Район үҫешенә тос өлөш индергән ойошмалар бихисап. Ҡырмыҫҡалы районының иҡтисадын һәм социаль үҫешен “Кармаскалинсксельхозэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
– Беренсенән, үҙем һайлаған һөнәр менән ғорурланам, үҫмер саҡта ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргән туғандарыма рәхмәтем ҙур, – тип һөйләй ошо йәмғиәттең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Фәнис Мөхәмәтйәнов. – Икенсенән, тәүлектең һәр мәлендә бер нисә минутҡа ғына электр уты һүнгән тип күҙ алдына килтерәйек әле... Нимә булырын фараз итәһегеҙме? Һүҙ ҙә юҡ, бик кәрәкле һөнәр.
Йәмғиәттә эшләргә теләүселәр бихисап, бында һәр йәһәттән дә тәртип булғас, айырыуса йәштәр күпләп ағыла. Бөгөн предприятиела 88 кеше иҫәпләнә. “Фәнис Ғилметдин улы, ҡыҙыҡ бит, коллектив тураһында һеҙ һис кенә лә 80 йәки 100 тип түңәрәкләп яуап бирмәнегеҙ, ә теүәл 88 тинегеҙ”, – тип тағы ла һорау бирҙем. “Иғтибар итһәгеҙ, баш осомда бөйөк Петр I фоторәсеме эленеп тора, власть ҡасан алмашыныуына ҡарамаҫтан. Юғиһә кемдәрҙер портреттарҙы алмаштырып өлгөртә алмай. Шуның шикелле, һигеҙҙе горизонталь һалып ҡараһаң, был һан мәңгелек тигәнде аңлата. Эйе, бөгөн коллектив ҙур түгел, әммә эш хаҡы ваҡытында түләнгәс һәм дәртләндереү саралары даими күрелгәс, һәр хеҙмәткәр урынын юғалтмаҫҡа тырыша, үҙ сиратында һуңғы һөҙөмтә етәкселекте ҡәнәғәтләндерә. Ғөмүмән, мәңгелек төшөнсәләр күҙлегенән ҡарарға яратам”, – тине әңгәмәсем.
Йәмғиәт эшмәкәрлеген төрлө йүнәлештә йәйелдергән. 1993 йылдан электр энергияһын биреү һәм электр линияларын төҙөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү– шуға асыҡ миҫал. Ә уға хәтлем, йәғни 1982 йылдан алып, район ауыл хужалығы предприятиеларының электр ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү һәм уларға электр ҡоролмалары үткәреү менән шөғөлләнгәндәр. Бөгөн йәмғиәт 750 километр оҙонлоғондағы электр линияларының бер туҡтауһыҙ ут биреүе өсөн яуаплы.
Предприятиеларҙың энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм энергияны һаҡлау программаһына ярашлы, йыл һайын йорттарға 500-ҙән ашыу электр энергияһын иҫәпләү приборы урынлаштырыла. Үҙенә йөкмәтелгән төп бурыстарҙан тыш, йәмғиәт социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү тәңгәлендә лә ҙур уй-ниәттәрҙе ғәмәлгә ашыра. Бындағы хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ йорттар төҙөп биреү – шуның асыҡ миҫалы.
Предприятиела уңғандар бихисап. Фәнис Мөхәмәтйәнов бигерәк тә Зыя Гәрәевте, Альбина Ғиләжетдинованы, Айрат Әбсәләмовты, Илшат Юлдашбаевты, Рәмил Әҙиәтуллинды, Алик Мадъяровты, Фәнил Мөлөковты, Азамат Сирбаевты, Илдар Шәрифуллинды маҡтап телгә алды.