Вәҡиф уҙаман ғүмере буйы намыҫы ҡушҡанса йәшәгән.Ҡыйғы районының почетлы гражданы Вәҡиф Таһир улы Таһиров – бай ҙа, фәһемле лә тормош юлы үткән, оло хөрмәткә лайыҡ шәхес. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хеҙмәт юлын башларға тура килә уға. 11 йәшенән колхозда эшләй, уҡыуын да ташламай. Оло йәштәге бабайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә ер һөрә, уңыш йыя, ҡышын аттар ҡарай, мал аҙығы ташый.
– 1943 йылдың көҙөндә өс үҫмерҙе – Рөстәм Фәрхиуллин, Рәфис Әхмәтйәнов менән мине – Алағуз ауылына ат менән ер һөрөргә ебәрҙеләр. Был осор беҙҙең өсөн ҡырыҫ тормош мәктәбе булды, заман һынмаҫҡа, һынатмаҫҡа, һәр ғәмәлде аҡыл менән үлсәргә өйрәтте, – тип хәтерләй ветеран һуғыш йылдарына тура килгән үҫмерлеген.
Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусылар династияһы вәкиле булараҡ, Мәсәғүт уҡытыусылар институтында белем ала. Первомайский, Түбәнге Ҡыйғы мәктәптәрендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Педагогик стажы – 19 йыл. Һәр саҡ әүҙем, халыҡ араһында һүҙе үтемле Вәҡиф Таһир улын Калинин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Артабан Бөтә Союз “Белем” йәмғиәте пропагандисы һәм лекторы була. 1970 йылда уны Түбәнге Ҡыйғы сельпоһының идара рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Заманында был предприятие йыл йомғаҡтары буйынса “Башпотребсоюз” идараһының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Вәҡиф Таһиров тиҫтә йылдан ашыу райондың ҡулланыусылар союзы идараһын да етәкләй, предприятиены республикала алдынғылар рәтенә сығара.
Ғүмер буйы намыҫы ҡушҡанса йәшәгән уҙамандың хаҡ дин юлына баҫыуы һис тә ғәжәп түгел. Бына 28 йыл инде Вәҡиф Таһир улы – Түбәнге Ҡыйғы ауылы мосолмандарының дини ойошмаһы рәйесе, ә 1992 йылдың мартынан мәхәлләнең имам-хатибы булып хеҙмәт итә.
Быйыл уның башланғысы менән төҙөлгән мәсеткә – 25 йыл. Иман йорто ҡыҫҡа ғына ваҡытта – бер йыл да биш айҙа һалына. Бында дини байрамдар, никах туйҙары уҙғарыла, ололар намаҙға йыйыла. Быйыл Өлкән йәштәгеләр көнө лә ошонда үткән.
Вәҡиф уҙаман Исламдың төп терәгенең береһе булған хаж ғәмәлен дә үтәгән. Изге сәфәрҙән ҡайтҡас, ғәрәп телен өйрәнеүгә тотона һәм маҡсатына ирешә. Бөгөн ветеранға 88 йәш, ул һаман да халыҡты изге эштәргә әйҙәй, йәш быуынды иманлы итеп тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Быйыл Вәҡиф Таһир улының башланғысы менән зыярат, ауылдың янғын һүндереү хеҙмәте биләмәһе кәртәләп алынған.
Әминә Закир ҡыҙы ошо йылдар дауамында тормош иптәшенең ышаныслы таянысы, яҡшы кәңәшсеһе булып тора. Ул – педагогия хеҙмәте ветераны. Таһировтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, гөрләтеп донъя көтә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Вәҡиф Таһир улы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә, әлеге ваҡытта 14 умартаһы бар. Тормошто яратҡанға, хаҡ динебеҙ ҡушҡанса изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәгәнгә лә күңеле көр, йәшәү дәрте көслө уҙамандың.