Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...
Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға яра­һа. Әммә, тормош күрһәтеүенсә, ҙурайырға ярағаны кеше кәмләмәй шул.
* * *
Диалект тигән һүҙҙәрҙе быуат буйы китаптарға индермәй ултыр­ҙылар. Әле лә шулай – редактор ниндәйҙер һүҙҙе ишеткәне юҡ икән, ала ла ташлай! Бына ҡайҙа беҙҙең тел бәләһе!

Ваҡытында беҙҙең әҙ генә ғалимдарыбыҙ һүҙлеккә нисек яҙып ҡалдырған, шул тар ғына ҡалып эсендә тик ултырталар телде! Ә бит ул ғалимдар башҡорт теленең бар байлығын камил дәрәжәлә белгән тип әйтеп булмай! Һәр береһе үҙ һөйләше күҙлегенән ҡараған.
* * *
Дәүләт биргән маҡтаулы исем әле ожмахҡа юллама түгел... Киреһенсә, йоҙаҡ булыуы ла ихтимал...
* * *
Минең филолог дипломым бар тип үҙе хаҡлы икәнлегенә дәлил килтереүселәр бар. Ауылда йәшәгән оло инәйҙәребеҙҙе тыңлап ҡарағыҙ, ҡайһыһы башланғыс белем менән генә ҡалған, ә улар кеүек “йомро” ғына итеп һөйләшә белеү юғары филологик белемле күптәргә тәтемәй!
* * *
Ҡайһы саҡ, их, мәктәптә ниңә грамматик ҡағиҙәләр өйрәтәләр икән, тип уфтанып ҡуям. Журналист йәштәребеҙҙең байтағы хәҙер шул ҡағиҙәләргә таянып яҙа, һөйләй ҙә ҡуя, тәбиғилек юғала. Ә бит телебеҙ ҡанундары өйрәнеп бөтөлгән, ҡағиҙәләргә һалыу тамамланған тип әле лә әйтеп булмай. Тел ҡағиҙәгә түгел, ҡағиҙә телгә эйәрергә тейеш бит!
* * *
Йәнә урыҫ теле ҡанундарына эйәреп ҡағиҙә эшләй ҙә ташлайҙар. Хәҙер “шунда йәшәгән, эшләгән фәлән-фәлән” тип һөйләү ҙә бөтөп бара бит! Йәнәһе, бөгөн йәшәй икән, тере икән – йәшәүсе, эшләүсе! Фәлән йылда тыуыусы, училище һәм институт тамамлаусы, былтыр ярышта еңеп сығыусы, Өфөлә йәшәүсе уҡытыусы Фәлән Фәләнов тип һөйләргә генә ҡалды!
* * *
Туранан-тура тәржемә итеү арҡаһында “Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашыусы” тип яҙыуҙы хатта телселәр ҙә ҡанунлаштырҙы, йәнәһе, “участник” шулай тәржемә ителә инде. Ҡатнашыусы икән, бөгөн ҡатнашып йөрөй тип ҡабул ителә бит! Ә ул “участниктар” күптән донъяла юҡ инде. “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан” тип яҙһам, “ҡатнашыусы” тип төҙәтеп, теңкәмде ҡороталар... Бына әле лә кемдер әрләп ултыра инде мине, һиҙеп торам.
* * *
Өфөлөләрме, өфөләрме? Белоретлылармы? Бөрйәнлеләрме? Баймаҡлылармы?
Бәлки, ошолай тикшерергәлер – баҡалылылар, тәтешлелеләр, мәсет­лелеләр... Ҡолаҡҡа ятмай, шулай бит?
* * *
Катав-Ивановск – Ҡытаутамаҡ. Ҡала, башҡорттарҙың ҡатай ерҙә­ренә урынлашып, атамаһы Ҡатай гидронимынан алынған, сөнки шул йылғаның тамағына урынлашҡан. Башҡортса атамаһы – Ҡатайтамаҡ, мәгәр урыҫса Катав тип аталыуы һөҙөмтәһендә башҡорт теленә Ҡытау булып әйләнеп ҡайтҡан һәм рәсми документтарға шулай инеп киткән.
* * *
Элгәре, һыуытҡыстар юҡта, бесәнгә балыҡ консервалары һалып йөрөй торғайны күптәр.

Ҡатай төбәге Татлынан бер ағай ҡатынына:
— Әбей, иртәгә бер һарыҡты һуяйыҡ. Ҡылсыҡ ашап, бесәнте ыратып бумай, — тип әйткән, ти.
* * *
Татлы клубына кино килтер­һә­ләр, аҡсаһыҙ бала-саға шунда мәж килә – кино башланғас, тәҙрә яры­ғынан ҡарарға урын яулашалар. Үҙҙәре оҙон буйлы киномеханик Сергей янынан: “Батум даш”, – тип ҡыйыу ғына инеп киткән бер инәйгә көнләшеп тигәндәй ҡарайҙар. Сергей ҙа уның аҙаҡ аҡсаһын килтереп биререн белеп бөткән инде: “Ладно, ладно”, – тип үткәреп ебәрә. Малай­ҙарға “батум даш”лыҡ аҡса кем бирһен инде! Һәр ҡапҡанан кәмендә 5-6 бала сыҡҡан заман бит ул...
* * *
Телевизорҙан Малышева, бәш­мәк ашауҙы тыйып тигәндәй, тапшырыу үткәргән икән. Ҡәйнәм иҫкә төштө – бәшмәк ашамай торғайны. Татлысалап әйткән бер һүҙе булды: “Астыҡ йылы ла мәшкәк ашама­ғаным!” Туҡһанға етеп баҡыйлыҡҡа күсте мәрхүмә.


Автор: Рубриканы Гүзәл СИТДЫҠОВА алып бара


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә