Наганава ихлас һәм асыҡ күңелле башҡорттарҙы ярата.— Ҡара әле, ҡара, Нәфисә! “Урал ағай” ти был миңә. “Урал ағай” тип өндәшә бит... — Урал ағайым аптырап миңә ҡарай, — япон кешеһеме ул? Әллә үҙебеҙҙең башҡорт егетеме?
Ә Норихиро Наганава рәхәтләнеп көлә һәм саф башҡорт телендә да-уам итә:
— Урал ағай, һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын. Нәфисә апайымдың Урал ағаһы бар икәнен ишетеп белә инем, бына танышырға ла насип булды.
Ҡунаҡтарым, үҙ-ара бик матур аралашып, сәй эсә, төрлө ризыҡтан ауыҙ итә. Әңгәмә ике телдә бара — урыҫса ла, башҡортса ла, күбеһенсә үҙебеҙҙең телдә, әлбиттә.
Ырымбурҙа Кәрим Хәкимовҡа арналған ҙур саранан һуң өйөмә ҡунаҡтар алып ҡайттым — ике туған апайым Роза Смаҡова, уның ҡыҙы — ошо сараны ойошторған Динә Дилмөхәмәтова, Япониянан профессор Норихиро Наганава һәм Урал ағайым.
Беҙҙең Ырымбурҙа Хәкимов урамы бар. Динә туғаным — бала саҡтан бик төпсөнөүсән кеше, эшләгән урыны ла ябай түгел — Ырымбур тарихы архивы. Ул ни өсөн урамға Хәкимовтың исеме бирелеүе менән ҡыҙыҡһына. Бер аҙҙан өлкә хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, Мәскәү тарафтарына барып етеп, Ырымбурҙағы Крупская исемендәге китапханала Кәрим Хәкимов хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыу мөмкинлеген булдырҙы. Ырымбурҙағы ошо китапханала Халыҡ мәғариф комитеты була, ә беҙҙең Ҡыҙыл паша-Хәкимов комитеттың беренсе етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Йәш кешенең үҙ теләге менән шундай ҡатмарлы һәм ҙур эште башҡарыуы — һирәк күренеш, шуға күрә мин Динәгә икеләтә рәхмәт уҡыйым.
Әйткәндәй, сараға халыҡ бик күп йыйылғайны: студенттар, уҡыусы балалар, дин эшмәкәрҙәре, мәскәүҙәр, ырымбурҙар. Япония Фәндәр академияһы профессоры Норихиро Наганава ла ҡатнашты кисәлә. Ғәмәлдә был профессорҙы мин аспирант сағынан уҡ яҡшы белә инем. Ун өс йыл элек фатирымда алты ай самаһы йәшәп тә китте ул.
Шул саҡта уҡ ул Кәрим Хәкимовтың тарихта ҡалдырған эҙҙәре хаҡында диссертация яҙа ине. Динә менән таныштырғас, Ырымбурҙағы ошо саранан ситтә тороп ҡала алманы. Ә беҙҙең күңел киң бит инде: башҡорт ҡунаҡ ярата, ҡыуанып ҡаршы алдыҡ.
Аулаҡта ултырғанда, профессорға үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирҙек. Беҙҙе иң ҡыҙыҡһындырғаны — ни өсөн ул башҡорт халҡының тарихын һәм туған телен шулай ҡыҙыҡһынып һәм ентекләп өйрәнә икән? Был һорауҙы көтөп кенә торған кеүек, профессор: “Башҡортостанда, Ырымбурҙа командировкала булғандан һуң Төркиәгә барҙым, унан һуң ғәрәп илдәренә, Бөйөк Британияға, АҠШ-ҡа йүнәлдем. (Әйтергә кәрәк, профессор һигеҙ телдә һөйләшә, ҡайһы илгә барһа ла, урындағы халыҡ менән иркен аралаша — авт.). Тик иң яҡын, ихлас һәм асыҡ күңелле дуҫтарым — башҡорттар, — тине Наганава. — Шуға күрә был сара хаҡында ишеткәс, һис уйлап тормаҫтан барырға булдым, саҡырһағыҙ, тағы киләм, Ырымбурҙы ныҡ яратам”. Башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ һәр ерҙә лә осрап тормай шул.
Мин ҡурайҙа һирәк уйнайым, оҙон көйгә тыным етмәһә лә, бейеү көйҙәрен генә булдырам, ә Урал ағайым бейергә ярата. Ағайыма ҡушылып, профессор ҙа, ифрат килештереп, башҡортса бейеп алды — бына һиңә япон егете!..