Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына һайлау һеҙҙә ниндәй уй-фекерҙәр тыуҙырҙы?
Йохан БЕКМАН, Финляндиянан килгән күҙәтеүсе:
– Һайлау бик тыныс үтте, халыҡтың ихласлығы ҡыуандырҙы. Тауыш биреү бюллетендәрен эшкәртеүсе аппараттарҙың көйлө эшләүен күрҙек, был ҡорамал – Европа өсөн һәйбәт яңылыҡ. Үҙәк һайлау комиссияһы эште оҫта ойоштора, уларға ҡарата бер ниндәй дәғүә юҡ. Күтәренке кәйефтә ҡайтабыҙ.

Жамансары МАКАШЕВ, Ҡаҙағстандан килгән күҙәтеүсе:
– Бер нисә участкала булып өлгөрҙөм, шул иҫәптән Өфөнән ситкә лә сығырға насип итте. Тәьҫораттарыма килгәндә, бик ҡәнәғәтмен, ҡайһы бер күренештәр һоҡландырҙы. Мәҫәлән, 90 йәштән үткән ветерандарҙың һайлауға йөрөүенә тәүгә шаһитмын. Шулай уҡ кешеләрҙең әүҙемлеген билдәләгем килә. Рәсәйҙә һайлау демократик шарттарҙа үтә тигән фекер тыуҙы.

Альберт МИФТАХОВ, политолог:
— Мин Башҡортостандағы һайлауға әҙерлекте иғтибар менән күҙәтеп барҙым һәм минең фаразым дөрөҫкә сыҡты: көҙ үк “Берҙәм Рәсәй”ҙең 70 процент самаһы, Рәсәй коммунистарының 12 процент тирәһе аласағын әйткәйнем. Бүтән партияларҙың үтмәҫен күҙаллауы ла ҡыйын түгел ине, сөнки уларҙың вәкилдәре беҙҙә юҡ тип әйтерлек — ҡағиҙә булараҡ, ике-өс әүҙем кеше генә.

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры:
– Беҙ һайлауға көндөң тәүге яртыһында барып ҡайтырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был юлы ла шулай булды. Ғаиләбеҙҙән дүрт кеше – мин, ҡатыным һәм ике улым – тауыш бирҙек. Оло бурыс үтәнек тип һанайым, сөнки киләсәгебеҙҙең ниндәй булыры ошо сараның һөҙөмтәләренә бәйле. Һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға тигән талап күңелемә бала саҡтан, атай-әсәй тәрбиәһенән һеңеп ҡалған.

Миләүшә МЫРҘАБАЕВА, йәш һайлаусы:
– Тәүге тапҡыр ҡатнашҡас, ныҡ тулҡынландым. Әсәйем үҙе менән алып барһа, әллә ни баҙамаҫ инем, бәлки, ләкин яңғыҙыма тәүәккәлләргә тура килде. Юҡҡа ҡурҡҡанмын икән: яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар, барыһын да аңлаттылар, етмәһә, йәш һайлаусы тип грамота биреп ҡайтарҙылар. Икенсе юлы икеләнеп тормаҫмын.
М. ДАЯНОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә