Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмышҡа зарланмай ундайҙар

Абрар Камалетдинов бер эштән дә ҡурҡып тормай.

Илдең ныҡлығын, һәр яҡлап көслө булыуын хеҙмәт кешеләре тәьмин итә. Ниндәй генә һөнәрҙе алып ҡараһаң да, барыһы ла көнкүрештә кәрәкле. Кешелек шулай яратылған: аҡыл һәм ҡул хеҙмәтенән башҡа тормош юҡ. “Хеҙмәттән кеше үлмәй, эшләгәнең беҙҙең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, — тип өйрәтә ине әсәйҙәр ҙә. Заманына күрә, төрлө ауыр хеҙмәтте башҡарырға тура килгән уларға, әммә береһе лә илап-һыҡтап, яҙмышына зарланып, әҙерҙе өмөт итеп ултырмаған. Хәленән килгәнсә тырышҡан. Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләренә хөрмәт йөҙөнән ҡарайым: илебеҙ өсөн күпме көс түккән улар, ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән.

– Туған колхозымда 50 йылдан ашыу эшләнем, – тип ғорурлана иң абруйлы аҡһаҡалыбыҙ 84 йәшлек Абрар ағай. – Атайым һуғышҡа киткәндә, ете йәштә генә инем. Өйҙә береһенән-береһе ваҡ ете балабыҙ. Иртә менән атайым уята: “Улым, уян әле, мин һуғышҡа китәм”.
Ә мин йоҡо аралаш: “Бар, кит”, – тием. Шул китеүҙән ғәзиз кешем ҡайтманы, хәбәрһеҙ юғалды. Балалығыма барып, уйламай әйткән һүҙҙәремә мәңге әрнеп, үкенеп йәшәнем, – тип Абрар ағай күҙенә йәш ала.

Аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, мыҡты кәүҙәле был ағайға һоҡланып ҡарайым. Ғаилә ағзалары ла тап үҙе кеүек, ауылдаштарынан айырылып тора.
Ә йөҙҙәренең европаларға тартым булыу сәбәбен ҡыҙы Айҙариә берсә юмор аша, берсә уйландырып, ошолай аңлатты: “Әсәйемдең нәҫел ебе шотланд милләтенә барып тоташа. Уның алыҫ олатаһы Шотландия ир-егете нәҫеленән. Башҡорт ҡыҙы алтын приискыһының хужаһына малай бүләк иткән. Ирһеҙ бала табыу — беҙҙә гонаһ, тип үҙ иленә ҡайтырға йыйынған шотландҡа йәш әсә бәпесен тотторған. Ә егет ауылдағы бер өй нигеҙенә баланы ҡалдырған да киткән. Уға Табылдыҡ тип исем биргәндәр. Табылдыҡтан әсәйемдең алыҫ олатаһы тыуған. Бәлки, шуғалыр ҙа барыбыҙ ҙа аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле”.

Ысынлап та, тарихи мәғлүмәттәрҙән дә бил­дәле: илебеҙҙәге аҫыл металды эшкәрт­кән прииск хужалары сит ил кешеләре булған.
Абрар Ғизетдин улы Камалетдинов 1934 йылда Ураҙ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы оҫта йырсы булараҡ дан алған. Уның йыр-моңға әүәҫлеге улы Абрарға ла күскән. Ағай — шәп гармунсы.

– Кистәрен йәштәрҙең клубтан ҡайт­ҡан­да яңғыраған гармун тауышын тыңлап ятып, их, миңә лә шулай уйнарға ине, тип хыяллана торғайным. Бер заман еҙнәм гармун бүләк итте. Бына бәхет! Өйҙәгеләр­ҙән ҡасып, мунсала уйнарға өйрәндем. Шул тиклем оҫтарҙым, хатта мәжлестәргә саҡыра башланылар. Бигерәк матур уйнай­һың, тип аҡса ташлайҙар. Бөтә көйҙәрҙе лә тиҙ генә отоп ала инем, – ти Абрар ағай.

Дүрт класс ҡына белемле ул. Бөтә ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, ете-һигеҙ йәшлек малайҙар хужалыҡҡа егелә. Ишле ғаиләлә ашарға ла, кейергә лә етешмәй. Киндер тоҡтан тегелгән ыштан кейеп, ялан аяҡ ер тырмата. Таң беленер-беленмәҫтән баҫыуға сығалар. Ҡояш ҡалҡҡас, иртәнге ыумас өйрәһе өлгөрә. Ас ҡорһаҡҡа ул да ярап ҡала... “Икмәкте бөтөнләй күрмәй торғайныҡ. Тире өтөп ашаныҡ. Аныһы ҡабарып китә. Таҙартып ҡыраһың да сәйнәйһең. Мышағыр буйында туң ерҙә ялан тәпәй ер тырматҡан саҡтар онотолмай. Көнө буйы ат өҫтөндә йөрөүҙән ултырыш сейләнеп китә ине. Күкрәгемә ат тибеп тә бик оҙаҡ ыҙалап йөрөнөм. Һабансы ла, сәсеүсе лә булдым. Баҫыуҙа ҡыуыш ҡороп ята торғайныҡ”, – тип үткәндәрҙе иҫкә ала әңгәмәсем.

Ҡыш өҫтөнә бишмәт, башына япон бүреге кейеп йөрөгәс, уға “самурай” тигән ҡушамат та тағып ҡуялар. Ауылда Һаҙый бабай Рамаҙанов япондарға ҡаршы һуғыштан трофей итеп бүрек алып ҡайта. Ағайҙың әсәһе иренән ҡалған шәп сыбыртҡыны шул бүреккә алмаштыра ла улына кейҙерә. “Бигерәк йылы ине, бик оҙаҡ кейҙем уны”, – тип көлөп хәтерләй үҫмер сағын әңгәмәсем.

1949 йылда колхоз етәкселәре Абрар Ғизетдин улын малсылыҡҡа күсерә. Ауырыу һыйыр һөтөнән бруцеллез эләктереп, армияға ла алынмай ҡала. Ун биш йәшендә көтөүсе булып китә. Эш башлап ҡына торғанда бәләгә тарый: 70 баш тананы юғалта. Көн эҫе булғанлыҡтан, улар урман араһына ҡасып бөтә. Тәжрибәһеҙ йәш көтөүсе үҙен ғәйепле һанай, илай-илай Алланан ярҙам һорай. Ҡояш һүрелгәс, малҡайҙар үҙҙәре килеп сыға.

– Гел генә урманда йөрөгәс, айыу менән дә осрашҡаным булды, – тип хәтерләй ул. – Малдарҙы һыулауға төшөрҙөм дә үҙем ҡарағат ашарға керештем. Ат быш­ҡырғанға башымды күтәрһәм, йылға аша­һында ҙур айыу, ике аяғында тура баҫып, миңә ҡарап тора. Ох, шундағы ҡурҡыуым, шыбыр тиргә баттым. Шул килеш бик оҙаҡ торҙоҡ. Ахырҙа айыу яй ғына атлап урман эсенә инеп китте, ә мин көтөү янына саптым. Малды йыҡҡан саҡтары ла булды инде...

Ғүмере буйы көтөү көткән Абрар Ғизетдин улының яратҡан аттары ла бер нисәү: Коля, Ерән ҡашҡа, Әртис.
– Ағай, ни өсөн Коля? – тип һорайым.

– Әлләсе, шул исем миңә бик ныҡ оҡшай ине. Әртис атым бейеп тик торҙо, Ерән ҡашҡа тыныс, йыуаш булды.

1959 йылда Абрар ағай Ураҙ ауылы ҡыҙы Рауза исемле һылыуҡайға өйләнә. Ҡатыны ғүмере буйы һауынсы булып эшләй. Ете балалары тыуа: Дамира – тегенсе, Межозерный ҡасабаһында йәшәй, Данис – шахтер, Учалы ҡалаһында төплән­гән, Ураҙҙа ғүмер иткән Хәҙис – Учалы үҙәк почтаһында һаҡсы, Айҙариә менән Фирүзә – тегенсе, Фаил иһә – “Байрамғол агрофирмаһы” хеҙмәткәре. Барыһы ла ғаиләле. Дамир исемле улдары йәшләй вафат булған. Данис – Афған һуғышы ветераны, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныш­та­ры өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Бөгөн Абрар ағайҙың ун бер ейәне, дүрт ейәнсәре, һигеҙ бүләһе бар. 2009 йыл­да алтын туйҙарын үткәрәләр. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, бер йылдан Рауза апай баҡыйлыҡҡа күсә. Абрар ағай Фаил улының ғаиләһендә тыныслыҡ тапҡан.

Абрар Ғизетдин улының фиҙакәр хеҙмәтен дәүләт юғары баһалай: “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Бер айға Урта Азия республикалары буйлап сәйәхәткә юллама ла бирелә. Ул Ашхабад, Сәмәрҡәнд, Ташкент, Дүшәнбе, Алма-Ата ҡалаларын күреү бәхетенә өлгәшә. Малсылыҡта юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн “Социалистик ярышта еңеү­се” билдәһе, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырыла. Тәжрибәле малсы булараҡ, “Йәштәр тәрбиәсе-кәңәшсеһе” дипломына лайыҡ була. Райондың, кол­хоздың Маҡтау ҡағыҙҙары ла бик күп. Учалы хакимиәтенең Почет таҡтаһында, Ураҙ мәҙәниәт йорто алдында, мәктәптә алдынғы малсының портреты даими ҡуйылды.

Хеҙмәт юлдарының иң бейек үрҙәренә артылған Абрар Камалетдинов бер эштән дә ҡурҡып, тартынып тормаған, шуға ла хеҙмәтенең емешен татып, рәхәтен күреп йәшәй. Йәш быуын үрнәк алырлыҡ шәхес­тәрҙең береһе ул. Исем-шәрифе Учалы районы һәм ҡалаһы энциклопедияһына индерелгән.


Автор: Фәриҙә СИТДИҠОВА Район: Учалы районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә