Йохан БЕКМАН, Финляндиянан килгән күҙәтеүсе:– Һайлау бик тыныс үтте, халыҡтың ихласлығы ҡыуандырҙы. Тауыш биреү бюллетендәрен эшкәртеүсе аппараттарҙың көйлө эшләүен күрҙек, был ҡорамал – Европа өсөн һәйбәт яңылыҡ. Үҙәк һайлау комиссияһы эште оҫта ойоштора, уларға ҡарата бер ниндәй дәғүә юҡ. Күтәренке кәйефтә ҡайтабыҙ.
Жамансары МАКАШЕВ, Ҡаҙағстандан килгән күҙәтеүсе:– Бер нисә участкала булып өлгөрҙөм, шул иҫәптән Өфөнән ситкә лә сығырға насип итте. Тәьҫораттарыма килгәндә, бик ҡәнәғәтмен, ҡайһы бер күренештәр һоҡландырҙы. Мәҫәлән, 90 йәштән үткән ветерандарҙың һайлауға йөрөүенә тәүгә шаһитмын. Шулай уҡ кешеләрҙең әүҙемлеген билдәләгем килә. Рәсәйҙә һайлау демократик шарттарҙа үтә тигән фекер тыуҙы.
Альберт МИФТАХОВ, политолог:— Мин Башҡортостандағы һайлауға әҙерлекте иғтибар менән күҙәтеп барҙым һәм минең фаразым дөрөҫкә сыҡты: көҙ үк “Берҙәм Рәсәй”ҙең 70 процент самаһы, Рәсәй коммунистарының 12 процент тирәһе аласағын әйткәйнем. Бүтән партияларҙың үтмәҫен күҙаллауы ла ҡыйын түгел ине, сөнки уларҙың вәкилдәре беҙҙә юҡ тип әйтерлек — ҡағиҙә булараҡ, ике-өс әүҙем кеше генә.
Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры:– Беҙ һайлауға көндөң тәүге яртыһында барып ҡайтырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был юлы ла шулай булды. Ғаиләбеҙҙән дүрт кеше – мин, ҡатыным һәм ике улым – тауыш бирҙек. Оло бурыс үтәнек тип һанайым, сөнки киләсәгебеҙҙең ниндәй булыры ошо сараның һөҙөмтәләренә бәйле. Һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға тигән талап күңелемә бала саҡтан, атай-әсәй тәрбиәһенән һеңеп ҡалған.
Миләүшә МЫРҘАБАЕВА, йәш һайлаусы:– Тәүге тапҡыр ҡатнашҡас, ныҡ тулҡынландым. Әсәйем үҙе менән алып барһа, әллә ни баҙамаҫ инем, бәлки, ләкин яңғыҙыма тәүәккәлләргә тура килде. Юҡҡа ҡурҡҡанмын икән: яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар, барыһын да аңлаттылар, етмәһә, йәш һайлаусы тип грамота биреп ҡайтарҙылар. Икенсе юлы икеләнеп тормаҫмын.
М. ДАЯНОВ яҙып алды.