Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға яраһа. Әммә, тормош күрһәтеүенсә, ҙурайырға ярағаны кеше кәмләмәй шул.
* * *
Диалект тигән һүҙҙәрҙе быуат буйы китаптарға индермәй ултырҙылар. Әле лә шулай – редактор ниндәйҙер һүҙҙе ишеткәне юҡ икән, ала ла ташлай! Бына ҡайҙа беҙҙең тел бәләһе!
Ваҡытында беҙҙең әҙ генә ғалимдарыбыҙ һүҙлеккә нисек яҙып ҡалдырған, шул тар ғына ҡалып эсендә тик ултырталар телде! Ә бит ул ғалимдар башҡорт теленең бар байлығын камил дәрәжәлә белгән тип әйтеп булмай! Һәр береһе үҙ һөйләше күҙлегенән ҡараған.
* * *
Дәүләт биргән маҡтаулы исем әле ожмахҡа юллама түгел... Киреһенсә, йоҙаҡ булыуы ла ихтимал...
* * *
Минең филолог дипломым бар тип үҙе хаҡлы икәнлегенә дәлил килтереүселәр бар. Ауылда йәшәгән оло инәйҙәребеҙҙе тыңлап ҡарағыҙ, ҡайһыһы башланғыс белем менән генә ҡалған, ә улар кеүек “йомро” ғына итеп һөйләшә белеү юғары филологик белемле күптәргә тәтемәй!
* * *
Ҡайһы саҡ, их, мәктәптә ниңә грамматик ҡағиҙәләр өйрәтәләр икән, тип уфтанып ҡуям. Журналист йәштәребеҙҙең байтағы хәҙер шул ҡағиҙәләргә таянып яҙа, һөйләй ҙә ҡуя, тәбиғилек юғала. Ә бит телебеҙ ҡанундары өйрәнеп бөтөлгән, ҡағиҙәләргә һалыу тамамланған тип әле лә әйтеп булмай. Тел ҡағиҙәгә түгел, ҡағиҙә телгә эйәрергә тейеш бит!
* * *
Йәнә урыҫ теле ҡанундарына эйәреп ҡағиҙә эшләй ҙә ташлайҙар. Хәҙер “шунда йәшәгән, эшләгән фәлән-фәлән” тип һөйләү ҙә бөтөп бара бит! Йәнәһе, бөгөн йәшәй икән, тере икән – йәшәүсе, эшләүсе! Фәлән йылда тыуыусы, училище һәм институт тамамлаусы, былтыр ярышта еңеп сығыусы, Өфөлә йәшәүсе уҡытыусы Фәлән Фәләнов тип һөйләргә генә ҡалды!
* * *
Туранан-тура тәржемә итеү арҡаһында “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы” тип яҙыуҙы хатта телселәр ҙә ҡанунлаштырҙы, йәнәһе, “участник” шулай тәржемә ителә инде. Ҡатнашыусы икән, бөгөн ҡатнашып йөрөй тип ҡабул ителә бит! Ә ул “участниктар” күптән донъяла юҡ инде. “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан” тип яҙһам, “ҡатнашыусы” тип төҙәтеп, теңкәмде ҡороталар... Бына әле лә кемдер әрләп ултыра инде мине, һиҙеп торам.
* * *
Өфөлөләрме, өфөләрме? Белоретлылармы? Бөрйәнлеләрме? Баймаҡлылармы?
Бәлки, ошолай тикшерергәлер – баҡалылылар, тәтешлелеләр, мәсетлелеләр... Ҡолаҡҡа ятмай, шулай бит?
* * *
Катав-Ивановск – Ҡытаутамаҡ. Ҡала, башҡорттарҙың ҡатай ерҙәренә урынлашып, атамаһы Ҡатай гидронимынан алынған, сөнки шул йылғаның тамағына урынлашҡан. Башҡортса атамаһы – Ҡатайтамаҡ, мәгәр урыҫса Катав тип аталыуы һөҙөмтәһендә башҡорт теленә Ҡытау булып әйләнеп ҡайтҡан һәм рәсми документтарға шулай инеп киткән.
* * *
Элгәре, һыуытҡыстар юҡта, бесәнгә балыҡ консервалары һалып йөрөй торғайны күптәр.
Ҡатай төбәге Татлынан бер ағай ҡатынына:
— Әбей, иртәгә бер һарыҡты һуяйыҡ. Ҡылсыҡ ашап, бесәнте ыратып бумай, — тип әйткән, ти.
* * *
Татлы клубына кино килтерһәләр, аҡсаһыҙ бала-саға шунда мәж килә – кино башланғас, тәҙрә ярығынан ҡарарға урын яулашалар. Үҙҙәре оҙон буйлы киномеханик Сергей янынан: “Батум даш”, – тип ҡыйыу ғына инеп киткән бер инәйгә көнләшеп тигәндәй ҡарайҙар. Сергей ҙа уның аҙаҡ аҡсаһын килтереп биререн белеп бөткән инде: “Ладно, ладно”, – тип үткәреп ебәрә. Малайҙарға “батум даш”лыҡ аҡса кем бирһен инде! Һәр ҡапҡанан кәмендә 5-6 бала сыҡҡан заман бит ул...
* * *
Телевизорҙан Малышева, бәшмәк ашауҙы тыйып тигәндәй, тапшырыу үткәргән икән. Ҡәйнәм иҫкә төштө – бәшмәк ашамай торғайны. Татлысалап әйткән бер һүҙе булды: “Астыҡ йылы ла мәшкәк ашамағаным!” Туҡһанға етеп баҡыйлыҡҡа күсте мәрхүмә.