыт таң ҡалып тыңлайым уҡыу­сыларҙың ошондай сығышын. Милләт­тәш­тәребеҙҙең ошо сифаты йәнә лә бер тапҡыр “Урал батыр” эпосын иҫкә төшөрә, ундағы төп фекерҙе ҡеүәтләй. Әйтерһең, тап башҡорт милләтлеләр Йыһандың рухиәте һағында тора, бары тик улар йөрәк һүҙҙәре, кешеләргә генә хас булған мәрхәмәтлек асылы менән Урал батыр­ҙың: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!” – тигән һүҙҙәренә тоғро ҡала. Афарин, егеттәр, телегеҙҙән, шиғри маһирлығығыҙҙан ҡыуанығыҙ!

Осрашыу аралашыу форматында барҙы. Сараға Сибай башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы башҡорт ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” ойош­маһы, аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары ла килгәйне. Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова аралашыуҙы йәнле итеп алып барҙы.

Гәзит уҡыусыларҙы борсоған һорауҙар ҙа етәрлек. Мәҫәлән, кемдәргәлер ҙур фотолар оҡшай, икенселәргә, киреһенсә, һүрәттәрҙең күп урын биләүе оҡшамай. “Атайсал” гәзите хәбәрсеһе Фәрит Әхмә­ров – гәзитебеҙҙең әүҙем авторы ла. Ул бөгөнгө матбуғат торошона, башҡорт баҫмаларының яҙмышына битараф түгел, шуға һәр әйткән теләге, тәҡдиме эшлекле булыуы менән айырылып торҙо: “Уҡымлы, халҡыбыҙ булмышын сағылдырған мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ”, – тип тамамланы ул һүҙен.

Сибай башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәсимә Айсыуаҡова ла, тәҡдимдәрен еткереп, журналистарҙан ҡыҫҡараҡ мәҡәләләр көтөүен билдәләне. “Ябай ғына хәбәрҙе лә күләмле итеп яҙмағыҙ, ә анализға ҡоролған мәҡәләләр, әлбиттә, ҙур була торғандыр инде!” – тине ул.

Ҡоролтай рәйесе Ирек Бикмәтов сарала ҡатнашыусыларҙы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға саҡырҙы: “Республи­кабыҙҙың башҡортса төп баҫмаһынан айырылмайыҡ, дуҫтар!”– тине ул. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы­лары берекмәһенең етәксеһе Айһылыу Моталлапова: “Рухиәт тәрбиәләүҙә баш­ҡорт баҫмаларының роле баһалап бөт­көһөҙ, беҙ дәрестәрҙә бик күп мәҡәлә­ләрҙе файҙаланабыҙ!” – тине.

“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәр­рире Вәдүт Исхаҡов, үҙ сиратында, һорауҙарға яуап бирҙе, уҡыусыларҙан яңы тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе. “Заман менән бергә гәзит тә үҙгәрә. Бөгөн “Баш­ҡортостан” гәзите уҡыусылары менән төрлө социаль селтәрҙәрҙә, сайт аша ла аралаша. Бергә ижад итәйек баҫмабыҙ­ҙы!” – тип уҡыусыларҙы әүҙемлеккә саҡырҙы ул.

Кисә аҙағында уҡыусылар Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә Юлай Үҙәнбаев яҙған һәм 18 йыл дауамында башҡарыл­ған “Гимназиям” гимнын яңғыратты. Сараны ойоштороуҙа “Арғымаҡ” ирек­мәндәре лә әүҙемлек күрһәтте. Республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты “Салтанат” өлгөлө бейеү ансамбленең сығышы байрамға йәнә лә бер милли биҙәк өҫтәне.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА Район: Сибай ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә