Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡса эшләйем тиһәң, шәл бәйлә

Кәсеп кенә түгел, ауыл иҡтисадын да үҫтерә был шөғөл.

Их, шәлдәре лә шәлдәре! Ниндәй генә семәрле, биҙәклеһе юҡ. Был матурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә, йомшаҡ, йылы ғына шәл һатып алырға теләһәгеҙ, “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр үҙәгенә ашығығыҙ. 28 ноябрҙә башланған “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” экспозицияһы бөгөн дә эшләйәсәк.

Күргәҙмәлә, шәл бәйләүселәрҙән тыш, башҡа оҫта ҡулдар ҙа байтаҡ ине. Балаҫ һуғыусылар, ҡурай-ҡумыҙ, ағастан йәмле сувенир, ҡумта яһаусылар, кейем те­геүселәр – ниндәй генә кәсеп оҫталары юҡ бында! Күргәҙмә-фестивалдең маҡсаты ла – республиканың һәм илебеҙҙең милли халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү. Тағы 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольк­лориадаһына әҙерлектең мөһим бер өлөшө лә.

Шулай ҙа күргәҙмәнең йәме – һис шик­һеҙ, дебет шәлдәр. Уларҙы бәйләүсе алтмыштан ашыу оҫтабикә республи­ка­быҙҙың Ейәнсура, Стәрлебаш, Хәй­бул­ла, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ғафури һәм башҡа райондарынан килгән. Шәлдәрҙән башҡа үтә күренмәле нәзәкәтле косынкалар, йылы жилеттар, шарфтар, йом­шаҡ бейәләй-ойоҡбаштар ҙа ҡуйылған.

Төрлө семәрле, биҙәкле шәлдәр ара­һында иғтибарҙы икенсерәк төрлө итеп эшләнгәндәре йәлеп итте. Баҡтиһәң, Хәйбулла районы оҫтабикәләре шәлде бәйләмәй, ә махсус станокта һуға икән.

– Беҙҙә “Вәзәм һуҡма шәлдәре” клубы эшләп килә. Үҙебеҙҙең махсус станок­тарыбыҙ бар, шәлде шунда һуғабыҙ. Улар йылылығы һәм үҙенсәлеклелеге менән башҡаларҙан айырылып тора, – ти Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Гөлназ Сурина.

Күгәрсендәр иһә традицион шәлдәр тәҡдим итте. Район хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснул­лина әйтеүенсә, күргәҙмәгә 40-тан ашыу шәл килтерелгән.

– Хәҙер ауылдарҙа эш, аҡса юҡ тип ултырыусылар һирәк. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре, айырып әйткәндә, шәл бәйләүҙе кәсепкә әйләндерҙе. Һәйбәт кенә килем ала­лар. Һәр ауылда бар ундайҙар. Клуб­тар­ҙа йыйылып ҡул эштәре менән шө­ғөл­ләнәләр. Ағинәйҙәр, урындағы ҡа­тын-ҡыҙҙар советы ағзалары йәш ҡыҙ­ҙарҙы йәлеп итә, оҫталыҡ серҙәренә өйрә­тә, – ти ул.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә