Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Тәүге минуттарҙан уҡ беҙҙе уҡыусыларҙың шиғри моңо сорнап алды. Ғамир Нарбутин, Рушан Солтанов, Радмир Ҡужин, Заһир Үлйәбаев, Ғәлим Үлйәбаев (һүрәттә) кеүек илһамлы егеттәр Башҡортостан шағирҙарының яҙғандарын яттан һөйләне.
Һәр ваҡыт таң ҡалып тыңлайым уҡыусыларҙың ошондай сығышын. Милләттәштәребеҙҙең ошо сифаты йәнә лә бер тапҡыр “Урал батыр” эпосын иҫкә төшөрә, ундағы төп фекерҙе ҡеүәтләй. Әйтерһең, тап башҡорт милләтлеләр Йыһандың рухиәте һағында тора, бары тик улар йөрәк һүҙҙәре, кешеләргә генә хас булған мәрхәмәтлек асылы менән Урал батырҙың: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!” – тигән һүҙҙәренә тоғро ҡала. Афарин, егеттәр, телегеҙҙән, шиғри маһирлығығыҙҙан ҡыуанығыҙ!
Осрашыу аралашыу форматында барҙы. Сараға Сибай башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы башҡорт ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары ла килгәйне. Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова аралашыуҙы йәнле итеп алып барҙы.
Гәзит уҡыусыларҙы борсоған һорауҙар ҙа етәрлек. Мәҫәлән, кемдәргәлер ҙур фотолар оҡшай, икенселәргә, киреһенсә, һүрәттәрҙең күп урын биләүе оҡшамай. “Атайсал” гәзите хәбәрсеһе Фәрит Әхмәров – гәзитебеҙҙең әүҙем авторы ла. Ул бөгөнгө матбуғат торошона, башҡорт баҫмаларының яҙмышына битараф түгел, шуға һәр әйткән теләге, тәҡдиме эшлекле булыуы менән айырылып торҙо: “Уҡымлы, халҡыбыҙ булмышын сағылдырған мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ”, – тип тамамланы ул һүҙен.
Сибай башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәсимә Айсыуаҡова ла, тәҡдимдәрен еткереп, журналистарҙан ҡыҫҡараҡ мәҡәләләр көтөүен билдәләне. “Ябай ғына хәбәрҙе лә күләмле итеп яҙмағыҙ, ә анализға ҡоролған мәҡәләләр, әлбиттә, ҙур була торғандыр инде!” – тине ул.
Ҡоролтай рәйесе Ирек Бикмәтов сарала ҡатнашыусыларҙы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға саҡырҙы: “Республикабыҙҙың башҡортса төп баҫмаһынан айырылмайыҡ, дуҫтар!”– тине ул. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары берекмәһенең етәксеһе Айһылыу Моталлапова: “Рухиәт тәрбиәләүҙә башҡорт баҫмаларының роле баһалап бөткөһөҙ, беҙ дәрестәрҙә бик күп мәҡәләләрҙе файҙаланабыҙ!” – тине.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, үҙ сиратында, һорауҙарға яуап бирҙе, уҡыусыларҙан яңы тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе. “Заман менән бергә гәзит тә үҙгәрә. Бөгөн “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән төрлө социаль селтәрҙәрҙә, сайт аша ла аралаша. Бергә ижад итәйек баҫмабыҙҙы!” – тип уҡыусыларҙы әүҙемлеккә саҡырҙы ул.
Кисә аҙағында уҡыусылар Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә Юлай Үҙәнбаев яҙған һәм 18 йыл дауамында башҡарылған “Гимназиям” гимнын яңғыратты. Сараны ойоштороуҙа “Арғымаҡ” ирекмәндәре лә әүҙемлек күрһәтте. Республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты “Салтанат” өлгөлө бейеү ансамбленең сығышы байрамға йәнә лә бер милли биҙәк өҫтәне.