...Таң ата. Сәстәремде йылы, йомшаҡ ҡулдары менән иркәләп, әсәйемдең наҙлы тауышы уята. Эй, яратам да инде ошо мәлдәрҙе... Шөкөр, әсәйемдең һөйөүенә ҡойоноп, йылыһын тойоп йәшәйем. Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Ул ғына бала күңелен аңлай, һиҙә, ниндәй генә бәләгә тарыһаң да, ҡайғыңды уртаҡлашырға әҙер торған изге, бөйөк кеше. Бер һүҙҙән, ҡараштан аңлап, файҙалы кәңәштәрен биреп, ауыр саҡта йыуатыусы, шатлығыңды бүлешеүсе яҡыныбыҙ.
Әсәйем Рәйсә Зәйнетдин ҡыҙы Мәсәғүтова Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан. Ғаиләләрендә һигеҙ бала үҫкән, әсәйем – бишенсеһе. Иҫке Монасип мәктәбен, юғары уҡыу йортон тамамлағас, атайым Хәйҙәр Хәләф улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр, ғүмер буйы бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр.
Әсәйем оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Кескәй генә балаларға бар һөйөүен, белемен биреп, бәләкәстәр тип янып, шатланып, һәр сабыйҙы яҡты йөҙ менән ҡаршылаусы ихлас кеше.
Әсәйем алты балаға ғүмер бүләк иткән. Атайым да, ул да “балаларым бәхетле булһын” тип йәшәүселәрҙән. Апайҙарым Гөлфинә менән Таңһылыу юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң үҙаллы ғаилә ҡорҙо. Айгөл апайым Башҡорт дәүләт университетында белем ала.
Унан килә беҙ, игеҙәктәр Рәфил, Рәсилә һәм мин – Рәфилә, әсәйем менән атайымды тағы ла өсләтә бәхетле иткәнбеҙ. “Бәхетлемен һеҙҙең янда булғанға”, – тип көн дә һөйөнә әсәйем.
Беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс та, кәңәшсе лә, дуҫ та әсәйебеҙ. Уға мең-мең рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эх, ҡулымдан килһә, уға һәйкәл ҡуйып, исемен алтындан яҙыр инем, сөнки әсәйемдең күркәм сифаттары, оҫталығы һоҡланыуға лайыҡ. Телде йоторлоҡ тәмле, хуш еҫле аш-һыу әҙерләһенме, йылы, йомшаҡ бейәләй-ойоҡтар бәйләһенме – барыһы ла ысын күңелдән эшләнгән. Өйөбөҙ хуш еҫле сәскәләргә күмелгән. Ғөмүмән, әсәйебеҙ донъяны яҡтылыҡҡа күмә, ябайлыҡҡа һоҡлана ла, ҡыуана ла белә.
Әсәйебеҙ – йәшәйешебеҙҙең йәме, ҡото, күрке лә. Һөйөүеңде, йылыңды, ышанысыңды тойоп йәшәүебеҙ менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.