Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бына һиңә япон егете!

Наганава ихлас һәм асыҡ күңелле башҡорттарҙы ярата.

— Ҡара әле, ҡара, Нәфисә! “Урал ағай” ти был миңә. “Урал ағай” тип өндәшә бит... — Урал ағайым аптырап миңә ҡарай, — япон кешеһеме ул? Әллә үҙебеҙҙең башҡорт егетеме?

Ә Норихиро Наганава рәхәтләнеп көлә һәм саф башҡорт телендә да-уам итә:
— Урал ағай, һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын. Нәфисә апайымдың Урал ағаһы бар икәнен ишетеп белә инем, бына танышырға ла насип булды.

Ҡунаҡтарым, үҙ-ара бик матур аралашып, сәй эсә, төрлө ризыҡ­тан ауыҙ итә. Әңгәмә ике телдә бара — урыҫса ла, башҡортса ла, күбеһенсә үҙебеҙҙең телдә, әлбиттә.

Ырымбурҙа Кәрим Хәкимовҡа арнал­ған ҙур саранан һуң өйөмә ҡунаҡтар алып ҡайттым — ике туған апайым Роза Сма­ҡова, уның ҡыҙы — ошо сараны ойош­торған Динә Дилмөхәмәтова, Япониянан профессор Норихиро Наганава һәм Урал ағайым.

Беҙҙең Ырымбурҙа Хәкимов урамы бар. Динә туғаным — бала саҡтан бик төпсөнөүсән кеше, эшләгән урыны ла ябай түгел — Ырымбур тарихы архивы. Ул ни өсөн урамға Хәкимовтың исеме бирелеүе менән ҡыҙыҡһына. Бер аҙҙан өлкә хакимиәтенә мөрәжә­ғәт итеп, Мәскәү тарафтарына барып етеп, Ырымбурҙағы Крупская исе­мендәге китапханала Кәрим Хә­ки­мов хөрмәтенә иҫтә­лекле таҡ­таташ асыу мөмкин­леген бул­дырҙы. Ырымбур­ҙағы ошо китапханала Халыҡ мәғариф комитеты була, ә беҙҙең Ҡыҙыл паша-Хәкимов коми­теттың беренсе етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

Йәш кешенең үҙ теләге менән шундай ҡатмарлы һәм ҙур эште башҡа­рыуы — һирәк күренеш, шуға күрә мин Динәгә икеләтә рәхмәт уҡыйым.
Әйткәндәй, сараға халыҡ бик күп йыйылғайны: студенттар, уҡыусы балалар, дин эшмәкәр­ҙәре, мәскәүҙәр, ырымбурҙар. Япония Фәндәр ака­демияһы профессоры Норихиро Наганава ла ҡатнашты кисәлә. Ғәмәлдә был профес­сорҙы мин аспирант сағынан уҡ яҡшы белә инем. Ун өс йыл элек фатирымда алты ай самаһы йәшәп тә китте ул.

Шул саҡта уҡ ул Кәрим Хәки­мовтың тарихта ҡалдырған эҙҙә­ре хаҡында диссертация яҙа ине. Динә менән таныштырғас, Ырым­бурҙағы ошо саранан ситтә тороп ҡала алманы. Ә беҙҙең күңел киң бит инде: башҡорт ҡунаҡ ярата, ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. 

Аулаҡта ултырғанда, про­фес­сорға үҙебеҙҙе борсоған һорау­ҙарҙы бирҙек. Беҙҙе иң ҡыҙыҡ­һындырғаны — ни өсөн ул баш­ҡорт халҡының тарихын һәм туған телен шулай ҡыҙыҡһынып һәм ентекләп өйрәнә икән? Был һорауҙы көтөп кенә торған кеүек, профессор: “Башҡорт­останда, Ырымбурҙа командировкала булғандан һуң Төркиәгә барҙым, унан һуң ғәрәп илдәренә, Бөйөк Британияға, АҠШ-ҡа йүнәлдем. (Әйтергә кәрәк, профессор һигеҙ телдә һөйләшә, ҡайһы илгә барһа ла, урындағы халыҡ менән иркен аралаша — авт.). Тик иң яҡын, ихлас һәм асыҡ күңелле дуҫ­тарым — баш­ҡорттар, — тине Нага­нава. — Шуға күрә был сара хаҡында ишеткәс, һис уйлап тормаҫтан барырға булдым, са­ҡырһағыҙ, тағы киләм, Ырым­бурҙы ныҡ яратам”. Баш­ҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ, ихлас­лыҡ һәр ерҙә лә осрап тормай шул.

Мин ҡурайҙа һирәк уйнайым, оҙон көйгә тыным етмәһә лә, бейеү көйҙәрен генә булдырам, ә Урал ағайым бейергә ярата. Ағайыма ҡушылып, профессор ҙа, ифрат килештереп, баш­ҡорт­са бейеп алды — бына һиңә япон егете!..


Автор: Нәфисә СМАҠОВА Район: Ырымбур ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә