Был урманда ниндәй серҙәр бар?
Күҙе генә түгел, күңеле лә асыҡ кешегә тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит асып ҡуйылған китап менән бер. Асылған, әммә әлегә уҡылмаған китап. Кешелектең зирәк аҡылдары, боронғо замандарҙан, үҙебеҙ көн иткән далаларҙы һәм тауҙарҙы, урмандарҙы һәм күлдәрҙе – тәбиғәттең төрлө рәүештәге һәм бихисап хәлдәге күренештәрен өйрәнеүгә ижтиһад иткән, тикшеренеү һөҙөмтәләрен яҙып ҡалдырырға тырышҡан.
Хәҙер иһә беҙ атай-олатайҙар ҡалдырған рухи мираҫты үҙләштерергә, аңларға, күңелгә һеңдерергә тырышыу менән генә мәшғүлбеҙ. Тирә-яҡ мөхитте беләбеҙ тип маһайһаҡ та, ғәмәлдә иһә ул донъяның серҙәренә әле яҡыная ла алмағанбыҙ.
Мин – Ирәндек буйында донъяға килеп, Оло Урал аҡландарында бесән сабып, Ҡырҡты һыртына һанһыҙ артылып, урман араһында үҫкән кеше. Ул аңыма һәм хистәремә ғүмеремдең ҡайһылыр мәлдәрендә килеп инмәгән, бәлки һәр даим урманда, урмансылар араһында йәшәүемә ышанам. Петербург урман хужалығы институты профессоры Георгий Морозовтың фекере менән килешмәү мөмкин түгел, ғалим урманды ябай ағастар төркөмө генә тип баһалауға ҡаршы булған, уныңса, урман, һәр ағас – Ерҙең үпкәһе лә. Тын алыу юлдары ла, йөрәге лә.
Ысындан да, натуралист-әҙип өсөн урман – икһеҙ-сикһеҙ күренештәр, шиғыр яҙыусылар өсөн – шиғриәт, фәлсәфәүи фекерлеләр өсөн – һығымталар даръяһы, донъя көтөүгә дәртлеләргә – тормош терәге.
Урман, бай тәбиғәтле донъя булһа ла, үҙ эсенә теләгән берәүҙе индереп бармай. Ул мөхиткә уны ихтыярһыҙлап ярып инеүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп, ләкин уларҙы урман ҡабул итмәй, сөнки уның күҙе лә, ҡолағы ла, теле лә, йөрәге лә бар. Тик һин шул донъяны ишетә, күрә, аңлай ғына бел.
Көҙгө урмандың үҙ йәме, үҙ моңо, үҙ һағышы ла була. Уның йәшел, һарғылт, көрән төҫтәргә инеп, оло бер гөлләмә рәүешен алыуы ла ҡыш үҙенең боҙло тынын өргәнсә генә була. Гүзәллектең ғүмере ҡыҙҙар сибәрлеге һымаҡ ҡыҫҡа шул.
Ағаслыҡҡа инһәң, һиллекте боҙор шау-шыуға, ҡапыл килер һәм шулай уҡ тиҙ юғалыр кәйефкә бирелмәй, япраҡтарҙың үҙ-ара ниҙер шыбырлашыуына ҡолаҡ һалып, тынлыҡты тыңлап йөрөүең хәйерле. Урман һиңә үҙ тормошон бәйән итеп бармаҫ, әммә иғтибар менән күҙ һалһаң, һәр ағастың үҙ холҡо, үҙ яҙмышы. Һәм бында хыялый бер кешенең күңелендә яралған арттырыу ҙа юҡ.
Ғорур, ҡәләмдәй төҙ ҡарағайҙар. Олпат, ҡатҡыл йөҙлө имәндәр. Хатта ботаҡтарынан, тәлгәштәренән тәм тамған йүкәләр. Олоғайғас та һөймәлеклелеген ташламаған аҡ ҡайындар… Ошо рәүешле һис туҡтамай теҙер ҙә һанар инем мин, сөнки урман ғаиләһендә, өлкәндәр ышығында үҫмер ҡыуаҡтар, сәскә балалар, бүтән тиҫтәләрсә төр йән эйәләре тормошон башлай. Уларҙың күбеһенең ғүмере бер йәйҙән үтмәй, ләкин шул арала ла шул йәндәр уртаҡ төйәктәре урманға мөмкин ҡәҙәр көсөн биреп өлгөрә.
Бына бер төптән сыҡҡан ҡарағай, ҡайын, йүкә. Үҫеү өсөн иркенлек, ҡояшҡа ынтылыу ихтыяжынандыр инде, уларҙың олондары бер-береһенән тайшанған. Әммә аҫта тамырҙары барыбер сырмалғандыр – Ер-әсә үҙе йән биргән, туйындырған берәүҙең дә ситкә китеүен теләмәй. Шуныһы, уның өсөн ҡайын да, ҡарағай ҙа, йүкә лә бер. Тәбиғәттә йәшәүгә ынтылыш һәр ваҡыт бар, көндәшлек бар, ярышыу бар, ләкин дошманлашыу юҡ.
Аҡылға, зиһенгә эйә әҙәм балаларына бер төптән тороп көрәшергә, ҡулдарҙы ҡаушырырға, уртаҡ Ерҙең ҡөҙрәтенә хуш булып йәшәргә нимә ҡамасаулай икән?
Кандауай ҡарағай, кеше ҡулы уның йәнен ҡыймаһа, йөҙ илле-ике йөҙ йыл йәшәп, орлоҡтары менән тирә-яҡта тотош ҡарағайлыҡ хасил итергә һәләтле. Ләкин үҙен аңлымын тигән кешенең ҡомһоҙлоғо ҡарағайҙың бешегеп йәшәр һутын-сайырын һығып ала, сайырһыҙ ағас, өйлөк бура булғас та, тамырында ла оҙаҡ ултырмай, серей. Беҙ хатта, тамаҡ сылатыр башҡа эсемлек бөткән һымаҡ, зифа ҡайындың да һутын һауып алабыҙ.
Имән, йүкә, олоғайған ҡайын ҡайырылары ла тәҡәтһеҙ эҫелек, ыҙғыр ҡыш, уҫал елдәр йөҙҙәренә суғырмаҡ төҫөн биргән ирҙәр кеүек. Ир-егеттең ысын матурлығы, бәлки, шул ҡырыҫлыҡталыр әле. Урман өҫтөнән шаулап үтер елдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Беҙҙең сәстәрҙе лә иркә елдәр тараған мәлдәр һирәк булды, ләкин урман уҫал елдәр баҫымына ҡымшанмай икән, заман уҫаллығына беҙ ҙә бирешә алмайбыҙ.
Был урманда, ысындан да, ниндәй асылмаҫ серҙәр бар? Шул серҙәрҙең осмото булһа ла күҙем алдында пәйҙә булмаҫмы, урман тип йәндәрен фиҙа ҡылған ағайҙарымдың эҙҙәре табылмаҫмы тип, ағастар араһын ҡыҙырам. Бөйөк Ватан һуғышында разведчик булған Хәмит Заһретдинов, ауылдашым Ғәле Зәйнуллин, күрше Субандан Әсләм Хәмзин, Туҡембәттән Ғәфүр Атанғолов ағайҙар, мөғжизә булып, тауыш бирмәҫме? Республикабыҙҙың легендар урман хужалығы министры Марсель Абдулов, Белоретта ҡалған дуҫтарым Александр Хрусталев, Аркадий Бурков, Бөрөләге хөрмәтле ағайым Азамат Лотфуллин, Туймазылағы әкиәт батырҙары Йосоп Фәррәхов, Николай Морозов, Игорь Юлашев… Урманға илткән ысын һуҡмаҡты миңә улар күрһәтте, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Ағайҙарым: “Урманым – бер ҡат туным”, – тип кенә ваҡланманы, ә уның Ватан ҡалҡаны булып ҡалыуы өсөн көс-һәләтен йәлләмәне. Тик яр һалмай эшләнә торған фиҙакәрлек кенә беҙҙең илдә күҙгә эленмәй ҡала шул.
Урмандың телһеҙ генә һүҙен, көйһөҙ генә моңон, ыңғырашмай ғына һыҡраныуын ишетә алһаҡ, кем белә, серҙәренә лә яҡынайырбыҙ әле.