Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иманға һәм изге эштәргә әйҙәй

Вәҡиф уҙаман ғүмере буйы намыҫы ҡушҡанса йәшәгән.

Ҡыйғы районының почетлы гражданы Вәҡиф Таһир улы Таһиров – бай ҙа, фәһемле лә тормош юлы үткән, оло хөрмәткә лайыҡ шәхес. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хеҙмәт юлын башларға тура килә уға. 11 йәшенән колхозда эшләй, уҡыуын да ташламай. Оло йәштәге бабайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә ер һөрә, уңыш йыя, ҡышын аттар ҡарай, мал аҙығы ташый.

– 1943 йылдың көҙөндә өс үҫмерҙе – Рөстәм Фәрхиуллин, Рәфис Әхмәтйәнов менән мине – Алағуз ауылына ат менән ер һөрөргә ебәрҙеләр. Был осор беҙҙең өсөн ҡырыҫ тормош мәктәбе булды, заман һынмаҫҡа, һынатмаҫҡа, һәр ғәмәлде аҡыл менән үлсәргә өйрәтте, – тип хәтерләй ветеран һуғыш йылдарына тура килгән үҫмерлеген.

Мәктәпте тамамлағас, уҡытыу­сылар династияһы вәкиле булараҡ, Мәсәғүт уҡытыусылар институтында белем ала. Первомайский, Түбәнге Ҡыйғы мәктәптәрендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Педагогик стажы – 19 йыл. Һәр саҡ әүҙем, халыҡ араһында һүҙе үтемле Вәҡиф Таһир улын Калинин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Артабан Бөтә Союз “Белем” йәмғиәте пропагандисы һәм лекторы була. 1970 йылда уны Түбәнге Ҡыйғы сельпоһының идара рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Заманында был предприятие йыл йомғаҡтары буйынса “Башпотребсоюз” идараһының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Вәҡиф Таһиров тиҫтә йылдан ашыу райондың ҡулланыусылар союзы идараһын да етәкләй, предприятиены республикала алдынғылар рәтенә сығара.

Ғүмер буйы намыҫы ҡушҡанса йәшәгән уҙамандың хаҡ дин юлына баҫыуы һис тә ғәжәп түгел. Бына 28 йыл инде Вәҡиф Таһир улы – Түбәнге Ҡыйғы ауылы мосол­мандарының дини ойошмаһы рәйесе, ә 1992 йылдың мартынан мәхәлләнең имам-хатибы булып хеҙмәт итә.

Быйыл уның башланғысы менән төҙөлгән мәсеткә – 25 йыл. Иман йорто ҡыҫҡа ғына ваҡытта – бер йыл да биш айҙа һалына. Бында дини байрамдар, никах туйҙары уҙғарыла, ололар намаҙға йыйыла. Быйыл Өлкән йәштәгеләр көнө лә ошонда үткән.

Вәҡиф уҙаман Исламдың төп терәгенең береһе булған хаж ғәмәлен дә үтәгән. Изге сәфәрҙән ҡайтҡас, ғәрәп телен өйрәнеүгә тотона һәм маҡсатына ирешә. Бөгөн ветеранға 88 йәш, ул һаман да халыҡты изге эштәргә әйҙәй, йәш быуынды иманлы итеп тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Быйыл Вәҡиф Таһир улының башланғысы менән зыярат, ауылдың янғын һүндереү хеҙмәте биләмәһе кәртәләп алынған.

Әминә Закир ҡыҙы ошо йылдар дауамында тормош иптәшенең ышаныслы таянысы, яҡшы кәңәшсеһе булып тора. Ул – педагогия хеҙмәте ветераны. Таһировтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, гөрләтеп донъя көтә.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Вәҡиф Таһир улы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә, әлеге ваҡытта 14 умартаһы бар. Тормошто яратҡанға, хаҡ динебеҙ ҡушҡанса изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәгәнгә лә күңеле көр, йәшәү дәрте көслө уҙамандың.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә