Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр береһендә йәшәйешебеҙ сағыла
Редакция почтаһындағы хаттарға байҡау яһар алдынан гәзитебеҙҙең даими авторҙарына, йәғни тоғро дуҫтарыбыҙға, рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Уларҙың әйләнә-тирәләге хәл-ваҡиғаға битараф ҡалмауы һоҡландыра, эшсән һәм өлгөлө ғаиләләр менән таныштырып тороуҙары шатландыра. Шулай уҡ хат-хәбәрҙәре менән гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуға һәм баҫмабыҙҙы таратыуға ла тос өлөш индерәләр.
Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла МИҺРАНОВ ағайҙың әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Нисәмә йыл ул беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә! Үҙ төбәгенән оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәр һәм ябай эшселәр хаҡында йылы һүрәтләмәләр яҙа. Нурулла Мөхөтдин улының “Абруйлы ветерандар” тип исемләнгән мәҡәләһе лә күптәргә өлгө булырлыҡ ир-уҙамандарҙың береһе хаҡында.
“Нурғәле Сәйетғәле улы Уҫманғәле ауылында эшсе ғаиләһендә донъяға килгән. Уның бала сағы ауыр йылдарға тура килгән, өлөшөнә төшкән барлыҡ ауырлыҡты иңе менән күтәргән һоҡланғыс кеше. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, урман хужалығының таҡта ярыу цехында эш башлаған. Булдыҡлы ир-егет төрлө вазифалар атҡарған. Мәҫәлән, урман хужалығы директоры урынбаҫары, район партия комитеты инструкторы, профсоюз ойошмаһы рәйесе йөгөн тартҡан. Мәскәүҙә белем ала, комсомолдың ХV съезында ҡатнаша. Белемле ир-азамат һәр саҡ алғы сафта атланы, яуаплылыҡтан ҡурҡманы. Инйәр ауыл Советына ҡараған ветерандар ойошмаһына ла ун йылдан ашыу етәкселек итте. Ҡыҫҡаһы, абруйҙы тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән яуланы. Ҡатыны Гөлсөм менән балаларына ла матур тәрбиә бирҙе. Әле лә татыу ғаилә башҡаларға өлгө. Нурғәле Сәйетғәле улы һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуһа ла, йәштәрсә дәрт менән донъя көтә”, — тип яҙа хат авторы Инйәр ҡасабаһындағы ветеран хаҡында.
Күптәнге авторыбыҙҙың икенсе мәҡәләһенең геройы — почетлы металлург Фәйез Көсөкбаев.
“Фәйез Сәфәр улы — СССР-ҙың почетлы металлургы. Уның да бала сағы ауыр йылдарға тура килде. Өҫ-башта — йоҡа кейем, аяҡта — сабата. Шул килеш Сәфәрғол ауылынан көн һайын 14 километр йәйәү йөрөп, Инйәр мәктәбендә уҡыны. Хеҙмәт юлын Белорет металлургия комбинатының мартен цехында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы булып башлаған. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас та тура шунда бара. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, профсоюз һәм ҡала комсомол ойошмаһы эшенә лә өлгөрә, КПСС-тың өлкә комитеты президиумы ағзаһы ла була. Ул етәкселек иткән бригада комбинатта һәр саҡ алдынғылар сафында иҫәпләнә. 1980 йылда социалистик ярышта еңгәне өсөн “Волга” автомашинаһы менән бүләкләнеүе үҙе генә лә күпте һөйләй. Бөгөн инде күкрәген орден-миҙалдар биҙәй. Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырманы, хеҙмәтен дауам итте.
“Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ. Фәйез Сәфәр улы ла ҡатыны Әминә менән үҙҙәре кеүек эшһөйәр балалар үҫтерҙе. Икеһе лә йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәне: Рәсимә – табип, Ринат — инженер. Үкенескә ҡаршы, ярты быуат бергә йәшәгән ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсте. Шулай ҙа Фәйез Көсөкбаев бирешмәй, башҡаларға ауырлығын һалмай, үҙаллы донъя көтә”, — тип халҡыбыҙҙың йәнә бер эшһөйәр ир-уҙаманы менән таныштыра.
Алдымдағы икенсе хат авторы ла гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Дәүләкән районының Мәкәш ауылынан Гөлшат САМАТОВА юллаған уны. Гөлшат апай “Ҡәйнәм — ҡәлғәм” тигән мәҡәләһендә оло йөрәкле әсә Сания Миңлеғәлиева хаҡында йылы итеп яҙып ебәргән.
“Сания Хәсән ҡыҙы, ире фажиғәле вафат булғас, ике улы менән тороп ҡала. Күрше Мәкәш ауылынан Тимербай Миңлейән улы һоратҡас, ризалаша. Төшәсәк ерендә әсәһен юғалтҡан биш үҫмер булыуы ҡурҡытмай, етемдәрҙе йылы ҡанаты аҫтына алырға йөрьәт итә.
Сания менән Тимербай Миңлеғәлиевтәр өс тиҫтә йылдан ашыу татыу ғүмер итә. Хәҙер инде балалары үҙ донъяһын ҡорған. Сания апайҙың оло йөрәкле булыуына хайран ҡалаһың. Уға ғаилә йылыһында матур тәрбиә биреп үҫтергәне өсөн изгелек менән яуап ҡайтаралар. Биш киленле ҡәйнә ул хәҙер, һәр береһе менән уртаҡ тел таба, кәрәк саҡта кәңәшсе. Барлыҡ эштәрҙе лә бергәләп атҡаралар. Сания апай менән Тимербай ағайҙың өй усағын һүрелтмәй, балаларын тигеҙ күреп, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәүҙәре һоҡландыра. Килендәренең дә “ҡәйнәм — ҡәлғәм” тиергә урыны бар”, — тип яҙа Гөлшат Саматова.
Ауырғазы районының Талбазы ауылынан М. СӘЙФЕТДИНОВ ҡайһы бер өлкәндәрҙе борсоған мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт иткәйне.
“Яңғыҙ йәшәгән, ҡараусыһын юғалтҡан оло йәштәгеләр өсөн районыбыҙҙа ни өсөн ҡарттар йорто юҡ икән? Күрше-тирә районға йәки башҡа ауылға кемдең барғыһы килһен?” — тип яҙғайны ул.
Хат авторы аныҡ адресын күрһәтмәгән, шулай ҙа гәзит уҡыусыбыҙҙың мөрәжәғәтенә иғтибарһыҙ ҡала алманыҡ. Ауырғазы район хакимиәтенең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына шылтыратып, М. Сәйфетдинов күтәргән мәсьәләне еткерҙек.
Әйтеүҙәренсә, Талбазы үҙәк район дауаханаһы бинаһында башҡалар ярҙамына мохтаж, яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләр өсөн ун кешелек урын бүленгән. Бында булыу ваҡыты сикләнмәгән, күпме кәрәк, шул ҡәҙәр йәшәй алалар. Ғәҙәттә, ҡышты ошонда сығалар, ә көндәр йылынғас, ауылдарына ҡайталар. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең теләге һәр ваҡыт ҡәнәғәтләндерелә, тип яуап бирҙеләр.
Хат авторына, әгәр кәрәк тип тапһа, ярҙам итәсәкбеҙ, тип ышандырҙылар. Бының өсөн һеҙҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә килеүегеҙ кәрәк.
Киләһе хат та Ауырғазы яҡтарынан. Иҫке Этекәй ауылынан Фәғилә МӨХӘМӘТОВАНАН. “Ауырыйым, сирҙән ҡотолоу өсөн операция яһатыу кәрәк, әммә уға түләргә пенсия аҡсам ғына етерлек түгел. Ни эшләргә лә белмәйем”, — тип яҙғайны ул.
Гәзит уҡыусыбыҙҙың үтенесен район үҙәк дауаханаһының баш табибына еткерҙек. Хатығыҙҙа күрһәтелгән адресығыҙ буйынса һеҙҙе табып һөйләшә алманылар. Әлбиттә, ваҡытында дауаланыу кәрәк. Шуға күрә барлыҡ һорауҙар менән баш табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ул һеҙҙе ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан Рәйсә ЯҠУПОВА ла гәзит менән бәйләнешен өҙмәй. Уның үҙ фекерен еткереп йә булмаһа төбәгенең өлгөлө кешеләре хаҡында яҙған мәҡәләләре баҫмабыҙҙа йыш донъя күрә. Был юлы ла ауылдарында тырыш, өлгөлө ғаиләләрҙең, оло йәштәгеләр араһында әүҙемдәрҙең күп булыуы тураһында бәйән иткән, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуҙарын белдергән. Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә сәләмәт тормош менән йәшәргә әйҙәй. “Барыбыҙ ҙа айыҡ аҡыл һәм айыҡ тормошта һау-сәләмәт йәшәйек”, — тип саҡыра ул.
Ғөмүмән, һәр хат ҙур ихласлыҡ һәм күңел ҡушыуы буйынса яҙылған. Арабыҙҙа ауыр һуғыш йылдарында тир түккән хөрмәтле ветерандар барлығын, уларҙың йәнәшәбеҙҙә йәшәүен дә онотмаҫҡа өндәйҙәр. Киләсәктә лә гәзит уҡыусыларыбыҙҙан йөкмәткеле, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән һәм заман рухы сағылған мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә