Шуға ла уларҙың эше йылдам бара.
Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалығы тураһында беҙҙең гәзит йыш яҙа. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул. Был предприятие күп тармаҡлы эш алып барыуы, үҫтереү һәм мал һимертеүҙән тыш ризыҡты эшкәртеп һатырға ла өлгөрөүе, кешеләренең ихласлығы һәм хеҙмәткә дәрте менән таң ҡалдыра, етештереү күрһәткестәре менән һоҡландыра.
Ҡарап торһаң, ҙур ауыл да түгел ул Тәүәкән. Ҡайһы бер тау яғы ауылдарының ни саҡлы булыуын самалау еңел түгел – йә тау, йә ҡалҡыулыҡтар ҡамасаулай. Ә бында бөтә ауылды бер юлы байҡап була. “Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улының йорто ҡайҙа?” – тип һорайым. Уның тыуып үҫкән йортон – ыҡсым ғына күркәм өйҙө күрһәтәләр. Әлбиттә, йылдар уҙа бара, был бина төҙөкләндерелгән, матурайтылған. Хәйер, Тәүәкәндә иҫкергән йорттар күҙгә салынмай ҙа.
Эшкәртеү цехтарын ҡарай башлаһаң, бәләкәй ауылда йөрөгәнең онотола. Етештереү буйынса мөдир Нилә бер бригаданан икенсеһе янына алып бара. Бына ҡамырҙан бешерелгән ризыҡтар, ниндәй генә бәлештәр әҙерләп һалынмаған кәштәләргә – балдан алып зефирға тиклем тәмлекәстәре бар. Ә арыраҡ мейестән сыҡҡандарын оҙатырға транспорт көтөп тора. Өфөгә лә күпләп килтерәләр икән Тәүәкәндең татлы ҡамыр ризығын. Арғы бүлмәлә туҡмас ҡырҡалар. Ниндәй рәүешле генә яһамай уларҙы ижади ҡарашлы (тимәк, үҙ эшен яратҡан) аш-һыу оҫталары.
Ишекте асып икенсе цехҡа сығыуға ит донъяһына барып эләктек. Кәштәләргә ауыҙ һыуын ҡороторлоҡ тәмле ризыҡ тулған: ҡаҙылыҡ, бер нисә төрҙәге кәтлит, шницель, фрикаделька, эсәк-ҡарын, төйөлгән ит, үткәрелгәне лә, төрөлгәне лә бар...
Сираттағы цехта беҙҙе ҡара төҫтәге ниндәйҙер тау ҡаршы алды, яҡыныраҡ барһаҡ – көнбағыш ҡабығы икән дә... Көнбағышты һығып май эшләү буйынса ла ҙур тәжрибә тупланған бында. Ул да күп тарафтарға оҙатыла.
– Ә нисек бәләкәй генә ауылда шул хәтлем оҫталар таба алаһығыҙ? Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә еңелдән түгелдер? – тип һорайым хужалыҡтың баш агрономы Азамат Хисмәтуллиндан. Тирә-яҡ ауылдарҙан да халыҡты хужалыҡ автобустары ошонда эшкә йөрөтә икән. Тәүәкәндән тыш, был цехтарҙа Яңауыл, Аҙнағол, Бикес, Һарытау, Черниговка, Прогресс, Теләүембәт, Дауыт-Ҡайып, Подгорное, хатта Ырымбур өлкәһенең Алмалы һәм Варваровка ауылдарынан да байтаҡ кеше эш урыны тапҡан.
Беҙ цехтарҙы ҡарап йөрөгәндә Азамат Рәшит улы һәм бындағы белгестәр Тәүәкәндә фәҡәт тәбиғи ризыҡ ҡына етештерелеүен бер нисә тапҡыр телгә алды: иткә йәки ҡамырға һуған, борос һәм тоҙ ғына ҡушыла икән!
– Ә бит донъяның күпселек предприятиелары, үҙҡиммәтте кәметергә һәм шул юл менән табышты арттырырға ынтылып, һәр төрлө консервант ҡуллана, нимәләр генә өҫтәмәй аҙыҡҡа. Был ысул ризыҡты оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам иткәнен беләбеҙ, ә бына һаулыҡҡа йоғонтоһо нисектер инде... Һеҙ аҙыҡ эшкәртеүҙә тәбиғи сеймал һәм ризыҡ ҡына ҡулланаһығыҙ. Улайынса етештереү ҡиммәткә төшмәйме?
– Юҡ, – тип баш сайҡай баш агроном. – “Тәүәкәндә етештерелгән” тигән яҙыу үҙе үк тәбиғи нигеҙҙә эшләнгән тигәнде аңлата, ә бындай бренд сауҙа баҙарында арзан түгел.