Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ярҙам көтөп ҡалабыҙ
Һеҙгә Благовар районының “Таң” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре хат яҙа. 2009 йылда беҙҙең йәмғиәт банкрот тип табылды. Арбитраж суд булғандан һуң колхозға конкурс идарасыһы итеп Рәмил Хәйбуллов тигән кешене ҡуйҙылар.
Ул колхозсыларҙы йыйып: “Минең беренсе бурыс — һеҙҙең колхозды инвесторға һатҡас та, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү”,— тине. Был хәл 2009 йылдың йәйендә булды. Колхоз бөттө тип тик ултырманыҡ, һәр кем үҙ эшен башҡарҙы. 2009 йылдың авгусында колхозға Өфөнән Азат Вәлиев тигән кеше килеп: “Мин һеҙҙең директор булам”, — тип таныштырҙы. Был кешене нисек етәксе итеп ебәргәндәрҙер, уныһы билдәле түгел, әммә район хакимиәтендә хәбәрҙар булғандарҙыр бит.
Күршелә тәүҙә таралып бөткән “Сәрмәсән” совхозы бар ине. Хәҙер беҙҙе шунда ҡуштылар. Колхоз бөтөү сәбәпле, беҙгә колхоздан сығып, “Сәрмәсән”гә эшкә инеү өсөн ғариза яҙырға ҡуштылар, хеҙмәт кенәгәһен йыйып алдылар. Һуңынан күптәрҙең хеҙмәт кенәгәһен юғалттылар. Хәҙер кемдән һорарға ла белмәйбеҙ. Көҙ колхоз көсө менән сәскән уңышты йыйырға тотондоҡ. Яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу өсөн көн дә һыйыр һуялар һәм 200–400 литр яғыулыҡ алалар. Колхозда һыйырҙар ул ваҡытта күп ине. Йыйған уңышты баҫыуҙан тура ғына оҙата барҙылар. Шулай итеп, уңыш йыйылып бөттө. Келәттәргә ашлыҡ бик аҙ ҡайтты. Киләһе йылға сәсеүгә лә етерлек булманы. Аҙаҡ А. Вәлиев һыйырҙарҙы һатырға тотондо. Вәлиев, хеҙмәт хаҡы түләйем тип, беҙҙе оҙаҡ ҡына алдап йөрөнө. Ноябрь аҙағында ул бөтөнләй юғалды. Шунан беҙгә конкурс идарасыһы Р. Хәйбуллов килә башланы. Ул, колхозды Вәлиевкә һатмайым, тине, һеҙҙең колхозды “Благоваррыба” ойошмаһы ала, тине. Беҙ, колхозсылар, эшләп йөрөйбөҙ, хеҙмәт хаҡы түләгән кеше юҡ. Колхоздан ҡалған техниканы ҡайҙалыр оҙаттылар. Декабрҙә Хәйбулловтың ҡушыуы буйынса 2010 йылға сәсеүгә тип келәткә һалынған орлоҡто ла тейәп оҙаттыҡ, имеш, бурыстарығыҙҙы түләйем, тине.
2010 йылдың ғинуар айынан беҙҙе “Благоваррыба” тигән ойошма үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ә беҙ һаман Хәйбулловтан хеҙмәт хаҡы көтәбеҙ. 2010 йылдың март йәки апрель айында ул эш хаҡы килтерҙе, тик шуның яртыһынан да аҙын бирҙеләр. Бына шулай тағы алданылар.
Шунан һуң, йыйылышып, район прокуратураһына мөрәжәғәт иттек. Улар беҙгә мировой судьяға барырға ҡушты. Мировой судья иһә, прокуратураға барығыҙ, тип кире бороп сығарҙы. Беҙ тағы аптырашта ҡалдыҡ. Аҙаҡ Өфөгә Арбитраж судҡа ғариза бирергә барҙыҡ. Ғаризаны алып ҡалдылар, бер айҙан һуң судҡа саҡырҙылар. Беҙҙе судья Р.А. Гаврикова ҡабул итте. Компьютерға баҫҡылап ултырҙы ла, һеҙ ниңә бында килдегеҙ, һеҙҙең управляющий Хәйбулловтың вәкәләте күптән ғәмәлдән сыҡҡан, йөрөмәгеҙ һоранып, тине. Уға, закон юҡмы ни, тигәс, “юҡ”, тип яуап ҡайтарҙы. Судья беҙҙән, күпме аҡса аласағығыҙ бар, тип һораны, 35 мең һум, тигәйнек, был аҡсамы ни, тип көлдө. Колхозсылар өсөн бер һум да аҡса, йылдар буйы хеҙмәт хаҡы алмаған кешегә ул хатта байлыҡ кеүек күренә. Беҙ барлығы 75 кеше. Аласаҡ аҡсаның суммаһы 900 мең һумдан ашыу.
2010 йылдың ноябрендә район гәзитенә хат яҙғайныҡ. Баҫтырып сығарманылар, декабрҙә редакцияға шылтыратып һораныҡ. Мөхәррир, хатығыҙ буйынса эшләйбеҙ, тип яуап бирҙе. 16 декабрҙә беҙҙең хатҡа яуап килде. Унда, был мәсьәлә контролдән алынмаған, саралар күрелә, тиелгәйне. Әммә бер йыл үтте лә инде, бер сара ла күрелмәй. Беҙҙәге тәртипһеҙлекте бер китапҡа яҙһаң да, һыйҙырып бөтөп булмаҫ. Ә был эш район етәкселәренә таныш. Һеҙҙән ҙур ярҙам көтөп ҡалабыҙ.
Тәскир ФӘРХЕТДИНОВ,
Рәмил ӘМИНЕВ.
Благовар районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә