Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүәкәндәр һәр саҡ тәүәккәл

Шуға ла уларҙың эше йылдам бара.

Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалығы тураһында беҙҙең гәзит йыш яҙа. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул. Был предприятие күп тармаҡлы эш алып барыуы, үҫтереү һәм мал һимертеүҙән тыш ризыҡты эшкәртеп һатырға ла өлгөрөүе, кешеләренең ихласлығы һәм хеҙмәткә дәрте менән таң ҡалдыра, етештереү күрһәткестәре менән һоҡландыра.

Ҡарап торһаң, ҙур ауыл да түгел ул Тәүәкән. Ҡайһы бер тау яғы ауылдарының ни саҡлы булыуын самалау еңел түгел – йә тау, йә ҡалҡыулыҡтар ҡама­сау­лай. Ә бында бөтә ауылды бер юлы байҡап була. “Беренсе Пре­зидентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улының йорто ҡайҙа?” – тип һорайым. Уның тыуып үҫкән йортон – ыҡсым ғына күркәм өйҙө күрһәтәләр. Әлбиттә, йылдар уҙа бара, был бина төҙөк­ләндерелгән, матурайтылған. Хәйер, Тәүәкәндә иҫкергән йорттар күҙгә салынмай ҙа.

Эшкәртеү цехтарын ҡарай башлаһаң, бәләкәй ауылда йө­рөгәнең онотола. Етештереү буйынса мөдир Нилә бер бригаданан икенсеһе янына алып бара. Бына ҡамырҙан беше­релгән ризыҡтар, ниндәй генә бәлештәр әҙерләп һалынмаған кәштәләргә – балдан алып зефирға тиклем тәмлекәс­тәре бар. Ә арыраҡ мейестән сыҡ­ҡандарын оҙатырға транспорт көтөп тора. Өфөгә лә күпләп килтерәләр икән Тәүәкәндең татлы ҡамыр ризығын. Арғы бүл­мәлә туҡмас ҡырҡалар. Ниндәй рәүешле генә яһамай уларҙы ижади ҡарашлы (тимәк, үҙ эшен яратҡан) аш-һыу оҫталары.

Ишекте асып икенсе цехҡа сығыуға ит донъяһына барып эләктек. Кәштәләргә ауыҙ һыуын ҡороторлоҡ тәмле ризыҡ тулған: ҡаҙылыҡ, бер нисә төрҙәге кәтлит, шницель, фрикаделька, эсәк-ҡарын, төйөлгән ит, үткә­релгәне лә, төрөлгәне лә бар...

Сираттағы цехта беҙҙе ҡара төҫтәге ниндәйҙер тау ҡаршы алды, яҡыныраҡ барһаҡ – көнба­ғыш ҡабығы икән дә... Көнбағышты һығып май эшләү буйынса ла ҙур тәжрибә туп­ланған бында. Ул да күп тараф­тарға оҙатыла.

– Ә нисек бәләкәй генә ауылда шул хәтлем оҫталар таба алаһығыҙ? Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә еңелдән түгелдер? – тип һорайым хужалыҡтың баш агрономы Азамат Хисмәтул­линдан. Тирә-яҡ ауылдарҙан да халыҡты хужалыҡ автобустары ошонда эшкә йөрөтә икән. Тәүәкәндән тыш, был цехтарҙа Яңауыл, Аҙнағол, Бикес, Һа­рытау, Черниговка, Прогресс, Теләүембәт, Дауыт-Ҡайып, Подгорное, хатта Ырымбур өлкәһенең Алмалы һәм Варваровка ауылдарынан да байтаҡ кеше эш урыны тапҡан.

Беҙ цехтарҙы ҡарап йөрө­гәндә Азамат Рәшит улы һәм бын­дағы белгестәр Тәүәкәндә фәҡәт тәбиғи ризыҡ ҡына етеш­терелеүен бер нисә тапҡыр телгә алды: иткә йәки ҡамырға һуған, борос һәм тоҙ ғына ҡушыла икән!

– Ә бит донъяның күпселек предприятиелары, үҙҡиммәтте кәметер­гә һәм шул юл менән табышты арттырырға ынтылып, һәр төрлө консервант ҡуллана, нимәләр генә өҫтәмәй аҙыҡҡа. Был ысул ризыҡты оҙағыраҡ һаҡ­ларға ярҙам иткәнен беләбеҙ, ә бына һаулыҡҡа йоғонто­һо нисек­тер инде... Һеҙ аҙыҡ эшкәр­теүҙә тәбиғи сеймал һәм ризыҡ ҡына ҡуллана­һығыҙ. Улайынса етештереү ҡиммәткә төшмәйме?

– Юҡ, – тип баш сайҡай баш агроном. – “Тәүәкәндә етеште­релгән” тигән яҙыу үҙе үк тәбиғи нигеҙҙә эшләнгән тигәнде аңлата, ә бындай бренд сауҙа баҙарында арзан түгел.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә