Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәнғәте менән дә, хеҙмәт геройҙары менән дә дан тота

Ишембайҙар баш ҡалала үҙҙәрен танытып ҡайтты.

Сәмле, ғәмле, дәртле ишембайҙар, Өфөгә килеп, баш ҡалабыҙҙы шаулатып, матур концерт күрһәтеп ҡайтты. Сара тураһында ишеткән яҡташтарҙың береһе лә унан ситтә ҡалмаҫҡа тырышты, шуға күрә зал халыҡ менән шығырым тулды.

Фестиваль-марафон респуб­ликабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә ойошторолдо, шуға күрә уны ишембайҙар тыуған яҡ тарихына, билдәле шә­хестәренә арнап әҙерләгән. Ысынлап та, Ишембай – Баш­ҡортостан Рес­публикаһын үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һалған төбәк. Был йәһәттән башҡорт милли хәрәкәте лидеры, беренсе Башҡортостан Хөкүмә­тенә нигеҙ һалыусы, яҙыусы һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен хәтергә төшөрөү ҙә етә. Унан һуң милли хәрәкәткә ҡу­шылған яҡташтарыбыҙ – Әмир менән Гәрәй Ҡарамышев­тар­ҙың, Әҡсән Мөхәммәтҡо­ловтың исемдәре лә тарихта үҙ урынын алған.

Ишембай тиһәң, иң тәүҙә нефть ятҡылыҡтарын күҙ алдына килтерәбеҙ. Башҡортос­танға “ҡа­ра алтын” бүләк иткән төбәк бит ул! 1932 йылда Ишембай ауылы янында беренсе нефть фонтаны атыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе 4,5 миллион тонна нефть менән тәьмин итә ул. Был осорҙа һәр бишенсе танк һәм самолетҡа бында табылған һәм эшкәртелгән яғыулыҡ ҡо­йо­ла. Ил, Еңеү мән­фәғәтендә баш­ҡарылған тырыш­лыҡ баһа­ланмай ҡалмай, әлбит­тә. Хәҙер Ишембай ҡалаһы ғорур рәүештә “Хеҙмәт батырлығы һәм дан ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.

Ишембай ере таланттарға бай. Билдәле сәйәсмәндәр, депутаттар, яҙыусылар, журналис­тар, ғалимдар, йәмәғәт эшмә­кәр­ҙәре, йырсылар, спортсылар – был исемлекте туҡтамай дауам итергә булыр ине. Бихисап министрҙар, район башлыҡта­ры, көслө хужа­лыҡ етәкселәре ошо ерҙән сыҡ­ҡан. Был тәң­гәлдә тотош Баш­ҡорт­останға билдәле Шаһиевтар династия­һын иҫкә алып китеү ҙә етә. Бер генә ғаилә респуб­ликаға нисә район башлығы биргән бит! Әйткәндәй, концертта ошо нәҫел­дең йәнә бер сағыу йондоҙо, Баш­ҡортос­тандың халыҡ йырсыһы Альберт Шаһиев та сығыш яһаны.

Яҡташтар, концерт башланыр алдынан фойела осрашып, үҙ-ара фекер алышты. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: баҡтиһәң, республика матбуғат баҫма­лары­ның баш мөхәррирҙәренең байта­ғы сығышы менән Ишембай районынан икән! Яҙыусы­лар, шағир­ҙарға ла бай был төбәк. Әйтәйек, Башҡортос­тан­дың халыҡ яҙыу­сыһы Ноғман ағай Мусин – әҙәби ижадты тынғыһыҙ журналистика менән бәйләп алып барған күренекле ҡәләм оҫтаһы.

– Ишембай районы кешеләре эше менән дә, йыр-моң йәһә­те­­нән дә артта ҡала торған­дар­ҙан түгел. Бынамын тигән йырсылары, бейеүселәре, сәнғәт оҫта­лары бар. Күренекле, ла­йыҡ­лы шәхестәре, хеҙмәт герой­ҙары менән дә дан тота ул. Бөгөнгө сара ошоно тағы ла бер тапҡыр дәлилләне, – тине Ноғман Мусин, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Филармония фойеһында бай күргәҙмә ойошторолғайны. Унда район һәм ҡаланың сәнәғәт предприятиелары, уҡыу йорттары, ҡул оҫталары экспозиция­лар әҙерләгән. Нефть сәнәғәте предприятиелары, “Витязь” машиналар эшләү компанияһы Рәсәйҙә лә ҙур танылыу яула­ған. Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһы тауарҙарын, унда етештерелгән бо­ланут сәйен һатып алып ҡыуан­ғандар ҙа булды күргәҙмәлә.

Концертҡа килгәндә, ике сәғәт­лек тамашала халыҡ йыр­ҙары һәм бейеүҙәре менән бергә балалар ижады, заманса сығыш­тары ла һоҡландырҙы. Республикала ла киң билдәле, дан­лыҡ­лы “Бер­ғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Рәсәй һәм Баш­ҡорт­остандың атҡаҙан­ған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова етәкселе­ген­дәге хор баш­ҡарған “Дан һиңә, Башҡортостан!” йыры концертҡа бик матур нөктә ҡуйҙы.

– Беҙ яҡташтар менән осра­шыу­ға ныҡлап әҙерләндек. 400-ләп һәүәҫкәр артист килтерҙек. Хорҙа иһә 90 кеше ҡатнашты, унда ҡаланыҡылар ғына түгел, ауылдарҙан да ижадсылар бар, – тине Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы. – Беҙ яҡташтарыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ.
Марафонды артабан илеш­тәр дауам итә. Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин Илеш районы етәк­сеһе Илдар Мостафинға штандарт тапшырҙы һәм картина бүләк итте.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә