Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова менән беҙ күптән таныш. Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан 166-сы балалар баҡсаһының мөдире ул. Заманында бында, баҡсаға өҫтәп, башланғыс мәктәп тә булды, мәгәр, заман талаптарына ярашлы, үҙгәрештәр булып торһа ла (хәҙер бында фәҡәт балалар баҡсаһы ғына урынлашҡан), ул етәкселек иткән мәғариф учреждениеһы оҙаҡ йылдар милли мөхитте, туған телде һаҡлаған, яҡлаған, үҫтергән урын булып ҡала.
Баҫалҡы ла, ҡыйыу ҙа...Гөлсара Шамил ҡыҙының бер ваҡытта ла зарланып, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәнен хәтерләмәйем – тормошҡа ихлас күңелдән баҡҡан, кешеләрҙе яратҡан, тирә-йүндәге хәлдәргә бер ваҡытта ла битараф ҡала алмаған тынғыһыҙ кешеләрҙән ул. Ошо булмышы уны, мәғариф учреждениеһына етәкселек итеүҙән тыш, бихисап йәмәғәт шөғөлдәрендә лә ҡатнашырға әйҙәй, төрлө ваҡиғаларҙың уртаһында булырға саҡыра. Әммә бөгөнгө яҙма уның хаҡында түгел.
Шулай бер осрашҡанда Гөлсара ханым менән ғаилә ҡиммәттәре, әсәйҙәр хаҡында әңгәмәләшеп киттек. Нисек кенә булмаһын, һәр кешенең тормошта тотасаҡ урынына нигеҙ бала саҡта уҡ һалына, атай менән әсәй мөнәсәбәттәре баланың шәхес булараҡ формалашыуына ифрат ҙур йоғонто яһай. Ошо хәҡиҡәтте Гөлсара Шамил ҡыҙы һәм уның әсәһе Әминә Әбделхәким ҡыҙы Тажиеваның яҙмышы тағы берҙе иҫбатлай. Һүҙҙе Гөлсара Шамил ҡыҙына бирәйек:
“Атайымдың тормош юлы еңелдән булмаған. Дәүләкән районының Төйлән йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Аҡҡолай ауылында тыуып үҫкән ул. Бик иртә етем ҡалған. Уны йәлләп күрше ауылдағы туғандары тәрбиәгә алған, унан Өфөгә, ФЗО-ға урынлаштырырға ҡарар иткәндәр. Мәгәр, нимәһе оҡшамағандыр, әйтә алмайым – атайым унан ҡасып ҡайтҡан. “Вагондар башынан йүгерергә лә тура килде”, – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған ошо сәйәхәте тураһында. Тап ошо осорҙа, 1944 йылда, ул, бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, фронтҡа киткән. Ғәмәлдә иһә 1927 йылда тыуған атайымдың документтарын 1924 йылғы тип тултырғандар. Бына ошолай, бәләкәй генә яңылышлыҡ арҡаһында, яҙмышында онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар булған атайымдың.
Украина фронтында бомба һөжүменә эләгеп, ул ҡаты яраланған. Йәрәхәтләнгәндәр араһынан тиҙ генә тапмағандар, байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Күп ҡан юғалтҡан. Атайымды ике көн үткәс, уғата насар хәлдә табып алалар. Дөрөҫөн әйткәндә, саҡ үлем тырнағынан ҡотолоп ҡалған ул, тик бер аяғы тулыһынса йүнәлмәгән, аҡһаҡ булып ҡалған. Оҙаҡ ҡына госпиталдә ятҡандан һуң, уны демобилизациялайҙар. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас та атайым госпиталдә даими дауалана торған булған. Шундай бер осорҙа билдәле яҙыусы, яугир Хәким Ғиләжев менән бер палатала оҙаҡ ҡына ятҡанын да һөйләй торғайны яҡыныбыҙ.
...Атай иҫәп-хисапҡа бик маһир кеше булды. Юҡҡамы ни һуғыштан ҡайтып бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Ҡырмыҫҡалы ауылындағы бухгалтерҙар курсына уҡырға йүнәлгән?! Ул ифрат асыҡ, ярҙамсыл да ине: үҙе ише инвалидтарҙы уҡырға өндәп, төрлө курстарға саҡырып йөрөгән. Унан тыш, ауылда иң грамоталы, белемле кешеләрҙең береһе лә ине: кемгә ниндәй документ юлларға, ғариза тултырырға, пенсия юллап йөрөргә кәрәк булһа, уға килделәр, ярҙам һоранылар. Ул ғынамы – коляскалы мотоциклында, унан “Запорожец” автомобилендә район үҙәгендә кешеләрҙең йомошон теүәлләп йөрөгән саҡтары аҙ булманы.
...Инәйем иһә 1931 йылғы. Олатайым менән өләсәйемдең быға тиклем балалары тыуһа ла, гел үлеп торған. Шулай, яланда тары урып йөрөгәндә, эргәләренән бер юлсы үткән. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер ҙә, нисек уларҙың аһ-зарын белгәндер, мәгәр был юлсы киләһе балалары ҡыҙ булып тыуасағын, уға Әминә тигән исем ҡушыу кәрәклеген, ошолай атаһалар, бала оҙон ғүмерле булырын юрап киткән. Бына шулай, әсәйемдән алда исеме тыуған.
Холҡо үҙенсәлекле әсәйемдең: бер ҡараһаң, иҫ киткес күндәм, баҫалҡы кеше, икенсе яҡтан, маҡсатлы ла, ҡыйыу ҙа, үҙһүҙле лә. Һуғыш осоронда, барлыҡ ошо заман балалары кеүек, аҙ михнәт күрмәгән ул. Ун ғына йәшендә Әлшәйҙәге ҙур тимер юл станцияһына барып, юлсыларға ҡатыҡ һатҡан. “Станса аша йыш ҡына һалдаттар үтер ине. Туҡтап торған арала мине сүлмәгем менән ҡулдан-ҡулға күтәреп кенә йөрөтәләр, арҡамдан һөйәләр, туҫтаҡ менән ҡатығымдан ауыҙ итәләр, кеҫәмә тинлектәр һалалар”, – тип бала саҡ иҫтәлектәрен әле лә барлай әсәйем.
Әсәй беҙҙе “бер епкә” теҙә15 йәштәр тирәһендә уға ауыл апайҙары менән Силәбе ҡалаһына тауар алырға барырға тура килгән. Һуғыштан һуңғы ҡатмарлы йылдар, халыҡ аслыҡ-яланғаслыҡтан арынмаған осор. Поездарҙағы санитар хәлдең торошон әйтеп тораһы ла түгел: пассажирҙарҙы бет-бөрсә яфалаған. Ошо хәлде яйға һалыу йәһәтенән, ҙур станцияларҙа махсус дезинфекция мунсалары булған, пассажирҙар шунда йыуынғандан һуң ғына вагонға индерелгән. Шунһыҙ билет бирмәгәндәр. Бына ошондағы ығы-зығыла апайҙарынан тороп ҡалған әсәйем. Бик тә зиһенле, ҡыйыу булыуы арҡаһында ғына имен-аман тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан ул.
...Ап-аҡ йөҙлө, бик тә сибәр булған әсәйем йәш сағында. Әлбиттә, уның ауылына эш менән килгән оҙон буйлы, бөҙрә сәсле, галифе салбарҙа йөрөгән атайымды урындағы ҡыҙҙар белмәгән түгел, белгән.
“Был ағай беҙгә ҡарамаҫ инде” тип эстән генә уйлай торғайным”, – тип һөйләгәне бар әсәйемдең. Әммә уның юрағаны юш килмәгән. Шулай, бер туғандарына килгәндә, үтеп барышлай ғына шаршау артында торған әсәйемдең ҡулын ҡыҫып үткән атайым. Ошо, уйлап ҡараһаң, бәләкәй генә ваҡиға уларҙың ғүмерлек мөхәббәтенә күпер булыр тип кем уйлаған? Оҙаҡ та тормай, ҡыҙ һоратырға килгәндәр, һөйләшкәндәр-килешкәндәр, йәштәр туй үткәргән.
...Бик матур йәшәне атайым менән әсәйем. Һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер балалары ете йәшендә һыуға батҡан. Ә Республика башҡорт гимназияһында 7-се класта уҡып йөрөгән өлкән апайыбыҙҙың фажиғәле үлеме бар ғаиләбеҙҙе тетрәндергән, ғүмерлек үкенес ваҡиға булып ҡалды. Шулай итеп, алты бала үҫтек. Әсәйем колхоз эштәренән ҡалманы: сөгөлдөр ҙә утаны, һыйыр ҙа һауҙы. Бала саҡтан беҙҙе хеҙмәткә өйрәттеләр, хужалыҡсан, эшһөйәр итеп тәрбиәләнеләр. Ихата тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар булды, бихисап бал ҡорто тоттолар. Бәләкәйҙән ошо эштәрҙә ҡатнашып, сынығып үҫтек. Шул уҡ ваҡытта “белемле булығыҙ, уҡығыҙ” тип этәргес, йүнәлеш биреп торҙолар. Шөкөр, ышаныстарын аҡланыҡ, һәммәбеҙ белем алып, тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, ныҡлы ғаиләләр ҡорҙоҡ.
Әсәйемдең иң оло үкенесе – уға белем алыу форсаты теймәгән, заманы шундай булған. Мәгәр башҡа донъяуи һәләттәре бихисап уның. Мәҫәлән, гел кәзә аҫраны. Уның йомшаҡ ҡына йөнөнән ниндәй генә әйберҙәр бәйләп кейҙермәне ул балаларына-ейәндәренә! Селтәрле мамыҡ шәлдәре ни тора! Ә әсәйем һуҡҡан балаҫтарҙың хозурлығын әйтәһе лә түгел – йортто йәмләп, сағыу булып балҡып, күңелдәрҙе йылытып торған әйберҙәр улар. Әйткәндәй, әсәйем ғаилә ҡорған һәр балаһына бирнәлеккә “фирменный” балаҫын һуғып бирҙе.
Тегенгә лә оҫта яҡыныбыҙ. Бала саҡтан ул теккән кейемдәрҙә үҫтек. Һәләте булмаһа, шундай ҙа килешле, матур итеп күлдәктәр тегә алыр инеме ни?! Ғөмүмән, ул бик бөхтә кеше, таҙалыҡ, тәртип ярата. Күмәк үҫһәк тә, бер ваҡытта ла йортобоҙ боларып ятманы, һәр саҡ таҙа булды, беҙҙән дә шуны талап итте.
...Әгәр уҡыу тәтеһә, бәлки, әсәйем ветеринар ҙа була алыр ине. Ошо һөнәргә тәбиғәттән бирелгән һәләте бар уның. Әйткәндәй, ағайым ошо һөнәрҙе һайланы.
Оҫта мейес сығарыусы ла әсәйем. Ыҡсым ғына, шул уҡ ваҡытта ифрат ҡыҙыу мейесте “һә” тигәнсе һала ине. Бына шундай көслө ҡуллы, булдыҡлы ҡатын ул: бесәнен дә сапты, тал да киҫте тигәндәй.
Әммә атайҙан уҙып бер нәмә эшләмәне. Уның бәҫен төшөрмәне, киреһенсә, ир абруйы – алдан, тип үҫтерҙе беҙҙе. Үҙ донъябыҙҙы ҡорғас та, гел әйтеп торҙо: кейәү-килендәр менән бергә килегеҙ, бергә ҡайтығыҙ; берегеҙ – энә, икенсегеҙ еп булһын. Хәйер, күптән үҙебеҙ олатай-өләсәй булып бөтһәк тә, әсәй һаман барыбыҙҙы “бер епкә” теҙеп ала, тиҙ генә ойоштора ул.
Тотош быуын символыОшо урында уның ҡыйыу, көслө холҡон раҫлаған бер хәлде һөйләп үтәйем. Ағайым ауырып китеп, уға дауаханаға ниндәйҙер документтар алып килергә кәрәк булғас, ҙур ғына срокта ауырлы килеш Димде йөҙөп сыҡҡан ул.
...Атай менән әсәйҙең үҙ-ара йылы, татыу мөнәсәбәттәре ғүмер буйы өлгө булып тора беҙгә. “Атаһы”, “әсәһе” тип йылы итеп, наҙлап ҡына мөрәжәғәт итте улар ғүмер буйы бер-береһенә. Бик матур, бәхетле ғүмер кисерһәләр ҙә, тиң-тигеҙ ҡартайырға яҙманы: атайыбыҙ 2002 йылда, 75 йәшлек юбилейы көнөндә, вафат булды.
Был хәлдән һуң, нисек кенә ҡыйын булмаһын, әсәйебеҙ ихтыяр көсөнә таянып, артабан да матур итеп донъя көтөргә, балаларының ҡыуаныс-шатлығын уртаҡлашып йәшәргә тырыша. Быйыл уға 88 йәш тулды. Әле лә балаларының, 14 ейәненең, 13 бүләһенең күңел йылыһын тойоп, аралашып, кәңәштәрен биреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй. Әйткәндәй, әлегәсә бихисап гәзит-журналдар алдыра, тәфсирләп уҡый; телевизорҙан яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Компьютерҙа социаль селтәрҙәрҙә төрлө таныштарҙы, туғандарҙы табып, фотоларын ҡарап, аралашып була тигәнде ишеткәс, “күрһәтегеҙ шул интернетығыҙҙы миңә” тип унда ла бер килке таныштарҙы ҡарап, ҡыуанып алды. Йәй көнө иһә, “барығыҙ ҙа яҡшы машинала йөрөй, мине тыуған яғыма алып барып килегеҙ әле” тип, Аҡҡолайҙан 25 саҡрымда урынлашҡан ауылына, Әлшәй районындағы Иҙрискә туғандарына ҡунаҡҡа барып ҡайтты. Бына ошондай дан кеше ул беҙҙең әсәй: тормоштағы ҡаршылыҡтарға бер ваҡытта ла бирешмәй, оптимист рухлы, күтәренке күңелле. Ошо энергияһы беҙгә лә етә – уның нурҙарында ҡойоноп, үҙебеҙ күптән олатай-өләсәй булһаҡ та, әсәй йылыһын тойоп, бәхетле тормош кисерәбеҙ...”
Ошо юлдарҙан һуң Гөлсара Шамил ҡыҙының тынғыһыҙ, дарманлы булмышы кемгә оҡшағаны, әйтмәһәң дә, аңлашыла кеүек. Әминә Тажиеваның бер үк ваҡытта ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта сағыу ҙа яҙмышы – тотош быуындың символы, лайыҡлы әсә өлгөһө ул.