Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше һәм тәбиғәт

Был урманда ниндәй серҙәр бар?

Күҙе генә түгел, күңеле лә асыҡ кешегә тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит асып ҡуйылған китап менән бер. Асылған, әммә әлегә уҡылмаған китап. Кешелектең зирәк аҡылдары, боронғо замандарҙан, үҙебеҙ көн иткән далаларҙы һәм тауҙарҙы, урмандарҙы һәм күлдәрҙе – тәбиғәттең төрлө рәүештәге һәм бихисап хәлдәге күренештәрен өйрәнеүгә ижтиһад иткән, тикшеренеү һөҙөмтәләрен яҙып ҡалдырырға тырышҡан.

Хәҙер иһә беҙ атай-олатай­ҙар ҡалдырған рухи мираҫты үҙләштерергә, аңларға, күңелгә һеңдерергә тырышыу менән генә мәшғүлбеҙ. Тирә-яҡ мөхит­те беләбеҙ тип маһайһаҡ та, ғәмәлдә иһә ул донъяның серҙә­ренә әле яҡыная ла алмағанбыҙ.

Мин – Ирәндек буйында донъяға килеп, Оло Урал аҡлан­дарында бесән сабып, Ҡырҡты һыртына һанһыҙ артылып, урман араһында үҫкән кеше. Ул аңыма һәм хистәремә ғүмерем­дең ҡайһылыр мәлдәрендә килеп инмәгән, бәлки һәр даим урманда, урмансылар араһында йәшәүемә ышанам. Петербург урман хужалығы институты профессоры Георгий Морозовтың фекере менән килешмәү мөмкин түгел, ғалим урманды ябай ағас­тар төркөмө генә тип баһалауға ҡаршы булған, уныңса, урман, һәр ағас – Ерҙең үпкәһе лә. Тын алыу юлдары ла, йөрәге лә.

Ысындан да, натуралист-әҙип өсөн урман – икһеҙ-сикһеҙ күренештәр, шиғыр яҙыусылар өсөн – шиғриәт, фәлсәфәүи фекерлеләр өсөн – һығымталар даръяһы, донъя көтөүгә дәртлеләргә – тормош терәге.

Урман, бай тәбиғәтле донъя булһа ла, үҙ эсенә теләгән берәүҙе индереп бармай. Ул мөхиткә уны ихтыярһыҙлап ярып инеүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп, ләкин уларҙы урман ҡабул итмәй, сөнки уның күҙе лә, ҡолағы ла, теле лә, йөрәге лә бар. Тик һин шул донъяны ишетә, күрә, аңлай ғына бел.

Көҙгө урмандың үҙ йәме, үҙ моңо, үҙ һағышы ла була. Уның йәшел, һарғылт, көрән төҫтәргә инеп, оло бер гөлләмә рәүешен алыуы ла ҡыш үҙенең боҙло тынын өргәнсә генә була. Гүзәллектең ғүмере ҡыҙҙар сибәрлеге һымаҡ ҡыҫҡа шул.

Ағаслыҡҡа инһәң, һиллекте боҙор шау-шыуға, ҡапыл килер һәм шулай уҡ тиҙ юғалыр кәйефкә бирелмәй, япраҡтарҙың үҙ-ара ниҙер шыбырлашыуына ҡолаҡ һалып, тынлыҡты тыңлап йөрөүең хәйерле. Урман һиңә үҙ тормошон бәйән итеп бармаҫ, әммә иғтибар менән күҙ һалһаң, һәр ағастың үҙ холҡо, үҙ яҙмышы. Һәм бында хыялый бер кешенең күңелендә яралған арттырыу ҙа юҡ.

Ғорур, ҡәләмдәй төҙ ҡарағай­ҙар. Олпат, ҡатҡыл йөҙлө имән­дәр. Хатта ботаҡтарынан, тәл­гәш­тәренән тәм тамған йүкәләр. Олоғайғас та һөймәлеклелеген ташламаған аҡ ҡайындар… Ошо рәүешле һис туҡтамай теҙер ҙә һанар инем мин, сөнки урман ғаиләһендә, өлкәндәр ышы­ғында үҫмер ҡыуаҡтар, сәскә балалар, бүтән тиҫтәләрсә төр йән эйәләре тормошон башлай. Уларҙың күбеһенең ғүмере бер йәйҙән үтмәй, ләкин шул арала ла шул йәндәр уртаҡ төйәктәре урманға мөмкин ҡәҙәр көсөн биреп өлгөрә.

Бына бер төптән сыҡҡан ҡарағай, ҡайын, йүкә. Үҫеү өсөн иркенлек, ҡояшҡа ынтылыу ихтыяжынандыр инде, уларҙың олондары бер-береһенән тай­шан­ған. Әммә аҫта тамырҙары барыбер сырмалғандыр – Ер-әсә үҙе йән биргән, туйындырған берәүҙең дә ситкә китеүен теләмәй. Шуныһы, уның өсөн ҡайын да, ҡарағай ҙа, йүкә лә бер. Тәбиғәттә йәшәүгә ынтылыш һәр ваҡыт бар, көндәшлек бар, ярышыу бар, ләкин дошманлашыу юҡ.
Аҡылға, зиһенгә эйә әҙәм балаларына бер төптән тороп көрәшергә, ҡулдарҙы ҡаушы­рырға, уртаҡ Ерҙең ҡөҙрәтенә хуш булып йәшәргә нимә ҡамасаулай икән?

Кандауай ҡарағай, кеше ҡулы уның йәнен ҡыймаһа, йөҙ илле-ике йөҙ йыл йәшәп, орлоҡтары менән тирә-яҡта тотош ҡара­ғайлыҡ хасил итергә һәләтле. Ләкин үҙен аңлымын тигән кешенең ҡомһоҙлоғо ҡарағайҙың бешегеп йәшәр һутын-сайырын һығып ала, сайырһыҙ ағас, өйлөк бура булғас та, тамырында ла оҙаҡ ултырмай, серей. Беҙ хатта, тамаҡ сылатыр башҡа эсемлек бөткән һымаҡ, зифа ҡайындың да һутын һауып алабыҙ.
Имән, йүкә, олоғайған ҡайын ҡайырылары ла тәҡәтһеҙ эҫелек, ыҙғыр ҡыш, уҫал елдәр йөҙҙә­ренә суғырмаҡ төҫөн биргән ирҙәр кеүек. Ир-егеттең ысын матурлығы, бәлки, шул ҡырыҫ­лыҡ­талыр әле. Урман өҫтөнән шаулап үтер елдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Беҙҙең сәстәрҙе лә иркә елдәр тараған мәлдәр һирәк булды, ләкин урман уҫал елдәр баҫымына ҡымшанмай икән, заман уҫаллығына беҙ ҙә бирешә алмайбыҙ.

Был урманда, ысындан да, ниндәй асылмаҫ серҙәр бар? Шул серҙәрҙең осмото булһа ла күҙем алдында пәйҙә булмаҫмы, урман тип йән­дәрен фиҙа ҡылған ағайҙа­рымдың эҙҙәре табылмаҫмы тип, ағастар араһын ҡыҙы­рам. Бөйөк Ватан һуғышында разведчик булған Хәмит Заһрет­динов, ауылдашым Ғәле Зәйнул­лин, күрше Субандан Әсләм Хәмзин, Туҡембәттән Ғәфүр Атанғолов ағайҙар, мөғжизә булып, тауыш бирмәҫме? Рес­публикабыҙҙың легендар урман хужалығы министры Марсель Абдулов, Белоретта ҡалған дуҫтарым Александр Хрусталев, Аркадий Бурков, Бөрөләге хөрмәтле ағайым Азамат Лотфуллин, Туймазы­лағы әкиәт батырҙары Йосоп Фәррәхов, Николай Морозов, Игорь Юлашев… Урманға илткән ысын һуҡ­маҡты миңә улар күрһәтте, ти­һәм дә, арттырыу булмаҫ. Ағайҙарым: “Урманым – бер ҡат туным”, – тип кенә ваҡланманы, ә уның Ватан ҡалҡаны булып ҡалыуы өсөн көс-һәләтен йәлләмәне. Тик яр һалмай эшлә­нә торған фиҙа­кәрлек кенә беҙ­ҙең илдә күҙгә эленмәй ҡала шул.
Урмандың телһеҙ генә һүҙен, көйһөҙ генә моңон, ыңғырашмай ғына һыҡраныуын ишетә алһаҡ, кем белә, серҙәренә лә яҡы­найыр­быҙ әле.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә