Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихтыяр һәм өмөт менән

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк

Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт менән шөғөлләнгән кешеләрҙе лә аямай. Шул яғы менән ул бигерәк тә мәкерле, күҙгә күренмәҫ, ҡорбанын эҙәрлекләгән, ҡотолоп булмай торған сир кеүек күҙаллана. Алданыраҡ һиҙемләгән саҡта үҙебеҙҙе бындай көтөлмәгән бәләнән һаҡларға, йығылаһы урынға “һалам түшәргә” өлгөрөргә булыр ине, бәлки. Шуға күрә әле генә тормош шатлыҡтарынан йәм табып, пландар ҡороп йәшәгән кешегә көтмәгәндә ҡуйылған диагноз аяҙ көндә атҡан йәшендәй тәьҫир итә. Белгестәрҙең әйтеүенсә, “ҡайғының күҙенә тура ҡарап, уны кисерә белергә кәрәк”. Ҡурҡыуҙы еңгәндә генә дошманды ҡыйратыуға өлгәшергә мөмкин тип иҫәпләй психологтар ҙа. Тормош бит үҙе — туҡтауһыҙ, көсөргәнешле көрәш...

Үҙ-үҙең менән көрәш

Хәҙерге ваҡытта онкология сирҙәре ярайһы яҡшы өйрәнелгән һәм, статистиканан күренеүенсә, ҡаты ауырыуҙы еңеүселәр динамикаһы ыңғай. Ҡурҡыу тойғоһо бик күп уйҙырмаларға, яңылыш ҡараштарға юл аса. Тәбиғәт кешене ифрат ҙур резервтар, сикһеҙ мөмкинлектәр менән бүләкләгән, шуға күрә иң яҡшы табиптың да 100 процентҡа һеҙҙең менән ни буласағын әйтә алыуы икеле. Мөғжизәләр һәр онкологтың тормош хәтирәләрендә етерлек. Бына берәүһе: бынан күп йылдар элек йәш әсә дауаханаға эләгә. Өйҙә — йәш балаһы, ире, ҡара ҡайғыға батҡан ата-әсәһе... Әммә әсәнең пландарына ҡаршы торорлоҡ көс юҡ: “Мин ҡыҙымды үҫтереп кеше итергә тейешмен, уға яҡшы белем алаһы, кейәүгә сығаһы бар”. Ҡатын һауығып, дауахананан сыға. Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәнә онкологка мөрәжәғәт итә, инде ҡыҙы дипломлы, тормошҡа сығып өлгөргән. Тормошта маҡсат бөткәс, сир ҙә яңынан әйләнеп ҡайтҡан...

“Яман шешкә ҡаршы көрәш — үҙ-үҙең менән көрәш ул. Үҙеңдең уйҙарың, ҡурҡыуың, тойғоларың менән. Кеше ҡасан үҙен еңә, яман шеште лә, башҡаһын да ул мотлаҡ еңәсәк”, — тип раҫлаған психотерапевтар, кем белә, бәлки, хаҡлылыр ҙа.

Милли проектҡа ҙур өмөт бағлана

Бөтә донъя йәмәғәтселегенең баш ауырыуына әүерелгән был ҡатмарлы мәсьәлә — яман шеште дауалау. Быйыл октябрь айында Мюнхенда 138 илдән йыйылған 28 мең белгес ошо хаҡта фекерҙәре һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Был юлы конгреста онкоиммунологияға ҙур иғтибар бирелеүе юҡҡа түгелдер, сөнки яңыраҡ физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы Джеймс Эллисон (АҠШ) һәм Тасуку Хондзеға (Япония) тап терапия өлкәһендәге уңыштары өсөн бирелде.

Ғөмүмән, 2018 йыл бик ҙур, мөһим тикшеренеүҙәргә бай булды. Берәүҙәр дарыуҙар менән дауалау мөмкин­лектәрен киңәйтте, икенселәр һәр яңы препараттың иҫкеһенән өҫтөн булмауын иҫбатланы. Айырыуса ауырыуҙарҙы диагноз ҡуйылыу менән психологик һәм физик реабилитациялау мөһимлеге билдәләнде. Яңы препараттарҙың лабораторияларҙан пациентҡа барып етеүе өсөн оҙайлы, ҡатмарлы юл үтеүе билдәле, өҫтәүенә уларҙың хаҡы үтә ҡиммәт, иң хәлле кешеләрҙең генә ҡулланыуы ихтимал.

Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә онкология сирҙәре кимәле 10—15 процентҡа артҡан, быны белгестәр иртә диагностиканың алға китеүе менән бәйләй. Хәҙерге ваҡытта сирҙәрҙең 55—60 проценты иртә (I-II стадияла) осорҙа асыҡлана, тимәк, дауалау һөҙөмтәһе яҡшыраҡ, өмөтлөрәк, ә финанс сығымдары аҙыраҡ буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәр әйтеүенсә, яман шештең аҙған формаларының удель ауырлығы юғары әле, шуға күрә үлем күрһәткесе эсте бошорорлоҡ. Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының штаттан тыш баш табибы Алексей Беляевтың әйтеүенсә, ҡайҙа әүҙем һәм элек-электән иҫкәртеү мәсьәләләре, иртә диагностика һәм скрининг менән шөғөлләнәләр — шунда үлем күрһәткесен байтаҡҡа кәметеүгә өлгәшелгән. “Мәҫәлән, һөт биҙе яман шеше буйынса күрһәткестәрҙе сағыштырғанда, АҠШ-та сир осраҡтары Рәсәйҙәгенән юғарыраҡ, шулай уҡ иртә стадияла асыҡлау кимәле лә юғары, ә яман шештән үлем осраҡтары түбән”, — белгестең һүҙҙәрендә тәрән үкенеү тойғоһо ярылып ята. Байтаҡ кәмселектәре булыуға ҡарамаҫтан, илдә халыҡты диспансерлаштырыуҙы ойоштороуҙың һаулыҡ һаҡлауҙа ҙур аҙым булыуын танырға кәрәк. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә байтаҡ дарыу һынау үтә, оҙаҡламай уларҙың теркәлеүе көтөлә. “Шул саҡта онкоиммунологик дауанан беҙҙең граждандарҙың файҙаланыу мөмкинлеге күпкә артасаҡ”, — тип ҙур өмөт бағлай яңы препараттарға тәжрибәле белгес.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты алдына ҡолас еткеһеҙ ҙур бурыстар ҡуйылған. Тәүге звенола ауырыуҙарҙы асыҡларға тырышыу, медицина кадрҙарынан тыш инженер персоналын әҙерләү, район-ара, муниципаль-ара кимәлдә амбулатор онкология хеҙмәттәрен булдырыу, балалар стационарҙарын һәм поликлиникаларын яңыртыу һәм башҡа бик күп ҡатмарлы эштәр көтә. Рәсәй Президенты ошо бурыстарҙы атҡарыу өсөн өс йыл ваҡыт бирҙе. Артабанғыһы тағы ла күләмлерәк — һанлы медицинаны үҫтереү... Ватан медицинаһын ошо ғына ваҡыт арауығында яңы сифат кимәленә сығарыу мөмкин булырмы?

Боролош алдында

Онкология сирҙәренә дусар пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыу буйынса республикабыҙҙа ла ғәйәт ҙур эштәр тора. Яңыраҡ тап ошо темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, табиптар, медицина учреждениеһы етәкселәре ҡатнашты. Хәлде бер аҙ күҙ алдына килтереү өсөн һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров килтергән мәғлүмәттәргә туҡталайыҡ.

Быйыл профилактик тикшеренеүҙәр барышында был хәүефле диагноз 1652 кешегә ҡуйылған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 1,8 процентҡа юғарыраҡ тигән һүҙ. Йышыраҡ һөт биҙе, тире, үпкә, йыуан эсәк, ашҡаҙан шеше күҙәтелә. Бөгөн республикала 15 төбәк-ара медицина онкоүҙәге (бишеһе Өфөлә), 77 тәүге онкология кабинеты, барлығы 194 табип-онколог эшләй.

Яман шештән вафат булыусылар һаны Рәсәйҙекенән түбәнерәк, әммә һуңғы биш йыл эсендә 23 процентҡа артыуы хәлдең ҡатмарлашыуын күрһәтә. Быйылғы туғыҙ айҙа 100 мең кешегә үлем осраҡтары 183,8 (йәғни 5584 кеше) тәшкил иткән. Әле 82 мең кеше иҫәптә тора. Табиптар үлем кимәленең юғары булыуын ауырыуҙарҙың һуңлап, сир тамам аҙғас ҡына, белгескә мөрәжәғәт итеүендә, тәүге звенола иртә диагноз ҡуя алмауҙа күрә.

Рафаэль Яппаровтың әйтеүенсә, Башҡортостандың алты районында яман шеште тамам аҙғанға тиклем асыҡлай алмау күренеше күҙәтелгән. Ошо йылдың ун айында Архангел, Бишбүләк, Йәрмә­кәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында ауырыуҙарға бары һуңғы стадияларҙа ғына диагноз ҡуйылған. Был осраҡта, билдәле инде, уларға бер нисек тә ярҙам итеп булмай, үкенес ме­нән тәрән һуларға ғына ҡала. Киреһенсә, Өфө, Ағиҙел, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Күмертау ҡалаларында, Мәләүез, Яңауыл, Туймазы, Мәсетле, Баймаҡ, Дыуан, Ҡалтасы, Ейәнсура райондарында аҙған диагнозлы ауырыуҙар һаны түбән.

Иң ҙур маҡсат — яман шештән үлем осраҡтарын кәметеү, тип билдәләне тармаҡ етәксеһе. Бының өсөн амбулатор онкология хеҙмәттәрен йыһазландырыу, юғары класлы белгестәр әҙерләү — төп шарт. Әлеге көндә республикаға 46 онколог етешмәй. Ә Милли проектҡа ярашлы, планлаштырылған амбулатор онкология үҙәктәре сафҡа инеү менән, ихтыяж йәнә артасаҡ — өҫтәмә рәүештә 200 онколог кәрәк буласаҡ.

Ә нимә һуң ул — амбулатор онкология үҙәге? Белгестәрҙең әйтеүенсә, һәр береһе 800 миллион һум торған бәләкәй онкодиспансерҙар тураһында һүҙ бара. Шик тыуа ҡалғанда, кешегә 14 көн эсендә тулыһынса тикшеренеү үткәреп, халыҡ-ара код менән ярашлы диагноз ҡуйыуҙы хәл итергә бурыслы.

Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов тармаҡтағы киҫкен проблемаға — дарыуҙар етешмәүенә иғтибарҙы йүнәлтте.

— Стационарҙарҙа күрһәтелгән бөтә медицина ярҙамы, процедуралар, дауалар ауырыу дауахананан сығыу менән юҡҡа сыға, сөнки артабан дауаланыу өсөн препараттарға ҙур ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Был маҡсатҡа йөҙәр миллион һум аҡса кәрәк. Әле беҙҙә ике программа — үпкә һәм һөт биҙе яман шешенә ҡаршы көрәш буйынса программа эшләй. Кәм тигәндә, өс программаны ҡабул итеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Ул саҡта стационарҙарҙа дауаланып сыҡҡан ауырыуҙарҙы дарыу менән тәьмин итергә мөмкинлек тыуасаҡ. Ә паллиатив ярҙам йүнәлешендә финанслау бөтөнләй үҙгәрешһеҙ ҡала бирә. Эш хаҡы арта, әммә ҡаты сирлеләргә бюджет аҡсаһы кәмей. Әлегә яман шеште иртә стадияла асыҡлау эше насар ҡуйылған, беҙгә тәьҫирле скрининг кәрәк.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыу һәм скринингка йәлеп итеүҙең мөһим­леген билдәләне. Артабан диспансер­лаш­тырыуҙың исем өсөн түгел, ә етди кимәлдә, тәрән итеп үткәреләсәгенә талапты арттырыу мәсьәләһе ҡуйылды. Тотош Рәсәйҙә онкология мәсьәләһе ҡырҡыу торғанда, бер республика кимәлендә генә яман шеште ауыҙлыҡлау — мөмкин булмаған эш.

“Онкология өлкәһендә мотлаҡ власть вертикале булыуы шарт, яман шешкә ҡаршы федераль программа кәрәк, закондар медицинанан алда барырға тейеш”, — исем-аты бер беҙҙең төбәктә генә түгел, ә Рәсәй һәм сит илдәрҙең медицина даирәһендә киң билдәле ғалим Шамил Ганцевтың әсенеүле һүҙҙәре әле алда тауҙай ҡаршылыҡтар, аңлашыл­маусанлыҡтар булыу ихтималлығына ла ишара. Һәр хәлдә, Рәсәй Президенты тарафынан 2024 йылға тиклем иҫәп­ләнгән яңы Милли проектҡа старт бирелде, бығаса булмағанса ғәйәт ҙур күләмдә финанс бүленде. Бары һаулығыбыҙ өсөн үҙебеҙ ҙә яуаплы икәнлекте онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872