Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бурыстар теүәл үтәлә
Район үҫешенә тос өлөш индергән ойошмалар бихисап. Ҡырмыҫҡалы районының иҡтисадын һәм социаль үҫешен “Кармаскалинсксельхоз­энерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

– Беренсенән, үҙем һайлаған һөнәр менән ғорурланам, үҫмер саҡта ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргән туғандарыма рәхмәтем ҙур, – тип һөйләй ошо йәмғиәттең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Фәнис Мөхәмәтйәнов. – Икенсенән, тәүлектең һәр мәлендә бер нисә минутҡа ғына электр уты һүнгән тип күҙ алдына килтерәйек әле... Нимә булырын фараз итәһегеҙ­ме? Һүҙ ҙә юҡ, бик кәрәкле һөнәр.

Йәмғиәттә эшләргә теләүселәр бихисап, бында һәр йәһәттән дә тәртип булғас, айырыуса йәштәр күпләп ағыла. Бөгөн предприятиела 88 кеше иҫәпләнә. “Фәнис Ғилметдин улы, ҡыҙыҡ бит, коллектив тураһында һеҙ һис кенә лә 80 йәки 100 тип түңәрәкләп яуап бирмәнегеҙ, ә теүәл 88 тинегеҙ”, – тип тағы ла һорау бирҙем. “Иғтибар итһәгеҙ, баш осомда бөйөк Петр I фоторәсеме эленеп тора, власть ҡасан алмашыныуына ҡарамаҫтан. Юғиһә кемдәрҙер портреттарҙы алмаштырып өлгөртә алмай. Шуның ши­келле, һигеҙҙе горизонталь һалып ҡараһаң, был һан мәң­ге­лек тигәнде аңлата. Эйе, бөгөн кол­лектив ҙур түгел, әммә эш хаҡы ваҡытында түләнгәс һәм дәртләндереү саралары даими күрелгәс, һәр хеҙмәткәр урынын юғалтмаҫҡа тырыша, үҙ сиратын­да һуңғы һөҙөмтә етәкселекте ҡә­нәғәтләндерә. Ғөмүмән, мәң­ге­­лек төшөнсәләр күҙлегенән ҡарарға яратам”, – тине әңгәмәсем.

Йәмғиәт эшмәкәрлеген төрлө йүнәлештә йәйелдергән. 1993 йылдан электр энергияһын биреү һәм электр линияларын төҙөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү– шуға асыҡ миҫал. Ә уға хәтлем, йәғни 1982 йылдан алып, район ауыл хужалығы предприятиела­рының электр ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү һәм уларға электр ҡоролмалары үткәреү менән шөғөлләнгәндәр. Бөгөн йәмғиәт 750 километр оҙонлоғон­дағы электр линияларының бер туҡтауһыҙ ут биреүе өсөн яуаплы.

Предприятиеларҙың энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм энергияны һаҡлау программа­һына ярашлы, йыл һайын йорттарға 500-ҙән ашыу электр энергияһын иҫәпләү приборы урынлаштырыла. Үҙенә йөкмә­тел­гән төп бурыстарҙан тыш, йәмғиәт социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү тәңгәлендә лә ҙур уй-ниәттәрҙе ғәмәлгә ашыра. Бын­дағы хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ йорттар төҙөп биреү – шуның асыҡ миҫалы.

Предприятиела уңғандар бихисап. Фәнис Мөхәмәтйәнов бигерәк тә Зыя Гәрәевте, Альбина Ғиләжетдинованы, Айрат Әбсә­ләмовты, Илшат Юлдашбаевты, Рәмил Әҙиәтуллинды, Алик Мадъяровты, Фәнил Мөлөковты, Азамат Сирбаевты, Илдар Шәрифуллинды маҡтап телгә алды.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә