Ишембайҙар баш ҡалала үҙҙәрен танытып ҡайтты.
Сәмле, ғәмле, дәртле ишембайҙар, Өфөгә килеп, баш ҡалабыҙҙы шаулатып, матур концерт күрһәтеп ҡайтты. Сара тураһында ишеткән яҡташтарҙың береһе лә унан ситтә ҡалмаҫҡа тырышты, шуға күрә зал халыҡ менән шығырым тулды.
Фестиваль-марафон республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә ойошторолдо, шуға күрә уны ишембайҙар тыуған яҡ тарихына, билдәле шәхестәренә арнап әҙерләгән. Ысынлап та, Ишембай – Башҡортостан Республикаһын үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һалған төбәк. Был йәһәттән башҡорт милли хәрәкәте лидеры, беренсе Башҡортостан Хөкүмәтенә нигеҙ һалыусы, яҙыусы һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен хәтергә төшөрөү ҙә етә. Унан һуң милли хәрәкәткә ҡушылған яҡташтарыбыҙ – Әмир менән Гәрәй Ҡарамышевтарҙың, Әҡсән Мөхәммәтҡоловтың исемдәре лә тарихта үҙ урынын алған.
Ишембай тиһәң, иң тәүҙә нефть ятҡылыҡтарын күҙ алдына килтерәбеҙ. Башҡортостанға “ҡара алтын” бүләк иткән төбәк бит ул! 1932 йылда Ишембай ауылы янында беренсе нефть фонтаны атыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе 4,5 миллион тонна нефть менән тәьмин итә ул. Был осорҙа һәр бишенсе танк һәм самолетҡа бында табылған һәм эшкәртелгән яғыулыҡ ҡойола. Ил, Еңеү мәнфәғәтендә башҡарылған тырышлыҡ баһаланмай ҡалмай, әлбиттә. Хәҙер Ишембай ҡалаһы ғорур рәүештә “Хеҙмәт батырлығы һәм дан ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.
Ишембай ере таланттарға бай. Билдәле сәйәсмәндәр, депутаттар, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йырсылар, спортсылар – был исемлекте туҡтамай дауам итергә булыр ине. Бихисап министрҙар, район башлыҡтары, көслө хужалыҡ етәкселәре ошо ерҙән сыҡҡан. Был тәңгәлдә тотош Башҡортостанға билдәле Шаһиевтар династияһын иҫкә алып китеү ҙә етә. Бер генә ғаилә республикаға нисә район башлығы биргән бит! Әйткәндәй, концертта ошо нәҫелдең йәнә бер сағыу йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Альберт Шаһиев та сығыш яһаны.
Яҡташтар, концерт башланыр алдынан фойела осрашып, үҙ-ара фекер алышты. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: баҡтиһәң, республика матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәренең байтағы сығышы менән Ишембай районынан икән! Яҙыусылар, шағирҙарға ла бай был төбәк. Әйтәйек, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин – әҙәби ижадты тынғыһыҙ журналистика менән бәйләп алып барған күренекле ҡәләм оҫтаһы.
– Ишембай районы кешеләре эше менән дә, йыр-моң йәһәтенән дә артта ҡала торғандарҙан түгел. Бынамын тигән йырсылары, бейеүселәре, сәнғәт оҫталары бар. Күренекле, лайыҡлы шәхестәре, хеҙмәт геройҙары менән дә дан тота ул. Бөгөнгө сара ошоно тағы ла бер тапҡыр дәлилләне, – тине Ноғман Мусин, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Филармония фойеһында бай күргәҙмә ойошторолғайны. Унда район һәм ҡаланың сәнәғәт предприятиелары, уҡыу йорттары, ҡул оҫталары экспозициялар әҙерләгән. Нефть сәнәғәте предприятиелары, “Витязь” машиналар эшләү компанияһы Рәсәйҙә лә ҙур танылыу яулаған. Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһы тауарҙарын, унда етештерелгән боланут сәйен һатып алып ҡыуанғандар ҙа булды күргәҙмәлә.
Концертҡа килгәндә, ике сәғәтлек тамашала халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән бергә балалар ижады, заманса сығыштары ла һоҡландырҙы. Республикала ла киң билдәле, данлыҡлы “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова етәкселегендәге хор башҡарған “Дан һиңә, Башҡортостан!” йыры концертҡа бик матур нөктә ҡуйҙы.
– Беҙ яҡташтар менән осрашыуға ныҡлап әҙерләндек. 400-ләп һәүәҫкәр артист килтерҙек. Хорҙа иһә 90 кеше ҡатнашты, унда ҡаланыҡылар ғына түгел, ауылдарҙан да ижадсылар бар, – тине Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы. – Беҙ яҡташтарыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ.
Марафонды артабан илештәр дауам итә. Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин Илеш районы етәксеһе Илдар Мостафинға штандарт тапшырҙы һәм картина бүләк итте.