Был төбәк инвесторҙарҙы ла ҡыҙыҡһындыра.Матур тәбиғәте, тарихи ҡомартҡыларға бай булыуы менән һоҡландыра Бәләбәй төбәге. Райондың төньяҡ биләмәләрендә ылыҫлы ағастар гөрләп үҫһә, көньяғында мөһабәт имәндәр, аҡ ҡайындар тигеҙлектәр менән аралаша. Ҡалала сәнәғәт үҫешә, ауыл эшсәндәре иһә иген, малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Район хакимиәте башлығы Азат Альверт улы СӘХӘБИЕВ менән райондың бөгөнгө тормошо, иҡтисады, уңған кешеләре хаҡында әңгәмәләштек.
— Азат Альверт улы, белеүебеҙсә, бер нисә йыл элек Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев “Моноҡалалар үҫеше фонды”н булдырҙы һәм тиҙҙән республикабыҙҙағы Белорет, Нефтекама, Күмертау ҡалалары менән бергә Бәләбәй ҙә моноҡала тип танылды. Ошо йәһәттән бөгөн ҡалала хәл нисек?
— 2016 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән “Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе төҙөлдө. Был милли проект нигеҙендә ҡалаға йәлеп ителгән инвесторҙарға 26 эшҡыуарлыҡ төрөнә һалымға ташламалар һәм башҡа өҫтөнлөктәр бирелә. Документ социаль-иҡтисади хәлде үҫтереү, ҡала һәм район халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу маҡсатын ҡуя. Әле был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, инвесторҙар йәлеп итеү, яңы хеҙмәт урындары булдырыу мәсьәләләре ентекле өйрәнелә. Мәҫәлән, “АММА” ғилми-тикшеренеү предприятиеһы (“Тимер конструкциялар етештереү ойошмаһы” проекты), “Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты”, “Уралпромтехсервис”, “БИЗНО” йәмғиәте, “Регион 02”, “Люминес”, “БП Пласт” йәмғиәттәре кеүек ете резидент менән Бәләбәйҙә эш алып барыуға килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был резиденттар 970 миллион һум күләмендә инвестиция үҙләштереү һәм 509 эш урыны булдырыуҙы планлаштыра. Ошо көндәрҙә компьютер технологиялары, спорт ҡорамалдары етештереү, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм тағы башҡа тармаҡтар буйынса проекттар буйынса һөйләшеүҙәр ойошторола.
Әлбиттә, “Башҡортостан Республикаһының корпорация үҫеше” акционерҙар йәмғиәте, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм башҡа учреждениелар менән инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән даими хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Инвестиция эшмәкәрлегенә ҡағылған республика һәм федераль күләмдәге йыйындарҙа, күргәҙмәләрҙә, кәңәшмәләрҙә ҡатнашабыҙ, инвесторҙар өсөн 18 майҙансыҡ әҙерләнгән.
Ҡалабыҙҙың төп предприятиеһы һаналған “Автонормаль” Бәләбәй заводы” етәкселеге менән берлектә ойошма биләмәһендә технопарк төҙөү мәсьәләһе өйрәнелә. Ул ғәмәлдәге сәнәғәт үҙәктәрендә инвестиция проекттарын берҙәм тормошҡа ашырыуға яҡшы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итәсәк.
– Мәғлүм булыуынса, Бәләбәй — экологик йәһәттән таҙа төбәктәрҙең береһе, ҡаланы зарарлы ҡалдыҡтар менән бысратҡан предприятиелар юҡ. Инвесторҙар ҙа ыңғай йөҙ менән боролған. Тимәк, тиҙҙән яңы эш урындары барлыҡҡа килер Ә бына кадрҙар мәсьәләһе нисек тора?
– Был йүнәлештә лә маҡсатлы эш алып барырға тырышабыҙ. Моноҡалаларҙан халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең ситкә китеүен уңайлы көнкүреш һәм ял шарттары булдырып ҡына туҡтатырға мөмкин. Һуңғы ике йылда ҡалала ете балалар баҡсаһы һәм спорт майҙансығы төҙөлдө, дүрт йорт ихатаһы һәм йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Ҡалабыҙҙа бик матур быуа бар. Урындағы халыҡ, ҡунаҡтар ял итергә яратҡан был урынға һуңғы йылдарҙа иғтибар етеңкерәмәне. Быуа буйҙарын ипкә килтерҙек. Юлдарҙы капиталь ремонтлау өсөн 206 миллион һум аҡса бүленде, мәҙәниәт һарайы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә.
Районға табиптарҙы йәлеп итеү, уларға йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән дә эш алып барыла. 2016 – 2018 йылдарҙа район үҙәк дауаханаһы белгестәре өсөн муниципаль торлаҡ фондынан 26 фатир бирелде.
– Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ирина Макиева Башҡортостанға килгәнендә: “Мәскәүҙә йәшәһәм дә, Бәләбәй сырын һатып алам”, – тигәйне. Ысынлап та, бөгөн Бәләбәй сырын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Күптән түгел Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2018” күргәҙмәһендә ҡатнаштығыҙ. Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле.
– Күргәҙмәлә Бәләбәй һөт комбинаты “Великославич Выдержанный” һәм Великославич “Классик” Мускат” тигән яңы төр сырға презентация үткәрҙек. Комиссия ағзалары беҙҙең аҙыҡты юғары баһаланы, алтын миҙал бирҙеләр. Әлбиттә, өлгәшелгән менән генә хушланып йөрөр ваҡыт түгел. Заман менән бергә атламаһаң, баҙар арбаһынан төшөп ҡалыуың да бар. Хәҙер предприятиела йылына 196 мең тонна һөт етештерә алырҙай проект тормошҡа ашырыла, 58 хеҙмәт урыны өҫтәлде, тиҙҙән тағы 106 кеше эшле буласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 2,4 миллиард һум тәшкил итә.
– Сер түгел – инвесторҙар иң тәүҙә төбәктең уңайлылығына, сауҙа буйынса мөмкинлектәренә, юл шарттарына иғтибар итә...
– Ниндәй һорау бирергә теләгәнегеҙҙе аңланым. Эйе, юлдарҙың торошо — иң төп факторҙарҙың береһе. Тап шуға ла был йүнәлештә эш йәнле бара. Былтыр Бәләбәй – Йәрмәкәй автомобиль юлын төҙөкләндереп бөттөк, был үҙ сиратында күрше райондар менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ла ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, быйыл Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондары хакимиәттәре һәм “Эконива-АПК Холдинг” йәмғиәте менән дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ нигеҙендә һөтсөлөк буйынса малсылыҡ кластеры төҙөү күҙаллана.
– Район халҡының күпселеге ауылдарҙа баҫыусылыҡ, мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы хаҡында ла һөйләгеҙ әле. Быйыл уңыш нисек булды?
— Районда 14 ауыл хужалығы ойошмаһы, 128 крәҫтиән (фермер) шулай уҡ 8 мең 129 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Ер эшсәндәре өсөн быйылғы миҙгел еңелдән булманы. Яҙ һуң килһә, йәйен ямғыр ваҡытында яуманы. Шулай ҙа ауыл хеҙмәтсәндәренең үҙ бурысына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә яҡшы ғына күрһәткестәргә өлгәштек. 37 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алынһа, көнбағыш – 3,3 мең тонна, бәрәңге 25,1 мең тонна тәшкил итте. Туғыҙ айҙа бөтәһе 1,8 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде.
Иген йыйыу һөҙөмтәләре буйынса айырыуса “Слаҡ”, “Линда” агрофирмаһы”, “Сулпан” йәмғиәттәренең, Исмәғил Хөснөтдинов, Валерий Соловьев, Александр Шипицын кеүек ер эшсәндәренең күрһәткестәре яҡшы. Улар иген культураларының яңы сорттарын сәсеү, минераль һәм биологик ашламаларҙы белеп ҡулланыу һөҙөмтәһендә мул уңыш алды.
— Һуңғы осорҙа юғары табыш биргән культураларға әһәмиәт биреү хаҡында йыш әйтелә. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?
— Быйыл хужалыҡтар етен майҙандарын һиҙелерлек арттырҙы. Алексей Гришин һәм Сергей Липилин бер нисә йыл рәттән ошо культура менән шөғөлләнә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, сөнки етен үҫтереү табышлы. Хаҡы игендән 2 – 2,5 тапҡырға ҡиммәтерәк. Тиҙ өлгөргән үҫемлек хужалыҡтарға август-сентябрь айҙарында уҡ уңышты һатып, шаҡтай аҡса эшләү форсатын бирә, сөнки етен — ҡыйбатлы культура. Ул сәнәғәттә киң файҙаланыла. Унан май һәм малдар өсөн ҡатнаш аҙыҡ әҙерләйҙәр.
— Малсылыҡ тармағында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтеләме?
— Әлбиттә! Ауылдарҙа яңы фермалар төҙөлә, иҫкеләре төҙөкләндерелә. К. Иванов исемендәге ауыл хужалығы кооперативын бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. Ойошма һыйыр үрсетеү, һөт етештереү менән шөғөлләнә. Бөгөн кооперативта Бестужев тоҡомло һыйырҙар һаны, һөт алыу күләме артҡандан-арта. Инвесторҙар йәлеп итеү әүҙемлеге буйынса ҡош үрсеткән “Линда” агрофирмаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Баженов ауылында яңы ферма төҙөү тамамланды. Быйыл 31 миллион һум күләмендә инвестиция һалынды. Киләһе йыл Сағанлы ауылындағы ҡош фермаһын үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлау, яңы ҡорамалдар алыу планлаштырылған. Йәмғиәттең продукцияһын республика халҡы ғына түгел, күрше төбәктәр ҙә ихлас һатып ала. Ырымбурҙан, Татарстан, Мордва, Сыуаш республикаларынан да беҙҙең себештәрҙе юллап килеп етәләр.
“Ғаилә малсылыҡ фермаһы” республика программаһына ярашлы, быйыл Рема Ғәлиуллина һөтсөлөк фермаһын йыһазландырыу өсөн грантҡа лайыҡ булды. Һөтсөлөк тармағында алдағы өс йылда ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Мәҫәлән, Рус Швейцарияһы менән Аделькино ауылының һәр береһендә 3300 баш һауын һыйыры өсөн ике комплекс төҙөләсәк. 2021 йылға Бәләбәй ҡалаһында тәүлегенә 1100 – 1200 тонна сеймал эшкәртә алырҙай һөт комбинаты төҙөү инвестиция проекты ҡаралған. Инвестиция күләме 20 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был проект тормошҡа ашырылһа, 300 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, 2013 – 2020 йылдарға “Башҡортостанда ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияларын, сеймал һәм аҙыҡты көйләү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл райондың агросәнәғәт комплексына 15 миллион һум күләмендә субсидия йүнәлтелде. Был сара үҫемлекселекте, химик эшкәртеү саралары өсөн киткән сығымды, инвестиция кредиты буйынса проценттарҙы кире ҡайтарыу өсөн йүнәлтелде. Малсылыҡ тармағында иһә һөтсөлөк, тоҡомсолоҡ, махсус ит тоҡомдарына субсидия бүленде.
Дөйөм алғанда, заман ауырлыҡтарына ҡарамай һәр тармаҡта тырышып хеҙмәт итә Бәләбәй халҡы. Уңғандар төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша, дәүләт ярҙамы ала. Ә тырыштарға бөтә ерҙә лә хөрмәт ҙур.