Кәсеп кенә түгел, ауыл иҡтисадын да үҫтерә был шөғөл.Их, шәлдәре лә шәлдәре! Ниндәй генә семәрле, биҙәклеһе юҡ. Был матурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә, йомшаҡ, йылы ғына шәл һатып алырға теләһәгеҙ, “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр үҙәгенә ашығығыҙ. 28 ноябрҙә башланған “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” экспозицияһы бөгөн дә эшләйәсәк.
Күргәҙмәлә, шәл бәйләүселәрҙән тыш, башҡа оҫта ҡулдар ҙа байтаҡ ине. Балаҫ һуғыусылар, ҡурай-ҡумыҙ, ағастан йәмле сувенир, ҡумта яһаусылар, кейем тегеүселәр – ниндәй генә кәсеп оҫталары юҡ бында! Күргәҙмә-фестивалдең маҡсаты ла – республиканың һәм илебеҙҙең милли халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү. Тағы 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлектең мөһим бер өлөшө лә.
Шулай ҙа күргәҙмәнең йәме – һис шикһеҙ, дебет шәлдәр. Уларҙы бәйләүсе алтмыштан ашыу оҫтабикә республикабыҙҙың Ейәнсура, Стәрлебаш, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ғафури һәм башҡа райондарынан килгән. Шәлдәрҙән башҡа үтә күренмәле нәзәкәтле косынкалар, йылы жилеттар, шарфтар, йомшаҡ бейәләй-ойоҡбаштар ҙа ҡуйылған.
Төрлө семәрле, биҙәкле шәлдәр араһында иғтибарҙы икенсерәк төрлө итеп эшләнгәндәре йәлеп итте. Баҡтиһәң, Хәйбулла районы оҫтабикәләре шәлде бәйләмәй, ә махсус станокта һуға икән.
– Беҙҙә “Вәзәм һуҡма шәлдәре” клубы эшләп килә. Үҙебеҙҙең махсус станоктарыбыҙ бар, шәлде шунда һуғабыҙ. Улар йылылығы һәм үҙенсәлеклелеге менән башҡаларҙан айырылып тора, – ти Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Гөлназ Сурина.
Күгәрсендәр иһә традицион шәлдәр тәҡдим итте. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина әйтеүенсә, күргәҙмәгә 40-тан ашыу шәл килтерелгән.
– Хәҙер ауылдарҙа эш, аҡса юҡ тип ултырыусылар һирәк. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре, айырып әйткәндә, шәл бәйләүҙе кәсепкә әйләндерҙе. Һәйбәт кенә килем алалар. Һәр ауылда бар ундайҙар. Клубтарҙа йыйылып ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр. Ағинәйҙәр, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары йәш ҡыҙҙарҙы йәлеп итә, оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә, – ти ул.