Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өсләтә бәхет килтерҙек
...Таң ата. Сәстәремде йылы, йомшаҡ ҡулдары менән иркәләп, әсәйемдең наҙлы тауышы уята. Эй, яратам да инде ошо мәлдәрҙе... Шөкөр, әсәйемдең һөйөүенә ҡойоноп, йылыһын тойоп йәшәйем. Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Ул ғына бала күңелен аңлай, һиҙә, ниндәй генә бәләгә тарыһаң да, ҡайғыңды уртаҡлашырға әҙер торған изге, бөйөк кеше. Бер һүҙҙән, ҡараштан аңлап, файҙалы кәңәштәрен биреп, ауыр саҡта йыуатыусы, шатлығыңды бүлешеүсе яҡыныбыҙ.

Әсәйем Рәйсә Зәйнетдин ҡыҙы Мәсә­ғүтова Бөрйән ра­йонының Яңы Монасип ауылынан. Ғаиләләрендә һигеҙ ба­ла үҫкән, әсәйем – бишен­сеһе. Иҫке Монасип мәктәбен, юғары уҡыу йортон тамам­лағас, атайым Хәйҙәр Хәләф улы менән сәстәрен сәскә бәй­ләйҙәр, ғүмер буйы бер-бере­һенә терәк булып йәшәйҙәр.

Әсәйем оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Кескәй генә балаларға бар һөйөүен, белемен биреп, бәләкәстәр тип янып, шатланып, һәр сабыйҙы яҡты йөҙ менән ҡаршылаусы ихлас кеше. 

Әсәйем алты балаға ғүмер бүләк иткән. Атайым да, ул да “балаларым бәхетле булһын” тип йәшәүселәрҙән. Апайҙа­рым Гөлфинә менән Таңһы­лыу юғары уҡыу йорттарын тамам­лағандан һуң үҙаллы ғаилә ҡорҙо. Айгөл апайым Башҡорт дәүләт университетында белем ала.
Унан килә беҙ, игеҙәктәр Рәфил, Рәсилә һәм мин – Рәфилә, әсәйем менән атайымды тағы ла өсләтә бәхетле иткәнбеҙ. “Бәхетлемен һеҙҙең янда булғанға”, – тип көн дә һөйөнә әсәйем. 

Беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс та, кәңәшсе лә, дуҫ та әсәйе­беҙ. Уға мең-мең рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эх, ҡулымдан кил­һә, уға һәйкәл ҡуйып, исемен алтындан яҙыр инем, сөнки әсәйемдең күркәм сифаттары, оҫта­лығы һоҡланыуға лайыҡ. Телде йо­торлоҡ тәмле, хуш еҫле аш-һыу әҙерләһенме, йылы, йомшаҡ бейәләй-ойоҡтар бәйләһенме – барыһы ла ысын күңелдән эшләнгән. Өйөбөҙ хуш еҫле сәскәләргә күмелгән. Ғөмү­мән, әсәйебеҙ донъяны яҡтылыҡҡа күмә, ябайлыҡҡа һоҡлана ла, ҡыуана ла белә.

Әсәйебеҙ – йәшәйешебеҙ­ҙең йәме, ҡото, күрке лә. Һөйөүеңде, йылыңды, ыша­нысыңды тойоп йәшәүебеҙ менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.


Автор: Рәфилә МӘСӘҒҮТОВА Район: Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә